#Айыҡауыл2020 #Трезвоесело2020
#ИҫкҽСибайБаймаҡрайоны #СтарыйСибайБаймакскийрайон
Заманында әүҙем, дәртле йәштәрҙе берләштергән, илһөйәрлек тойғоһо, ҙур, изге эштәргә ынтылыш уятҡан ВЛКСМ барлыҡҡа килеүенә 102 йыл тула. Совет осорондағы байтаҡ төҙөлөштәр, социаль мөһим объекттар комсомолдар ярҙамы менән ҡыҫҡа ваҡытта файҙаланыуға тапшырыла ине.
1983 йыл апрель айында бер төркөм йәш комсомолецтарҙан төҙөлгән отряд, Красноярск өлкәһенә КАТЭКты төҙөргә юлланабыҙ. Башҡортостандың төрлө райондарынан йыйылған, төрлө һөнәргә эйә булған йәш,дәртле, романтик йәштәр. Бөтәһе лә дуҫ, тыуғандар, һәр саҡ бер-береһенә ярҙамға килергә әҙер,бер икмәкте бишкә бүлгән саҡтар.Баймаҡ районынан да бер төркөм йәштәр инек, ҙур төҙөлөшкә юлланыр алдынан Өфө лә ҡунаҡхана ла йәшәнек, баш ҡала буйлап экскурсия, төрлө мәҙәни сараларға алып йөрөнөләр, тимер юл вокзалын да тантаналы оҙаттылар.
Нисә йылдар үтһә лә яҡты хәтирәләр һаҡлана, күпме йәштәр үҙ парҙарын таптылар, туйҙар, бала-сағалар. Бөгөнгө көндә лә аралашабыҙ, осрашыуҙар үткәрәбеҙ, юйылмай йәшлек хәтирәләре.
Комсомолдың тыуған көнө менән ҡотлайым, барлыҡ заманындағы патриотик йәштәрҙе.
+2 °С
Болотло