Һаҡмар
-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
23 Февраль 2020, 02:15

Шундай шәп егеттәр майҙан тотто!

Мерәҫ ауылының "Еңеү паркы" алдында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған "Йәгеҙ әле, егеттәр!" бәйгеһе үтте.

Мерәҫ ауылының "Еңеү паркы" алдында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған "Йәгеҙ әле, егеттәр!" бәйгеһе үтте. Унда Бәхтегәрәй ауылынан һәм Мерәҫтән ике команда ҡатнашты.
Уйындар дәррәү һәм ҡыҙыу барҙы. Ауыл хакимиәтендә эшләүселәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары Әбдрәхимова Эльвира Зыя ҡыҙы һәм Ямантаева Ләйсән Мулләхмәт ҡыҙы ярышты бик тә ҡыҙыҡлы итеп алып барҙы. Ир-егеттәр уларҙа үҙҙәрен иң көслөһө, иң етеҙе, иң маһиры итеп танытты.
Һөҙөмтәлә Бәхтегәрәй ауылы ир-егеттәре - беренсе урын, ә Мерәҫ ауылы ир-егеттәре икенсе һәм өсөнсө урындарҙы яуланы.
Читайте нас: