Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
30 Октябрь 2020, 13:30

30 октябрь - Золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө

БерКемДәБерНиҘәОнотолмаған #день_памяти_жертв_политических_репрессийЙыл һайын 30 октябрҙә сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө билдәләп үтелә. Был көндә күптәр сәйәси золомдарҙан ҡаза күргән туғандарын, яҡындарын, милләттәштәрен һыҙланыу менән иҫкә ала.

#БерКемДәБерНиҘәОнотолмаған #день_памяти_жертв_политических_репрессий
Йыл һайын 30 октябрҙә сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө билдәләп үтелә. Был көндә күптәр сәйәси золомдарҙан ҡаза күргән туғандарын, яҡындарын, милләттәштәрен һыҙланыу менән иҫкә ала. Йомаш ауылында 2017 йылда Әхмәтов Нух, Баймырҙин Малик, Сәйғәфәрова-Ибраһимова Нәсимә инициативаһы менән төҙөлөп асылған “Оло золом ҡорбандары” таҡтаташын ҡәҙерләп, тәрбиәләп тотабыҙ. Быйыл октябрь айында Әхмәтов Н. уға һуға торған металды сынйыры менән өҫтәп ҡуйҙы. Шулай уҡ ул алып килгән буяу менән таҡтаташты яңырттыҡ. Был урын ауыл өсөн иҫтәлекле һәм тарихи урындар ҙың береһе булып тора. Ауылдаштарыбыҙ-сәйәси золом ҡорбандары – Аҡбулатов Әбдрәхмән, Аҡбулатов Ниғәмәтулла, Аҡбулатов Ноғмән һәм исемлектәге барлығы 34 кешене иҫкә алып торайыҡ, онотмайыҡ. Был һәйкәлде эшләүҙә ҡатнашҡан ауылдаштарыбыҙға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.
Әлфиә Баййегетова.
Читайте нас: