Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн - Халыҡ-ара дуҫлыҡ көнө

Аллаһтан һораған саҡта яҡшы дуҫ та һорағыҙ. Үҙеңде яуыз дуҫтарҙан һаҡлауын да һорағыҙ...

Был көндө билдәләү тураһындағы ҡарар Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан 2011 йылдың 27 апрелендә ҡабул ителгән. Дуҫлыҡ көнөнөң төп бурыстарының береһе – халыҡтар араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, йәштәрҙә, шул иҫәптән, буласаҡ етәкселәрҙә төрлө милләттәргә һәм мәҙәниәттәргә ихтирам һәм хөрмәт тәрбиәләү. Дуҫлыҡ тураһында бөйөк Мифтахетдин Аҡмулла былай тигән:
- Аллаһтан һораған саҡта яҡшы дуҫ та һорағыҙ.
Үҙеңде яуыз дуҫтарҙан һаҡлауын да һорағыҙ.
Донъялыҡта дуҫтарҙың да төрлөләре ос(о)рай.
Һеҙ уларҙың миһырбанлы булыуын да һорағыҙ.
Бәхетле булған кешенең дуҫтары ла бик яҡшы.
Улар ярҙам өсөн һуҙған устары ла бик яҡшы.
Ысын дуҫтың саф йөрәктән биргән төймәһе лә бит
Дошманыңдан алған оло дөйәнән яҡшы.
Читайте нас: