Бөтә яңылыҡтар

“Бәхет – барына шөкөр итеүҙә”

Көнһылыу Әҙеһәм ҡыҙы юбилярға Рәсәй Президенты В.В. Путиндың Ҡотлау хатын да тапшырҙы. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Оло йәштәге кешеләр менән һөйләшһәң, улар ғәҙәттә хәтирәләрен: “Барына ҡыуанып, шөкөр итеп, юғына һис тә ҡайғырып торманыҡ”, – тип башлап ебәрә. Ниғәмәт ауылынан Фәхирә Хажғәле ҡыҙы Абайҙуллина ла тап ошо фекерҙә. Ул ошо көндәрҙә үҙенең ғүмер байрамы – 90 йәшлек оло юбилейын ҡаршы алды.


Фәхирә Хажғәле ҡыҙы сығышы менән Муллаҡай ауылынан. Уның әсәһе Мәрғизә бик йәшләй генә тол ҡала. Был мәлдә йәш ҡатындың ҡулында береһенән-береһе бәләкәй ике ҡыҙы тороп ҡала. Рәхилә менән Фәхирәне ул һөйөп, наҙлап үҫтерә. Заманына күрә белемен дә бирә. Әммә ҡыҙҙар ҙа сос була, йәшләй генә эшкә төшәләр. Математика фәнен яҡшы үҙләштергән Фәхирә колхозда хисапсы булып эш башлай. Ул ваҡытта бухгалтер булып эшләгән Сөйөмбикә Әҙеһәмоваға ярҙам итеп йөрөй. Унан иҫәп-хисапты яҡшы белгән ҡыҙҙы келәт мөдире итеп күсерәләр. “Эшләмәгән эш ҡалманы: урманда ла йөрөнөм, ат егеп һөт тә ташыным”, – тип хәтерләй ул был йылдарын.

Уҙған быуаттың 50-се йылдарында Ниғәмәт ауылы егете Йыһанурҙы осратып, кейәүгә сыға. Йәш киленде ҡайны-ҡәйнә йортонда ҡайынбикә-ҡәйнештәре лә ҡаршы ала. Фәхирә оло ғаиләгә берегеп йәшәп тә китә.

Йәш ғаиләнең мөхәббәт емештәре булып бер-бер артлы биш ҡыҙы һәм бер улы донъяға килә. Тик бары ла ыңғай ғына бармай. Тормош йәштәрҙе бала ҡайғыһы менән дә һынай. Бер ҡыҙы күп тә йәшәмәй үлеп ҡала. 1964 йылда, кинйә улдары Радикка бер йәш тулыуға, бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡайғыға һалып, тормош иптәше Йыһанур ҙа мәрхүм була. Ҡулында ҡалған биш балаһына үҙе атай, үҙе әсәй булып донъя көтөүен дауам итә ул.

Хеҙмәт һөйөп үҫкән йәш киленгә эше лә табыла. Ауылдағы медпунктҡа йыйыштырыусы була. Йыйыштырыусы, тип әйтеүе генә еңел. Ә бит ул үҙе утынын да яра, ремонт эштәрен дә башҡара. Ҡыш көндәре ҡара таңдан барып, йылытып та ҡуя. Ул эшләгән йылдарҙа медпунктта һәр саҡ таҙалыҡ, бөхтәлек хөкөм һөрә.

Фәхирә Хажғәле ҡыҙының намыҫлы хеҙмәте Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хаты, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы”, “Намыҫлы хеҙмәте өсөн”, “Хеҙмәт ветераны” тигән маҡтаулы исем-наградалар һ.б. менән баһалана.

Әле Фәхирә инәй кинйә улы Радиктың ҡәҙер-хөрмәтендә донъя көтә. Ете ейән-ейәнсәре, ете бүлә-бүләсәренә һөйөнөп бөтә алмай.

Фәхирә Абайҙуллинаны оло юбилейы менән тәбрикләү өсөн райондың ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әхмәтова, Икенсе Этҡол ауылы биләмәһе рәйесе Фәниә Вәхитова, ауыл ағинәйҙәре, ветерандары, күрше-күләндәре, балалары һәм яҡындары килгән ине. Көнһылыу Әҙеһәм ҡыҙы юбилярға Рәсәй Президенты В.В. Путиндың Ҡотлау хатын да тапшырҙы.

Автор фотоһы.
Читайте нас: