Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
26 Февраль 2020, 17:10

8 Мартта нисек ял итәбеҙ?

8 Март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан рәсәйҙәрҙе өҫтәмә ял көнө көтә, тип иҫкә төшөрә Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

8 Март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан рәсәйҙәрҙе өҫтәмә ял көнө көтә, тип иҫкә төшөрә Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы.

Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына ярашлы, 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – байрам көнө булып тора. Быйыл ул йәкшәмбегә тура килә. Был осраҡта ял байрамдан һуң килгән эш көнөнә күсерелә. Шуға ярашлы, 8 марттағы ял (йәкшәмбе) 2020 йылдың 9 мартына (дүшәмбе) күсерелә. 6 март (йома) эш көнө ҡыҫҡартылмай. Шулай итеп, байрам уңайынан биш көнлөк эш аҙнаһында 7, 8 һәм 9 март байрам көндәре булып тора. Йыллыҡ төп йәки йыллыҡ өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә 8 марттағы байрам көнө отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.

Читайте нас: