Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
18 Октябрь 2020, 15:25

Бөгөн - Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө

Баймаҡ юлсылары һөнәри байрамдарын нисек ҡаршылай?

Бөгөн - Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө. Баймаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығы коллективы һөнәри байрамын лайыҡлы күрһәткестәр менән ҡаршылай. Район буйынса һуҙылған 875 километр юлды төҙөкләндереү, тәртиптә тотоу - тулыһынса уларҙың яуаплылығында. Ҡышҡыһын - ҡарҙан, боҙҙан таҙартыу, яҙғыһын - ремонтлау, йәй һәм көҙ айҙары яңы юл һалыу, төҙөкләндереү буйынса ҡуйылған бурыстарҙы атҡарып сығыу өсөн бар көстәрен һалалар. Быйыл да уларҙың тырышлығы менән районда яңы юлдар һалынды, талап ителгәндәре ремонтланды. Атап әйткәндә, иң мөһим объекттарҙың береһе булып һаналған Баймаҡ - Иҫән - Түбә юлына тулыһынса асфальт япмаһы түшәү эштәре аҙағына яҡынлаша. Шуның менән күптәнге проблема хәл ителеү өҫтөндә. Бөгөн иһә юл ситен тәртикә килтереү, юл билдәләре ҡуйыу саралары менән мәшғүлдәр.
Бынан тыш юлсылар Баймаҡ - Сибай, Баймаҡ Амангилде - Сермән трассаһында ла байтаҡ эштәр башҡарҙы.
Әле бөгөн дә идаралыҡтың асфальт-бетон заводы торбаларынан ҡара төтөн сыға. Тимәк тағы ла ҡайҙалыр асфальт түшәләсәк.
Хөрмәтле юлсылар! Һеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ менән райондың социаль инфраструктураһы баһалана, хеҙмәтегеҙ, тырышлығығыҙ арҡаһында ҡала һәм райондың юлдары төҙөкләнә. Барығыҙға ла сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйбеҙ!
Читайте нас: