Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
12 Февраль 2020, 17:10

Февралдә Рәми тыуған...

Рәми Ғариповтың музейы ҡайҙа урынлашҡан?

Рәми Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Башҡортостандың Салауат районының Арҡауыл ауылында колхозсылар ғаиләһендә тыуған. Атаһы Йәғәфәр һәм әсәһе Гөлмәрйәм Арҡауылда колхозда эшләйҙәр.

Рәмиҙең атаһы Бөйөк Ватан һуғышына алына һәм 1943 йылда Сталинград янында һәләк була.Ғаиләлә дүрт бала тороп ҡала. Бөтә ауырлыҡ әсәһе Гөлмәрйәмгә һәм 11 йәшлек Рәмигә төшә.

Рәми Ғариповтың балалыҡ йылдары матур Йүрүҙән буйында үтә. Аттар көтә, бесән саба, урып–йыйыу эштәрендә ҡатнаша, урман йыға, Йүрүҙән буйлап һал ағыҙа. Эштән бушаған арала китаптарға тотона, бер ваҡытын да бушҡа үткәрмәй. Тәүге шиғырҙарын яратҡан йылғаһы Йүрүҙәнгә, бала сағына, әсәһенә, атаһына, туғандарына бағышлай.

Рәми Ғариповтың тыуған йортонда бөгөн музей булдырылған. Ул Рәми Ғарипов урамының 60-сы йортонда урынлашҡан. Унда шағирҙың шәхси әйберҙәре, стена газеталары, портреттары һаҡлана.

Читайте нас: