Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
29 Октябрь 2020, 10:00

Бөгөн - комсомолдың тыуған көнө

Комсомоллы йәшлегем Йәшлегемә ҡайтам, тип йырламайым, Беләм уның мөмкин булмауын. Ә бары тик ҙур һөйөнөс менән Иҫкә алам йәшлек йылдарын...

29 октябрь - комсомолдың тыуған көнө
Комсомоллы йәшлегем
Йәшлегемә ҡайтам, тип йырламайым,
Беләм уның мөмкин булмауын.
Ә бары тик ҙур һөйөнөс менән
Иҫкә алам йәшлек йылдарын.
Беҙҙең йәшлек колхоз ҡырҙарында
Шәкәр сөгөлдөрө утаны,
Бесән сапты, эҫкерттәргә һалды,
Ә йөрәген һүнмәҫ ут алды.
Беҙҙең йәшлек ырҙын табағына
Комбайндан иген ташыны.
Ә кистәрен ауыл клубында
Ул бейене ярһып, шашынып.
Беҙҙең йәшлек төнгө урамдарҙы
Дәртле йырҙар менән уятты...
Кемдер әрләп ҡалды, ә кемдеңдер
Йөрәгендә һағыш ҡуҙғытты...
Беҙҙең йәшлек йыраҡ ҡалаларҙа
Һөнәр үҙләштерҙе тырышып,
Армияла хеҙмәт итте теләп,
Йөрөмәне ҡасып, талашып...
Беҙҙең йәшлек урамдарҙа түгел,
Комсомолда күкрәп йәшәне,
Йылы ямғыр булып ергә яуҙы,
Йәйге йәшендәрҙәй йәшнәне!
Йәшлегемә ҡайтам, тип йырламайым,
Бөгөнгөм дә матур бит әле!
Ә йәшлегем ғүмер дәфтәремдең
Комсомоллы сағыу биттәре!
Иҫтәлекле, яҡты биттәре!
(Минең сәхифәғә осраҡлы килеп ингән был шиғырҙың авторы кем икән? Белһәгеҙ, яҙығыҙ әле, зинһар өсөн)
Читайте нас: