Бөтә яңылыҡтар

Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылап

Мерәҫ ауыл биләмәһендә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының яҡты иҫтәлегенә ҙур байрам үтте. #национальныепроекты

Мерәҫ ауыл биләмәһендә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының яҡты иҫтәлегенә ҙур байрам үтте. Ул ауыл биләмәһенең кавалерия дивизияһы ветерандары, бөгөн инде гүр эйәһе булған Сәғитов Ирғәле Мырҙағәле улының килене, Хәсәнов Муллағәле Мырҙағәле улының балалары менән берлектә үтте. Байрамдың беренсе өлөшөндә
"Еңеү" паркында һәйкәл янында мәрхүм яугирҙәребеҙгә аят бағышланды. Хәтирәләр менән уртаҡлашҡандан һуң, Бәхтегәрәйҙә йәшәүсе Ғилминур Муллағәле ҡыҙының атай тураһында үҙе яҙған шиғырҙары күңелдәргә үтеп инде. Бер минут тынлыҡтан һуң, һәйкәлгә венок, сәскәләр һалынды.
Сараның икенсе өлөшөндә аттар сабышы, ат өҫтөндә көрәш уйыны башланды. Байрамда район Советы депутаты, Баймаҡ мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Руслан Даурбеков ҡатнашты һәм республика, район тарафынан уҙғарылған"Ылаҡ", ат сабыштарында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Зәбир Рәхмәтуллинға район хәкимиәтенең рәхмәт хатын тапшырҙы. Яугирҙәрҙең балалары үҙҙәре төрлө ярыштар үткәрҙе һәм "Ағинәйҙәр", ҡатын- ҡыҙҙар советы менән берлектә сараға килеүселәргә тәмлекәстәргә ҡушып эҫе сәй эсерҙеләр. Ярышта ҡатнашыусыларҙың, йырлап, шиғыр һөйләүселәрҙең барыһына ла әҙерләгән бүләктәрен тапшырҙылар. Әйтергә кәрәк, елле бүләктәр әҙерләгәндәр ине. Ат сабышында беренсе урынды алыусыға Ғилминур Муллағәле ҡыҙы әҙерләгән һарыҡ эләкте. Тағы ла еңеүселәребеҙ хәкимиәт, Зәкирә Газина әҙерләгән бүләктәрҙе алып ҡыуандылар.
Ошо сарала ярҙам итеүселәрҙең, ҡатнашыусыларҙың, ҡарарға килеүселәрҙең барыһына-барыһына ла ҙур рәхмәтлемен! Тыныс тормоштоң, хоҙай биргән ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, һаулыҡта, ҡайғы- хәсрәтһеҙ йәшәүегеҙҙе теләйем! Ә инде мәрхүмдәребеҙҙең рухтары шат булһын, мәңгелек йоҡолары тыныс булһын!
Таңсулпан Хафизова,
Мерәҫ ауыо биләмәһе башлығы.
Читайте нас: