Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан гүзәле – Зөлфиә!

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың иң гүзәл, иң матур ҡыҙы һайланды. Еңеп сыҡҡан ҡыҙ ҡайҙан, тип уйлайһығыҙ?

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың иң гүзәл, иң матур ҡыҙы һайланды. Конурстың төп талабы - ҡыҙҙарҙың башҡорт телендә яҡшы аралашыуҙары, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе белеүе мотлаҡ ине. Бынан тыш улар бейеп, йырлап күрһәтергә, шулай уҡ дизайнер модаһын күрһәтергә тейеш ине.

Ҡуйылған һынауҙарҙы уңышлы үткән Баймаҡ районы һылыуы Зөлфиә Байбулатова еңеүсе итеп билдәләнде. Йылайыр районынан Ләйсән Нәҙерғолова – икенсе, Белорет районынан Айһылыу Хәйруллина өсөнсө урындарҙы алды. “Мисс туризм” номинацияһында Силәбенән Аймара Нафиҡова билдәләнде. “Интернет гүзәле – 2020” номинацияһында еңеүсе итеп Салауаттан Азалия Алламоратова танылды.

Быйыл конкурстың тағы ла бер яңылығы – балалар өсөн айырым конкурс ҡаралды. Унда ҡатнашҡан ун ҡыҙ бала ла еңеүсе итеп билдәләнде.

Читайте нас: