Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
12 Апрель 2020, 10:15

12 АПРЕЛЬ - БӨТӘ ДОНЪЯ АВИАЦИЯ ҺӘМ КОСМОНАВТИКА КӨНӨ!

Космонавтика көнө  1962 йылдан билдәләнә. Ә шулай ҙа 1968 йылдан ғына ул рәсми рәүештә байрамға әйләнә. Был хаҡтағы ҡыҙыҡлыраҡ мәғлүмәт беҙҙең сайтта.

Элек-электән йондоҙҙарҙың серле емелдәүе һәм күктең сикһеҙлеге кешеләрҙе үҙенә йәлеп иткән. Бала саҡта зәңгәр күккә төбәлеп, кемебеҙ Йыһанды иңләү тураһында хыялланманы икән!?
Космонавтика көнө  1962 йылдан билдәләнә. 1968 йылдан ул рәсми рәүештә байрамға әйләнеп, Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнө тип атала. Советтар Союзында йыһанды ентекле тикшеренеү эштәре үткән быуаттың 50-се йылдары аҙағында башлана. 1957 йылда Ерҙең тәүге яһалма юлдашы орбитаға сығарыла, ә 1961 йылдың 12 апрелендә Юрий Гагарин кешелек тарихында беренсе булып космосҡа оса. Был ҡаҙаныш Советтар Союзын донъяла алдынғы урынға сығара, илдең халыҡ-ара абруйын күтәрә.
Йыһанды яулауҙа Башҡортостан кешеләренең дә өлөшө бар. Өфө приборҙар төҙөү производство берекмәһендә ракеталар, спутниктар һәм орбиталь станциялар өсөн ҡорамалдар етештерелһә, Белорет металлургтары ҡатнашлығында элемтә өсөн махсус йыһаздар эшләп сығарыла. Башҡорт балы ла  космонавтарҙың көндәлек туҡланыу рационына индерелгән.
Читайте нас: