Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Талантлы педагог, оҫта ойоштороусы

Башҡортостан кимәлендә иң һөҙөмтәле эшләгән һәм инновацион уҡыу йорто булып танылған Баймаҡ лицей-интернаты бай тарихы, үҙенсәлекле йола-традициялары, талантлы педагогик коллективы менән дан тота. Бына 62 йыл инде был белем усағы республиканың мәғариф өлкәһендә сағыу йондоҙ булып балҡый, милләтебеҙҙең буласаҡ шәхестәрен әҙерләп сығара, республика һәм Рәсәй кимәлендәге төрлө проекттарҙа һәр саҡ еңеүсе булып таныла. Бының нигеҙендә үҙ иңенә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫ менән атҡарған коллективтың һәр ағзаһының ныҡышмалы хеҙмәте ята. Яуланған уңыш-ҡаҙаныштарҙа лицей-интернат директорының тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫары Ғәлимә Лоҡман ҡыҙы Юнысованың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.

Йәмле Йылайыр буйында урынлашҡан Ишбирҙе ауылынан ул. Ырыҫлы нигеҙҙә, күп балалы ғаиләлә тыуып, ата-әсәһенең аҡыллы кәңәштәрен тотоп үҫкәнгәме, Ғәлимә Лоҡман ҡыҙын кескәй саҡтан ғилем-тәрбиә, рух-иман донъяһы үҙенә ылыҡтыра. Әхирәттәре менән уйнағанда ла һәр саҡ ул – “уҡытыусы апай”, ә дуҫтары уның “уҡыусылары” була. Үҙенең зирәклеге, уҡыуға һәләте һәм күркәм холҡо менән айырылып тора. Атаһы – Фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштары ветераны, орден-миҙалдар кавалеры, хужалыҡтарҙа етәксе булып эшләгән Лоҡман Уйылдан улы, әсәһе Ғәфиә Әхмәт ҡыҙы балаларына матур тәрбиә бирә.



Тыуған ауылындағы 8 йыллыҡ мәктәпте, Баймаҡ мәктәп-интернатын тамамлай, бала саҡтан йөрөткән хыялы буйынса Сибай педучилищеһына уҡырға инә. Магнитогорск педагогия институтын тамамлай. Йүнәлтмә менән эшкә мәктәп-интернатҡа ебәрелә һәм шул ваҡыттан алып бына утыҙ туғыҙ йыл инде Ғәлимә Лоҡман ҡыҙының барлыҡ хеҙмәт юлы ошо уҡыу йорто менән тығыҙ бәйле. Ошо йылдар эсендә ул тәрбиәсенән директор урынбаҫары вазифаһына ҡәҙәр үрләп, ҙур абруй яуланы, бай тәжрибә тупланы, районда, төбәктә һәм республика кимәлендә талантлы педагог, оҫта ойоштороусы, яңынан-яңы проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыусы етәксе булып танылды. Коллектив яулаған ҡаҙаныштар тап уның исеме менән туранан-тура бәйле тип әйтһәк тә яҙыҡ булмаҫ.


Ғ.Юнысованың авторлығында уҡыу йортонда “Лидер”, “Гражданлыҡ патриотик тәрбиә”, “Һаулыҡ” тәрбиәүи программалары уңышлы тормошҡа ашырыла. Ғәлимә Лоҡман ҡыҙы билдәләүенсә, тәрбиә эше белем биреү менән бер йүнәлештә барырға тейеш. Лицей-интернатта был тәңгәлдә йәш быуынды тәрбиәләү бик оҫта алып барыла. Мәҫәлән, мәктәп музейында уның тарихы ғына түгел, сығарылыш уҡыусыларының ҡаҙаныштары, уңыштары, дәртләндереү стипендиялары билдәләнә, улар менән “тура бәйләнеш”, осрашыуҙар ойошторола. Ирекмәндәр хәрәкәте, ағас эшкәртеү оҫтаханалары, спорт һәм бейеү залы, “Сығарылыш уҡыусылары”, “Ял сәғәттәре көнө” клубтары әүҙем эшләй. Бынан тыш, Ғәлимә Лоҡман ҡыҙы байтаҡ проекттар авторы ла. Мәҫәлән, “Йыл лицеисы”, “Йыл класы”, “Интернатым – тыуған йортом”, “Ныҡлы ғаилә – ныҡлы дәүләт” кеүек проекттарҙы тормошҡа ашырыу бында матур йолаға әүерелгән. Улар бер-береһен ҡабатламай, шуға күрә мәғариф өлкәһендә төрлө республика һәм төбәк-ара семинар-кәңәшмәләр бай тәжрибә туплаған ошо уҡыу йортонда үткәрелә лә инде.


Танылған педагог етәкселегендә лицей уҡыусыларының һаулығын һаҡлау, сыныҡтырыу маҡсатында “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Уҡыусылар тәбиғәттең һәр миҙгелендә тышта спорт менән шөғөлләнә: йүгерә, саңғыла йөрөй, һәр иртә физзарядка яһай. Оҙаҡ йылдар балалар тышта һалҡын һыу менән дә ҡойондо. Был, әлбиттә, үҙенең аныҡ һөҙөмтәләрен бирҙе, интернат уҡыусылары ҡала һәм район кимәлендәге спорт ярыштарында һәр саҡ еңеүсе булып таныла.


Ғ.Л. Юнысованың тырышлығы менән бында “Етем бала” программаһына ярашлы маҡсатлы эш алып барыла. Ошо хаҡта ул бына нимә ти: “Һәр бала – үҙе бер айырым шәхес, айырым дәүләт ул. Шуның өсөн һәр уҡыусының күңеленә асҡыс табырға, уларға ата-әсә наҙын бирергә, ысын әсәй һәм дуҫ булырға кәрәк. Күп нәмә тәрбиәгә бәйле. Балаға ваҡытында дөрөҫ йүнәлеш бирергә, уны дәртләндерергә, яңы маҡсаттарға өлгәшергә өйрәтергә кәрәк. Ана шул саҡта ғына ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Мин үҙемдең педагогик эшмәкәрлегемдә тап ошо принциптарға таянып эшләнем һәм эшләйем.


Миңә үҙ ғүмеремдә 11 директор менән эшләргә тура килде. Шулар араһынан Ә.З. Сәйғәфәровты һәм А.Ә. Салиховты айырым билдәләп үткем килә. Әмир Зәкир улы балалар менән тәрбиә биреү алымдары аша эшләргә өйрәтте. Азамат Әхмәҙиә улы менән беҙ “йөҙөп йөрөп эшләнек”. Унан мин күп нәмәгә өйрәндем, А. Салихов коллектив, уның һәр ағзаһы менән нисек эшләргә төшөндөрҙө. Әйткәндәй, Азамат Әхмәҙиә улы кешенең хеҙмәтен күрә белде. Уларҙың барыһына ла рәхмәтлемен”.


Лицей-интернат тормошондағы мәҙәни-тәрбиәүи саралар, конкурстар, спорт ярыштарының береһе лә Ғәлимә Лоҡман ҡыҙынан тыш үтмәй. Ул – режиссер-ҡуйыусы ла, сценарий авторы ла, оҫта ойоштороусы ла. Уның етәкселегендәге кисәләр башҡорт фольклорына, халҡыбыҙҙың йолаларына нигеҙләнеп ҡорола. Йыл һайын уҡыусылар һәм уҡытыусылар коллективы район үҙешмәкәр сәнғәт смотрында призлы яурындар яулай. Ҡурайсылар, бейеү ансамблдәренең районда иң юғары һөҙөмтәләргә ирешеүендә лә уның өлөшө ҙур. Шуныһы айырыуса мөһим: йыл да лицейҙы тамамлаусыларҙың 95-96 проценты (!) юғары уҡыу йорттарына, ҡалғандары колледждарға уҡырға инә. Баймаҡ лицей-интернатын тамамлағандар Мәскәү, Санкт-Петербург, Ырымбур, Силәбе, Өфө ҡалаларындағы абруйлы уҡыу йорттарында уҡый. Бындай күрһәткес менән күп мәктәптәр маҡтана алмай.


– Ғәлимә Лоҡман ҡыҙы – интернат системаһын бик яҡшы белгән, ең һыҙғанып эшләгән, коллективта ла, балалар араһында ла ҙур абруй яулаған, уҡыу йортон яңы бейеклектәргә күтәреүгә күп көс һалған талантлы педагогтарҙың һәм етәкселәрҙең береһе. Ул һәр бала менән индивидуаль эшләүгә, һәләттәрен асыуға, тәрбиә процесына күп көс һалды һәм был үҙенең аныҡ һөҙөмтәләрен бирҙе. Беҙ Ғ. Юнысова менән һәр саҡ кәңәшләшеп эшләнек, тәрбиәүи процесты, тәрбиәселәрҙең ролен күтәреүҙе иң алғы планға ҡуйҙыҡ, ата-әсәләр менән ныҡлы бәйләнеш булдырҙыҡ. Сөнки тәрбиәле бала уҡыуҙа ла, спортта ла, мәҙәни тормошта ла һынатмай. Ғәлимә Лоҡман ҡыҙын балалар үҙҙәренең әсәһе кеүек ҡабул итә, уға тулыһынса ышана, эс серҙәре менән бүлешә, кәңәш һорай. Бындай абруй бик һирәктәргә генә эләгә. Бына шундай шәхес ул Ғәлимә Лоҡман ҡыҙы, – тине лицей-интернаттың элекке директоры, РФ-тың почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған белем биреү хеҙмәткәре А.Ә. Салихов.


– Ғәлимә Лоҡман ҡыҙы – беҙҙең уҡыу йортоноң йәме һәм ғорурлығы ул, – ти лицей-интернат директоры И.Д. Әбүбәкиров һәм уның уҡыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Р.Р. Заманова. – Уны беҙ үҙ эшенең ысын оҫтаһы, коллективтың терәге, төрлө башланғыстарҙың һәм проекттарҙың авторы булараҡ беләбеҙ. Һәр баланың күңеленә асҡыс таба белеүсе, уны яңы үрҙәргә рухландырыусы, яңы маҡсаттарға әйҙәүсе булараҡ уны уҡыусыларҙың барыһы ла ярата, “икенсе әсәйебеҙ” тип йөрөтә. Барлыҡ сараларҙа “ҡайнап йөрөүсе”, уҡыу йортона бар күңелен һалып эшләүсе ысын педагог һәм оҫта ойоштороусы ул.


Ғ.Л. Юнысованың намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте РФ-тың почетлы белем биреү хеҙмәткәре, БР-ҙың мәғариф алдынғыһы, төрлө кимәлдәге Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән баһаланды.


Ошо көндәрҙә Ғәлимә Лоҡман ҡыҙы үҙенең матур юбилейын билдәләй. Милли кадрҙар әҙерләүгә тос өлөш индергән, тыуған еренә, иленә, халҡына тоғро хеҙмәт иткән, хаҡлы абруй ҡаҙанған шәхескә теләктәрҙең иң изгеләрен юллайбыҙ. Һеҙ – тыуған төйәгебеҙҙең ғорурлығы һәм ҡото!

Азамат Мөхәмәтшин.

Читайте нас: