Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
31 Декабрь 2019, 10:30

Мин ризамын һинән, Сусҡа йылым!

Рәхмәт,Сусҡам,мин ризамын һинән.Һин дә ризалығың бирсе миңә.Инде, Сысҡанҡайҙы күрә һалып,кәңәштәрең бирә күрсе генә!!!Шиғырҙы тулы килеш беҙҙең сайтта уҡый алаһығыҙ.

Күҙ теймәһен,үкенерлек түгел,

Биг(е)рәк түлле булды Сусҡа йылым.

Болоттарым быйыл таралды ла,

Ай яҡтыртты алға барыр юлым.

Рәхмәт инде,күк көмбәҙең йәме

ай-ҡояшың нурын мулдан һиптең

Соҡор-саҡырҙарҙа баҙап ҡалмай

еңел генә йылым атлап үттем.

Йорт-ҡурама бәрәкәттәр бирҙең

Һаулығымды минән ҡыҙғанманың

Балаларым,йөрәк тамырҙарын,

ҡурсалауҙан һис тә йыбанманың.

Ашым һалһам тәрилкәләр парлы

Сәйем ҡойһам сынаяғым икәү

Һанаманым телгән икмәгемде

Өйөм белмәй нимә икән бикләү.

Туғандарым иҫән-теүәллеген

теләүемде,рәхмәт,ҡабул иттең.

Ҡыуаныстар,күңел тыныслығын

баш өҫтөмә йондоҙ итеп һиптең.

Зиһенемдең өймәләмә тулған

яңыһынан ҡуйҙың туҫтағын да

Йөрәгемде асып һөйләшерҙәй

һайлап-һайлап бирҙең дуҫтарын да.

Ике күҙем гел яҡтылыҡ күрә

Ҡолаҡтарым тыңлай яҡшы хәбәр

Йөрәгем дә өмөт менән тибә —

булһын киләсәгем зәңгәр-зәңгәр.

Рәхмәт,Сусҡам,мин ризамын һинән.

Һин дә ризалығың бирсе миңә.

Инде, Сысҡанҡайҙы күрә һалып,

кәңәштәрең бирә күрсе генә!!!

/Гөлирә Латипова— Хисмәтуллина/

Читайте нас: