Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
16 Сентябрь 2020, 12:49

Ағинәйҙәр осрашты. Уртаҡ фекер тупланды

Өмөтбайҙар йыйын йыйҙы

Баймаҡ районы Билал ауыл биләмәһенең Өмөтбай ауылында үткән ағинәйҙәр йыйынында ...
Баймаҡ ҡалаһы һәм районы ағинәйҙәре делегацияһы Өмөтбай ағинәйҙәренең тәжрибәле рәйесе Әнүзә Мәжитованың саҡырыуын ҡыуанып ҡабул итте - төбәк - ара тәжрибә уртаҡлашыу , гүзәл тәбиғәтле Өмөтбай ауылы менән танышыу , һ б бөтәһе лә бик мөһим ине . Беҙҙе - Ярат , 1 - се Этҡол , Йомаш ауыл биләмәләренең делегацияһын , биләмә башлығы Саптаров И Ш ҡаршы алды , күп тә үтмәй , Баймаҡ ҡалаһы , Таһир , Ишмөхәмәт , Билал ауылдарынан да килеп еттеләр , Өмөтбай ағинәйҙәренең ,, Ҡунаҡ ҡаршы алыу " йолаһын боронғоса күрһәтеүҙәре күңелдәрҙе үҫтереп ебәрҙе . Әнүзә Мәжитова Өмөтбайҙың 7 мөғжизәһе менән таныштырып , тирә - яҡтағы тауҙар, йылғалар , шишмәләр тарихын бәйән итте , күмәкләп Әүлиә тауына сағыу кейемле ағинәйҙәр юлланды .
Тәбиғәт үҙенәлекле , иҫ киткес Өмөтбайҙа - һомғол ҡайын , ҡыҙғылт биҙәккә мансылған муйыл , Өмөтбайҙа ғына үҫкән 3 ҡара ҡайын , һ б - әкиәти матурлығы менән ҡунаҡтарҙы сихырланы . Урман эсе шул тиклем таҙа , бер ерҙә лә һынған , ауырыу төшкән ағас юҡ ...
Ауыл эсенән бер түгел өс йылға аға ... Яҡында ғына Әүлиә шишмәһе ... Бөтә тауҙарына ла бергә күтәрелеп , иң бейек ерҙән ауылға ҡарап , һоҡландыҡ , фәһем алырлыҡ традициялары тураһында тыңланыҡ .
Беҙҙе иң ҡыуандырғаны - хакимиәт башлығы Саптаров И Ш ауылдың тарихын енәһенән ебенә тиклем белеүе , диндар булыуы , шул тиклем дә илһөйәр , көслө рухлы милләттәшебеҙ һәм алдынғы ҡарашлы етәксе булыуы , ағинәйҙәр йәмәғәт ойошмаһына таянып , иңгә иң терәп , бер маҡсатлы булып эшләүе булды .
Өмөтбайҙа ,, Татарҙар " урамы бар икән , ағинәйҙәр, 11 сентябрь — милли кейем байрамын дауам итеп , ошо урамдан милли кейемдә атлап үтте , Әнүзә Мәжитованың урам тарихы менән таныштырыуы , был урамда тыуып үҫкәндәр араһынан республикала билдәле бихисап күренекле шәхестәр сығыуын һөйләүе үтә лә фәһемле булды .
Йыйындың икенсе өлөшөндә тәжрибә уртаҡлашыу , милли йолалар , ғөрөф - ғәҙәттәр , халыҡ кәсептәрен үҫеп килгән быуынға еткереү , ғаилә тәрбиәһендә ҡартәсәй һәм өләсәйҙәрҙең тотҡан урыны , алдағы осорға бурыстар һәм пландар менән танышыу йәнле барҙы . Әнүзә Мәжитова ,, беҙ милли кейемдәр буйынса эстафета иғлан иткәйнек " , тип һәм эстафетаны Ярат зонаһы ағинәйҙәренә тапшырҙы . Билал , Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе башлыҡтары Илдар Саптаров һәм И Ишмөхәмәтовтың сығышы , Ярат ауылы аҡһаҡалы Мөхтәр Монасиповтың ,, Аҡһаҡалдарҙың ағинәйҙәргә һүҙе " , ҡала ағинәйҙәре рәйесе Хөрмә Биктимерованың , ағинәйҙәрҙең кураторы Сәрүәр Иҙелбаеваның , Билал китапханасыһы Райхана Булатова , һ б сығыштары тыңланды . . Артабан Өмөтбай ағинәйҙәре үҙҙәренең ,, Ашьяулыҡ " проектына ярашлы , ,, Ҡорбан итен ашатыу " йолаһын бөтә нескәлектәренә тиклем дөрөҫ үтәп , ҡунаҡтарҙы һыйланы .
Өмөтбайҙарҙың рухиәтле халҡына һоҡланып , уларға рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе әйтеп , тәбиғәтенә ғашиҡ булып ҡайттыҡ беҙ ...
Гүзәл Монасипова , Баймаҡ районы ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе.
Читайте нас: