Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
4 Февраль 2020, 11:40

4 февраль - Калуш көнө!

Бөгөн ниндәй генә байрамдар юҡ! Баҡтиһәң, калуштарҙың да көнө бар икән. Фәҡәт бөгөн, 4 февраль – Халыҡ-ара калуш көнө булараҡ билдәләнә икән. Аптырамағыҙ, был ысынында ла шулай. Кемгә нисектер, ә мин ошондай тышы ялтырап торған, ҡыҙыл эсле калуш күрһәм, гел генә зәзәйемде (ҡәртәсәйемде) иҫкә төшөрәм. Ишбирҙе ауылында йәшәгән, бөгөн инде баҡыйлыҡҡа күскән зәзәйем Рәхилә Әхмәтша ҡыҙы Маликова тыл һәм хеҙмәт ветераны ине. 9 Майҙы көтөп ала торғайны. Һәр йыл Бөйөк Еңеү яҡынлашһа Баймаҡҡа килеп, тап шундай тышы ялтырап торған ҡыҙыл эсле калуш һатып алып, өйҙә дивандың өҫтөнә ултыртып ҡуя торғайны ул. 9 Май килеп еткәнсе шулай түрҙә генә ултыра ине. Миҙалдарын да ҡәҙерләне зәзәйем. Әле уныһын, әле быныһын ҡулына алып, һыйпап, кире камзулына таға торғайны.

Читайте нас: