Яңы йылдан һуң оҙайлы канкулға китергә өйрәнеп тә бөттөк инде. Ләкин һуңғы ваҡытта уны бөтөрөү тураһында һүҙ бара. Ошо көндәрҙә Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы киләһе йылға яҡынса ял һәм байрам көндәрен билдәләне. Шулай итеп ҡышҡы каникул буласаҡмы?
Эйе. Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы яҡынса ҡышҡы каникулды 1-10 ғинуарға билдәләне. Ведомство белгестәре ял көндәрен күсереү тураһында проект әҙерләгән.
Бынан тыш 21, 22 һәм 23 февраль, 6, 7 һәм 8 март, 1, 2 һәм 10 май, 12, 13 һәм 14 июнь ял көндәре тип иҫәпләнәсәк. Тағы ла рәсәйҙәргә 4 ноябрҙән алып 7-һенә тиклем дә ял итергә тәҡдим итәләр.
Фото сығанаҡ: https://yandex.ru/images/search?text=%D0%BD%D0%BE%D0%B2%D1%8B%D0%B9%20%D0%B3%D0%BE%D0%B4%202021m%D0%BA%D0%B0%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%B4%D0%B0%D1%80%D1%8C&stype=image&lr=20673&source=wiz&pos=0&img_url=https%3A%2F%2Fv-2021.ru%2Fwp-content%2Fuploads%2F2020%2F03%2F7-9.jpg&rpt=simage