+5 °С
Ясна
27 декабрҙә Рәсәйҙә Ҡотҡарыусылар көнө билдәләнә. Изге һөнәр эйәләре һөнәри байрамдарын эштә ҡаршылай. Уларҙың идәренә яуаплы бурыс һалынған – халыҡтың именлеген һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеү.
Әйтергә кәрәк, ҡотҡарыусылар тәүлек әйләнәһенә кешеләрҙең сәләмәтлеге һәм ғүмере һағына баҫҡан. Кәрәк икән, утҡа ла инәләр, һыуға ла төшәләр. Был ысынында ла шулай. Үҙ ғүмерҙәрен һәм һалығын хәүеф аҫтына ҡуйып, улар башҡалар ҡасҡан урындан, беренсе булып ярҙамға ташлана.
Ҡотҡарыусыларҙың барыһын да һөнәри байрамдары менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм тыныс дежурство теләйбеҙ!