Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
1 Сентябрь 2020, 00:00

11 сентябрҙә Өфөлә Милли костюмдар көнө уҙасаҡ

Башҡортостан Башлығы бөгөнгө кәңәшмәлә шулай тип белдерҙе.

Хөкүмәттә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә бөгөн башҡорт телендә сығыш тыңланыҡ, тип яҙа үҙенең социаль селтәрендәге сәхифәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров. "Был дөрөҫ тә. Дәүләт телдәре эшмәкәрлектең барлыҡ йүнәлештәрендә лә ҡулланылырға тейеш. Сығыштың темаһына килгәндә, 2019 йылдың аҙағында өр-яңы байрам – Милли костюм көнөн булдырыу тураһында ҡарар ҡабул иттек. Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт вәкиле йәшәй, һәр ҡайһыһының мәҙәни үҙенсәлеге бар. Уларҙы милли кейем аша ла күрһәтергә мөмкин. Милли костюм көнөн быйыл апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында үткәрербеҙ, тип уйлағайныҡ. Пандемия арҡаһында тәүге байрам онлайн форматта ғына уҙҙы. 11 сентябрҙә, сирҙе иҫкәртеү талаптарын иҫәпкә алып, байрамды айырым майҙандарҙа ла үткәрәбеҙ. Сараларҙың байтағы интернет платформалар ярҙамында ойошторола. Ҡыҙыҡлы булмаҡсы" - ти ул.
Баймаҡтар, Милли костюмдар байрамына әҙерләнәйек!
Читайте нас: