Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
20 Февраль 2020, 10:15

Бөгөн кемдәрҙең байрамы?

Һәр бер нәмәне "Йыуырға кәрәк" тип әйтеүселәр ниндәй категория алкоголиктарға инә? Ә "муллалар", "мине алкоголик тип уйлайһығыҙмы әллә" тип аҡланыусылар? Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Бөгөн бик киң таралған, ләкин күптәр был порофессияны тулыһынса төшөнә алмай яҡты донъянан китәләр. Был профессия еңел кеүек күренһә лә, бик ауыр бирелә. Бөгөн профессионал алкоголиктар көнө. Кемдер өсөн был эсеү өсөн байрам булһа ла, был көндө ҙур проблемаға иғтибар итеү өсөн барлыҡҡа килгән. Сөнки ошо эске арҡыһында күмпе ғаиләләр тарҡала, күпме бәлә килтерә.

Ә кем һун ул Профессионал алкоголиктар?
Алкоголизмдын өс стадияһы бар:

1стадия: Осрашыу хөрмәтенә бер “ярты”ны бушатыуҙар, һәр бер байрамды ҡалдырмай байрам итеүселәр һәм шулай ук "Йыуырға кәрәк...” тип йөрөгәндәр беренсе стадияға
инә, был стадиянын бер плюсы, был рәттә торғандарҙын хәтерҙәре бик шәп була, байрамдарҙы, тыуған көндәрҙе бик шәп иҫтә калдылар.

2 стадия: "Ошонан тере ҡалһам, башҡаса ауыҙыма ла алмаясаҡмын” тип ант итеп, Хатта бер-ике байрам мәжлесендә лә эсмәй “мулла һымаҡ” ултырыуы мөмкин. Тик был оҙаҡҡа түгел, бер ике көндән беҙҙен "мулла" суска кеүек забор буйында ята.

3 статдия: "Һеҙ нимә, мине алкоголик тип уйлайһыҙмы? кәрәк булһа, үҙем ташлармын әле!” тип әйтеүселәр, тик был кешенең эсеүенән яҡын тирәләре ялҡҡандар, ә беҙҙен герой, бер нимә аңламай һәм аңларға ла теләмәй.

Һау булайыҡ, эсмәйек һәм айыҡ тормош алып барайыҡ!

Читайте нас: