Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
23 Февраль 2020, 12:15

Бөрйәнйылғалар "Зарница"ға сыҡты

Йыл да үткәрелеп килгән был матур сарала ауылдың олоһо ла, кесеһе лә ихлас күнелдән ҡатнаша. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

23 Февраль -Ватан һаҡсылары көнө уңайынан Бөрйәнйылға ауылында "Зарница" уйыны үтте. Йыл да үткәрелеп килгән был матур сарала ауылдың олоһо ла, кесеһе лә ихлас күнелдән ҡатнаша. Быйылғы уйында әле генә әрме сафынан ҡайтҡан йәш егеттәр ҙә, 80 йәшкә етеп килгән Нурғәли олатайҙың да ҡатнашыуы оло мәртәбә булды. 3,5 ай саперҙар ғәскәрендә хеҙмәт иткән иң ҡарт һалдатҡа байрам флагын индереү хоҡуғы бирелде. Бараҡал урамы менән С.Юлаев урамдары араһындағы көсөргәнешле ярыш сәмле генә барҙы. Урамдар алдан үҙ-ара кәңәшләшеп, командаларына исем, девиз һәм маршировка һайлап командаларын яҡланы. Быйылғы уйындың тағы ла бер яңылығы - уҡ атыш һәм һөңгө ташлашыу булды. Уларҙы Зөфәр Вәлишин эшләп алып килгән. "Ялан санчасы" фельдшеры Роза Билалова "яралыларҙы" дөрөҫ беренсе ярҙам күрһәтеүҙе ваҡытҡа билдәләп барҙы. Был ярышта "Катюша" менән "Йәш батырҙар" командаһы тигеҙ ваҡыт менән еңде. Ә инде эстафета ярыштарында С.Юлаев урамының "Башҡорт атлылары" командаһы етеҙ булып сыҡты. Мәргәнлектә "Катюша"ларға етеүсе булманы. Рәсәй армияһы тураһындағы зирәклеккә һынауҙарҙы бөтәһенең дә белеүе ҡыуандырҙы. Был инде Тыуған еребеҙҙең тарихын белеүҙәре, илебеҙ менән ғорурланыуҙы билдәләй. Алыҫлыҡҡа граната ташлағанда әле генә әрме сафынан ҡайтҡан Үлйәбаев Салауатҡа етеүсе булмаһа, уҡ атыуҙа Наил Фәйзуллин улы Дамир менән беренселекте бирмәне. "Зарница" уйынына бөтә ғәиләләре менән әүҙем ҡатнашҡан Баязит һәм Шәһиҙә уларҙың улдары Айгиз, Илсур, Байрас менән, Рифат һәм Хәтифә Вәлиевтар улы Ришат, ҡыҙы Мәҙинә менән, Мансур һәм Альбина Вәлишиндар улдары Айбулат менән, Сәлимйән Үлйәбаев улдары Салауат, Айбулат, ҡыҙы Наҙгөл менән, Зөфәр Вәлишин улдары Ирхан, Заһир менән, Айгөл һәм Азамат Теләүсиндар улдары Арслан, Инсаф, ҡыҙы Яҙгөл менән, Алһыу Дәүләткильдина улы Нияз менән, Роза һәм Юлай Билаловтар улдары Юламан, ҡыҙы Алһыу менән Наил Фәйзуллин улы Дамир менән ҡатнашыуы ҡыуандырҙы. Командалар араһында - "Йәш батырҙар", ә урамдар араһында дуҫлыҡтың еңеүе матур күренеш булды. Ялан кухняһы хужабикәләре Альбина Памир ҡыҙы менән Айгөл Миннәхәт ҡыҙы әҙерләгән "һалдат бутҡаһын" байрамда ҡатнашыусылар яратып ашаны.
Читайте нас: