Бөтә яңылыҡтар

Дуҫтар көнө менән, дуҫтар!

“Дуҫ булһаң - дуҫ ҡәҙерен онотма”, “Дуҫы ныҡты яу алмай”, “Дуҫтың дуҫ икәне бәлә килгәндә беленер". . . Дуҫлыҡ тураһында тағы ла ниндәй әйтем, мәҡәлдәр беләһегеҙ, дуҫтар? Ә баҡсамдағы был аҡ сәскәләр һеҙгә, дуҫтарым!

Дуҫтар көнө менән, дуҫтарым!!!
Кем һуң ул - дуҫ? Һин илағанда эйәреп илар, көлгәнеңдә эйәреп көлөр кешеме? Әллә инде һалҡын аҡыл менән кәңәштәрен биреүсеме? Дуҫыңдың иңдәреңдән күтәреп: "Дуҫым, бирешмә!" - тиерлек булһын ул. Шатлыҡ килгәндә, һинең менән бергә шатланһын. Һинекен үҙенеке кеүек итеп ҡабул итһен.
“Дуҫ — дуҫтың көҙгөһө”. Ысынлап та, әгәр дуҫың ышаныслы икән, ул, һис шикһеҙ, көҙгө кеүек һинең кәйефеңде сағылдыра. Һиңә һөйөнөс килгән икән, уға ла күңелле, ҡайғыға юлыҡһаң, уның да йөрәге әрней. Улай ғына ла түгел, дуҫ — был йәһәттән уртаҡ фекерҙәш тә. Ошондай осраҡта дуҫлыҡ ныҡлы, бер-береһенә таяныс кешеләр берҙәм була. “Дуҫ булһаң - дуҫ ҡәҙерен онотма”, “Дуҫы ныҡты яу алмай”, “Дуҫтың дуҫ икәне бәлә килгәндә беленер” кеүек мәҡәлдәр ҙә тап юғарыла әйтелгәндәрҙе нығыта.
Тик халыҡ дуҫлыҡ бар ерҙә дошман барлығын да иҫкәртмәй ҡалмай. Ә инде ысын дуҫ тип йөрөгән кешең аҫтыртын дошман булып сыҡһа, был — иң хәтәре! Шуға ла “Боҙолошҡан дуҫ дошмандан да яман” тигән аҡыл эйәләре. “Дошмандан илең һаҡла, дуҫыңдан серең һаҡла”, “Дошманыңды танырға тырыш — дуҫ кейемендә булмаһын”, “Дуҫым, тип серең һөйләмә, дуҫыңдың да ысын дуҫы булыр, ул да һөйләр дуҫына”, “Ысын дуҫ артыңда маҡтар”, “Ялған дуҫ ялағай булыр” кеүек мәҡәлдәр ҙә ысын дуҫты ялған дуҫтан айырырға өйрәтә.
Эс серҙәрен бушатырҙай ысын дуҫ күп булмай. Ундай дуҫты табыу һынауҙар аша үтә. Дуҫтың иң яманы — ике йөҙлө булыуы. “Ике йөҙлө дуҫтан дошман яҡшы”, - тип киҫәтә был турала халыҡ мәҡәле. Зәзәйем дә гел әйтә торғайны: "Дошманың дошман булып түгел, ә дуҫ булып ҡыла", - тип. Аҡһаҡалдар, дуҫыңа баш булма, иш бул, ти. Утты-һыуҙы кискән, күпте күргән оло быуын кешеләренең һүҙенә ҡолаҡ һалырға кәрәк, сөнки уларҙа халыҡ аҡылы ята. Дуҫ булғас, уның ҡәҙерен дә белеү мөһим, әммә халыҡ әйткәнсә: “Ысын дуҫ көлгәндә түгел, ә бөлгәндә беленә”.
Заман башҡа — заң башҡа, тиҙәр. Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренә дуҫлыҡҡа аҡсалы кешеләрҙе генә “һайлай”. Тимәк, аҡсаң күп булһа, имеш, дуҫтарың да күп булыр. Был хаҡта халыҡ бик үткер итеп: “Кеҫәң ҡалын булһа - дуҫтар табыла”, — тигән. Ләкин аҡсаға ғына ҡоролған дуҫлыҡты ысын дуҫлыҡ, тип әйтеп булмай. Был осраҡта аҡса бөтһә “дуҫлыҡ” та селпәрәмә киләсәге көн кеүек асыҡ.
Нисек кенә булмаһын, дуҫтар, бер-беребеҙҙе ҡәҙерләп йәшәргә өйрәнәйек.
Читайте нас: