Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
28 Ноябрь 2018, 11:31

Алтынға тиң ғүмер

Байыш ауылы үҙенең бай тарихы, арҙаҡлы шәхестәре, халыҡ хужалығы тармағының барлыҡ өлкәләрендә хөрмәт ҡаҙанған хеҙмәт алдынғылары, берҙәм халҡы менән дан тота. Бар ғүмерҙәрен ауыл хужалығы тармағы менән бәйләгән Сәғирә Нотфулла ҡыҙы һәм Әхмәр Хәйривара улы Яҡшығоловтар ҙа тыуған төйәген үҫтереүгә күп көс һалған, намыҫлы хеҙмәттәре менән хаҡлы абруй яулаған парҙарҙың береһе. Ошо көндәрҙә уларҙың ғаилә ҡороуҙарына 50 йыл тулды. Абруйлы ғаиләне алтын туйҙары менән ҡотларға үткән шәмбе Байыш ауылы клубына уларҙың балалары, яҡындары, туғандары, ауылдаштары йыйылды. Күркәм сараны Байыш ауылы китапханасыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наилә Сөләймәнова менән клуб мөдире Гөлсиә Ибраһимова алып барҙы.

Яҡшығоловтарҙың бала сағы, үҫмер, йәшлек йылдары һуғыштан һуңғы ауыр осорға тура килә. Әхмәр Хәйривара улы 1941 йылдың апрелендә Йолалы руднигында тыуа. Уға атай наҙын күрергә насип булмай. Апаһы Зөлхизәгә – 3, үҙенә 1,5 йәш булғанда, атайҙары эштә өс шахтер менән шахтаға төшөп, кешеләрҙе ҡотҡара, әммә үҙҙәре һәләк була. 1943 йылда яҙмыш елдәре уларҙы Байышҡа алып килә. Ғәлимә инәләре уларҙы үҙ ҡарамағына ала. Бер аҙ йәшәгәс, әсәһе Әхмәр ағайҙы тоҡҡа һалып йөкмәп, “Йылайыр” совхозының Октябрь бүлексәһенә юллана. Әхмәр малай ғына көйө ауыл малын көтөүгә сыға. 1953 йылда Ғәйниямал инәһе уны Байышҡа алып ҡайта. Күп тә үтмәй Манһырҙа йәшәүсе Ғәбделварис Сиражетдинов егетте ауылына көтөүсе итеп алып ҡайта.
Әрмелә хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, хеҙмәт юлын Манһырҙа дауам итә. Әхмәр Хәйривара улы өс тиҫтә йыл Манһырҙа, тағы ла ун биш йыл Байыш бүлексәһендә чабан булып эшләй. 45 йыл хеҙмәт стажы менән “хеҙмәт ветераны” булып хаҡлы ялға сыға.
Сәғирә Нотфулла ҡыҙы иһә 1950 йылдың ғинуарында Урғаҙа йылғаһы буйында урынлашҡан Байыш ауылында тыуған. Ауыл мәктәбендә 8 класты тамамлағас, фермаға һауынсы булып эшкә килә. Ике йыл эшләгәс, Әхмәр Хәйривара улына кейәүгә сыға. Манһырҙа улар егерме йыл йәшәй. 8 балаға – 4 улға һәм 4 ҡыҙға ғүмер бирәләр.
Ғаилә һуңғараҡ Байышҡа күсеп ҡайта. Сәғирә апай урындағы медпунктта санитарка булып эш башлай һәм хаҡлы ялға сыҡҡанса шунда фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәтә. Намыҫлы хеҙмәте өсөн “Хеҙмәт ветераны”, күп бала тәрбиәләгәне өсөн 4 миҙал менән бүләкләнә. Бөгөн Сәғирә менән Әхмәр Яҡшығоловтар 15 ейән-ейәнсәр һөйөп кинәнә.
Тантанала Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Фәйзи Рәхмәтуллин сығыш яһап, юбилярҙарҙы ихлас сәләмләне, уларға Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Рәхмәт хатын һәм бүләген тапшырҙы. Ауыл биләмәһе хакимиәтенән дә бүләк әҙерләнгәйне. Яҡшығоловтар шулай уҡ район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡовтың Рәхмәт хатын да алып һөйөндө. Уларҙы балалары, килен-кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре тәбрикләне, йөрәк түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Кисәлә ауылдың “Иҫтәлек” фольклор ансамбле, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Факиһа Таштимерова һәм Наилә Сөләймәнова, ауыл клубы мөдире Гөлсиә Ибраһимова үҙҙәренең йыр-моңдары, бейеүҙәре менән сығыш яһаны. Яҡшығоловтарҙың ейәндәре лә һоҡланғыс концерт номерҙары күрһәтте. Сараны музыкаль яҡтан урындағы мәктәп уҡытыусыһы Сабир Зәйнуллин биҙәне.
Азамат Мөхәмәтшин.
Читайте нас: