Бөтә яңылыҡтар

Юбилейығыҙ ҡотло, атыр таңдарығыҙ яҡты булһын, хөрмәтле коллегабыҙ!

Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең генераль директоры, яҡташыбыҙ, Баймаҡ районының арҙаҡлы улдарының береһе Илһам Миңлеғәле улы Йәндәүләтов бөгөн үҙенең күркәм ғүмер байрамын – 50 йәшлек юбилейын билдәләй.Илһам Миңлеғәле улын беҙ булдыҡлы һәм алдынғы ҡарашлы етәксе, халҡы өсөн янып йәшәүсе шәхес, оҫта ойоштороусы булараҡ беләбеҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Ул Урал аръяғы төбәгенең журналистикаһын үҫтереүгә тос өлөш индерҙе, “Атайсал” гәзитендә хәбәрсе булды, аҙаҡ оҙаҡ йылдар “Һаҡмар” гәзитенең баш мөхәррире булып уңышлы эшләне. Ул йылдарҙа “Һаҡмар” республикала бөтә өлкәләр буйынса ла иң алдынғылар рәтенә сыҡты, үҙенсәлекле тәжрибә үҙәге булып һаналды. Редакция журналистары бөгөн дә ошо эште уңышлы дауам итә.Илһам Миңлеғәле улы үҙ коллективындағы эште юғары кимәлдә ойоштороп ҡына ҡалманы, ә бөтөн Урал аръяғы журналистарын туплауға, төрлө саралар үткәреүгә тос өлөш индерҙе. Ул осорҙа редакциялар араһында спартакиадалар даими уҙҙы, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында семинарҙар ойошторолдо. Уларҙы тап И.Йәндәүләтов ойоштороп йөрөнө.Бына байтаҡ йылдар инде Илһам Миңлеғәле З.Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтен уңышлы етәкләй. Бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа ла булдыҡлы етәксе нәшриәт эшмәкәрлеген юғары кимәлдә ойоштороуға өлгәшә, ил кимәлендә иң алдынғылар рәтендә һанала. Ҙур коллективты туплап, яңы үрҙәргә әйҙәү, ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн ул бар көсөн һалып эшләй. Хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн ул “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә, коллегаларының ысын хөрмәтенә лайыҡ булды.Илһам Миңлеғәле улын алтын юбилейы ысын күңелдән тәбрикләп, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, эшендә яңы ҡаҙаныштар, рух ныҡлығы, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Юбилейығыҙ ҡотло, атыр таңдарығыҙ яҡты булһын, хөрмәтле коллегабыҙ!

Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең генераль директоры, яҡташыбыҙ, Баймаҡ районының арҙаҡлы улдарының береһе Илһам Миңлеғәле улы Йәндәүләтов бөгөн үҙенең күркәм ғүмер байрамын – 50 йәшлек юбилейын билдәләй.
Илһам Миңлеғәле улын беҙ булдыҡлы һәм алдынғы ҡарашлы етәксе, халҡы өсөн янып йәшәүсе шәхес, оҫта ойоштороусы булараҡ беләбеҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Ул Урал аръяғы төбәгенең журналистикаһын үҫтереүгә тос өлөш индерҙе, “Атайсал” гәзитендә хәбәрсе булды, аҙаҡ оҙаҡ йылдар “Һаҡмар” гәзитенең баш мөхәррире булып уңышлы эшләне. Ул йылдарҙа “Һаҡмар” республикала бөтә өлкәләр буйынса ла иң алдынғылар рәтенә сыҡты, үҙенсәлекле тәжрибә үҙәге булып һаналды. Редакция журналистары бөгөн дә ошо эште уңышлы дауам итә.
Илһам Миңлеғәле улы үҙ коллективындағы эште юғары кимәлдә ойоштороп ҡына ҡалманы, ә бөтөн Урал аръяғы журналистарын туплауға, төрлө саралар үткәреүгә тос өлөш индерҙе. Ул осорҙа редакциялар араһында спартакиадалар даими уҙҙы, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында семинарҙар ойошторолдо. Уларҙы тап И.Йәндәүләтов ойоштороп йөрөнө.
Бына байтаҡ йылдар инде Илһам Миңлеғәле З.Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтен уңышлы етәкләй. Бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа ла булдыҡлы етәксе нәшриәт эшмәкәрлеген юғары кимәлдә ойоштороуға өлгәшә, ил кимәлендә иң алдынғылар рәтендә һанала. Ҙур коллективты туплап, яңы үрҙәргә әйҙәү, ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн ул бар көсөн һалып эшләй. Хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн ул “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә, коллегаларының ысын хөрмәтенә лайыҡ булды.
Илһам Миңлеғәле улын алтын юбилейы ысын күңелдән тәбрикләп, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, эшендә яңы ҡаҙаныштар, рух ныҡлығы, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Юбилейығыҙ ҡотло, атыр таңдарығыҙ яҡты булһын, хөрмәтле коллегабыҙ!
Читайте нас: