Бөтә яңылыҡтар

"Автоледи - 2020" конкурсы үтте

Бикеш ауылында йәштәр советы тарафынан “Автоледи – 2020” байрамы үтте. Унда “ҡорос атты” йүгәнләгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн төрлө конкурстар ойошторолдо.

Бикеш ауылында йәштәр советы тарафынан “Автоледи – 2020” байрамы үтте. Унда “ҡорос атты” йүгәнләгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн төрлө конкурстар ойошторолдо. Юл тамғаларының аңлатмаһын билдәләп, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен нығытып үттеләр. “Змейка” күнекмәһен дә күптәр ҡаршылыҡһыҙ үтеүгә өлгәштеләр. Ә инде әгәр ҙә һеҙҙе ЮХХДИ инспекторы туҡтатһа, үҙегеҙҙе нисек тотор инегеҙ, тигән һорауға ҡыҙыҡлы яуаптары менән күңелдәрҙе күтәрҙеләр.

Байрам юғары кимәлдә үтте. Тамашасылар алдында беҙҙең конкурсант ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ һынатманы, бар һынауҙарҙы ла уңышлы үттеләр.

Байрамдан фотоларҙы түбәндәге һылтанма аша ҡарай алаһығыҙ: https://vk.com/album-147197302_270944976

Читайте нас: