Һаҡмар
-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Беренсе Этҡол "Ағинәйҙәр"е Фольклориадаға әҙер!

Беренсе Этҡол ауылында Бөрйән ырыуы милли кейемдәрендәге һәм биҙәүестәрендәге хаталарҙы бөтөрөү буйынса “Оҫталыҡ дәрестәре” үтте. #национальныепроекты

Беренсе Этҡол ауылында Бөрйән ырыуы милли кейемдәрендәге һәм биҙәүестәрендәге хаталарҙы бөтөрөү буйынса “Оҫталыҡ дәрестәре” үтте.

Ауылда “Ағинәйҙәр” ойошмаһы күптән түгел генә барлыҡҡа килде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан улар ең һыҙғанып эшкә тотондо. Милли традицияларҙы, йолаларҙы, кәсептәрҙе, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау, таратыу буйынса әүҙемлек күрһәтәләр. Ауыл биләмәһе башлығы Юлдаш Раев улар өсөн айырым бүлмә лә беркеткән.

Ошо көндәрҙә ауылдың “Ағинәйҙәре” йыйын йыйҙы. Унда район “Ағинәйҙәре” етәксеһе Гүзәл Монасипова, Йомаш, Ғүмәр ауылдары ағинәйҙәре ҡатнашты. Көнһылыу Азаматова алға ҡуйылған пландары менән таныштырҙы. Быйыл Өфөлә милли кейемдәр парадына, Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйына, Фольклориадаға әҙерлек алып барыу маҡсатында милли кейемдәр һәм биҙәүестәрҙәге хаталарҙы төҙәтеү өҫтөндә эш алып барыуға акция иғлан ителде. Райондың һәм республиканың милли кейемдәр һәм биҙәүестәр оҫтаһы Суфия Әсәнова Бөрйән ырыуы милли кейеме үҙенсәлектәре буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Үҙе теккән камзул, милли күлдәктәрҙән күргәҙмә ойошторҙо. Суфия Хәмзә ҡыҙы Бөрйән ырыуы ҡатын-ҡыҙҙарынының еләне, күлдәге, ҡашмауы, ҡушьяулығы, аяҡ кейемдәре - ҡата һәм сарыҡ, һәм башҡалар тураһында ентекле итеп аңлатты. Милли күлдәктәр, биҙәүестәр һатыу ойошторолдо.

Билдәле милли биҙәүестәр оҫтаһы, Баймаҡта “Хазина” ҡул эштәре түңәрәге етәксеһе Миңлегөл Килмәкова Бөрйән ырыуы селтәре һәм ҡашмауын эшләгәндә ниндәй хаталар ебәрелеүе хаҡында бәйән итте. Уларҙы үҙенең коллекцияһында күрһәтте.

Читайте нас: