Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
3 Ғинуар 2020, 11:02

Ғәзизә инәйҙең оло юбилейы

Байрамдың тәүге көнөндә Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Ғәзизә Ғәбсәләмова үҙенең оло байрамы — 90 йәшлек юбилейын ҡаршы алды. Был көндө ветеранды тәбрикләү өсөн ҡала биләмәһе башлығы Радмир Фитрат улы Иҫәнбаев менән район ветерандары советы рәйесе Көнһылыу Әҙеһәм ҡыҙы Әхтәмова килде.

Байрамдың тәүге көнөндә Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Ғәзизә Ғәбсәләмова үҙенең оло байрамы — 90 йәшлек юбилейын ҡаршы алды. Был көндө ветеранды тәбрикләү өсөн ҡала биләмәһе башлығы Радмир Фитрат улы Иҫәнбаев менән район ветерандары советы рәйесе Көнһылыу Әҙеһәм ҡыҙы Әхтәмова килде. Ғәзизә Мөхәмәтйәр ҡыҙы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡотлау хатын һәм иҫтәлекле бүләк алып һөйөндө.

Ғәзизә Мөхәмәтйәр ҡыҙы бынан 90 йыл элек 1 ғинуарҙа ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Балдай татлы бала сағы бәхеткә генә төрөнөп үтергә тейеш ине лә бит… Әммә яҙмыш үҙ һынауын алдына кескәй сағынан өйөргә булғандыр ахыры. Ни бары 3 кенә йәшендә Ғәзизә үкһеҙ етем ҡала. Бәпесте Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе ике туған апаһы (әсәһенең бер туған һеңлеһе) Мәрхәбә менән еҙнәһе Йомағужа Әхмәтовтар үҙҙәренә ҡарауға ала. Шунда уҡ фамилияһын да Әхмәтоваға үҙгәрттерәләр. Был мәлдә еҙнәһе Йомағужа колхоз рәйесе булып эшләгән була. Ғәзизәнең һағышы баҫылғандай була. Тик һынауҙар бының менән генә тамамланмай. Бар донъяға афәт килтереп, Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Еҙнәһе тәүге көндәрҙән үк фронтҡа юллана. Уның урынына апаһын колхозға рәйес итеп ҡуялар. Апаһы менән бергәләшеп донъя көтә башлайҙар. 7-се класты тамамлаған Ғәзизә һарыҡ көтөүгә эшкә төшә. Ҡайҙарҙа ғына эшләмәй ул! Һарыҡ та көтә, үгеҙ менән ер ҙә һөрә, һауынсы ла, иҫәпсе лә, Бөрйәнгә барып ағас та ҡырҡа…

— Бөрйәнгә эшкә алдынғы эшселәрҙе генә алдылар. Һәйбәт эшләгәс, мин дә эләктем инде. Шулай эшләп йөрөгәндә башыма ағас төштө. "Кананикольскиға алып барығыҙ мине", — тип илайым шул. Ун көн дауаханала ятып сыҡтым, — тип хәтирәләргә бирелеп алды юбиляр.

Йәшлек йылдарында ул ғүмерлек йәре Әхмәрҙе осратып, ғаиоә ҡора. Йәштәрҙең мөхәббәт емеше булып, алты балалары — 4 ҡыҙы һәм 2 улы донъяға килә. Ғаилә башлығы алдынғы тракторсы, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүгә үҙ өлөшөн индергән кеше була. Бергә-бергә иңгә-иң терәп йәшәгән мәлдәре лә ғүмерлек булмай. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡайғыларға һалып, ни бары 46 йәшендә генә мәрхүм булып ҡалалар. Был мәлдә оло ҡыҙы ғына кейәүгә сығып өлгөргән була. Нисек кенә ауыр булмаһын, Ғәзизә Мөхәмәтйәр ҡыҙы ҡайғыһына батып ҡалмай. Артабан йәшәүгә үҙендә көс таба. Ҡыҙҙыры һәм улдарына лайыҡлы тәрбиә биреп, оло тормош юлына оҙата.

Әле юбилярға оло ҡыҙы Рәсимә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә. Әсәһен матур итеп тәрбиәләй ул. Ҡыҙҙарына ҡарап, Ғәзизә инәй: "Балаларым шәп!" — ти ғорурланып. Ә был үҙе үк бәхет.

Эльмира Кейекҡужина.

Автор фотоһы.
Читайте нас: