+11 °С
Ямғыр
Һәр йылдың 13 ноябрендә республика халҡы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнөн билдәләйәсәк. Был мәсьәлә 30 ғинуарҙа төбәк парламентының 30 ғинуарҙа үтәсәк сираттағы кәңәшәмәһендә ҡараласаҡ.
- Был сара үҫеп килгән йәш быуындың хәтерендә дивизияның, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының данлы хәрби юлын һаҡлап ҡалдырыу маҡсатында эшләнелә, - тип белдерә БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Тәүҙә 13 ноябрҙе ял көнө итеп билдәләү тураһында һүҙ күтәрелә. Ләкин был тәҡдим яҡлау тапмай. Шулай итеп 13 ноябрь – Башҡортостан өсөн иҫтәлекле байрамға әйләнәсәк. Ул – 112-се Башҡорт кавалерия көнө.