Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

1 июнь - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө

Халыҡ-ара балалар көнө – боронғо байрамдарҙың береһе һанала. Уны үткәреү тураһындағы ҡарар 1925 йылда Женева ҡалаһында балалар именлеге мәсьәләләренә арналған Бөтә донъя конференцияһында ҡабул ителгән.Балаларҙың именлеген теләп, диндә доға ҡылыу ҙа бар:

1 июнь - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө


Халыҡ-ара балалар көнө – боронғо байрамдарҙың береһе һанала. Уны үткәреү тураһындағы ҡарар 1925 йылда Женева ҡалаһында балалар именлеге мәсьәләләренә арналған Бөтә донъя конференцияһында ҡабул ителгән. Балалар һаулығын һәм именлеген яҡлау проблемалары бик актуаль булған ваҡытта, Икенсе донъя Йәйҙең беренсе көнө йылы ҡояш менән ҡыуандырһа, ул икеләтә байрамға әйләнә, сөнки ошо көндә күп илдәрҙә Халыҡ-ара балалар көнө билдәләнә. Был байрам һуғышынан һуң, Парижда 1949 йылда ҡатын-ҡыҙҙар конгресы үтә, унда ҡатнашыусылар балаларҙың берҙән-бер бәхет гарантияһы - донъяла тыныслыҡ булдырыу тураһында ант бирә. Унан һуң бер йыл үткәс, йәғни 1950 йылдың 1 июнендә беренсе тапҡыр Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө үткәрелә һәм ул йыл да ойошторола башлай.
Ислам динендә балаларға бағышлап доға ҡылыу ҙа бар. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм, үҙенең ейәндәре Хәсән менән Хөсәйенде һаҡлауын һорап, шулай доға ҡылған: «Әғуҙү бикәлимәәтилләәһит тәәммәти мин күлли шәйтаанин һәммәһ, үә мин күлли гәйнин ләәммәһ». Тәржемәһе: «Алланың камил һүҙҙәре менән барлыҡ зарар килтереүселәр һәм күҙ тейҙереүселәрҙән, йә Алла, Үҙеңә һыйынам». Балаларға Күҙ тейгәндә «Фатиха», «Ихлас», «Аятел Көрси», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләрен уҡыйҙар. Шулай уҡ «Аятел Көрси»ҙе уҡып, түбәндәге доғаны ла бағышлайҙар: «Әлхәмдүлилләһи Раббил ғәәләмиин, әссаләтү үәссәләәмү ғәләә расүлиһи Мүхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә әсхәәбиһи әжмәғин». Мәғәнәһе: «Йә Раббым, ошо баламдың иҫән-һау булыуын насип ҡыл! Уны төрлө күңелһеҙ хәлдән, бәлә-ҡазанан, яман уйлы кешеләрҙән, шайтан зарарынан һаҡла. Ярҙамыңдан ташлама. Үҙ рәхмәтеңдә булыуын насип ит!»
Читайте нас: