Бөгөн – Бөтә донъя бал ҡорттары көнө!
20 май Бөтә донъя бал ҡорттары көнө тип иғлан ителгән, сөнки ҡортсолоҡҡа, умартасылыҡҡа нигеҙ һалған Антон Янша ошо көндә тыуған.
Бал ҡорттары, бал тураһында халыҡ ижадында ла йыш осорай.
Мәҫәлән башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре:
1.Ҡорттоң инәһе ҡайҙа ҡунһа, күсе шунда ҡуна.
3. Бал ҡортоноң балы бар, балға хәтлем наҙы бар.
4. Балын яратһаң, ҡортон да ярат.
5. Бар сағында — бал да май, юҡ сағында — ҡаты ла мыты.
6. Барын-юғын белмәйҙер, бал теләйҙер тамағым.
8. Баллы һүҙ баш әйләндерә.
9. Бал татлы булһа ла, хеҙмәте әсе
10.Бал тәмле тип бармаҡты тешләп булмай.
1. Бал ҡорттары кейәне асыҡ ҡалдырһа, ҡыш йылы була.
2. Ҡыш көнө ағаста бәҫ булһа, бал уңа.
3. Бал ҡорттары иртән иртүк осмаһалар, көндөҙ ямғыр буласаҡ.
4. Умартанан туп-тура осоп сыҡһалар, көндәр аяҙға торасаҡ.
5. Бал ҡорто әйләнеп ҡайтһа, ямғыр яуа.
1. «Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ ҡалған?» 2. «Айыу ниңә ҡыш буйы өңөнән сыҡмай?»
3. «Айыу менән бал ҡорттары».
https://vk.com/wall-75094756_34957