Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
21 Апрель 2018, 17:04

Моҡастар аҡморонда ҡунаҡта

“Алтын тирмә” эстафетаһы Моҡастар аҡморонда ҡунаҡта Мәғлүм булыуынса, Баймаҡ районының йәштәр ҡоролтайы ойошторған яңы эстафета – “Алтын тирмә” интеллектуаль уйыны Моҡас ауыл биләмәһендә старт алғайны. Ошо көндәрҙә моҡастар эстафетаны Аҡморон ауыл биләмәһенә тапшырҙы.


“Алтын тирмә” эстафетаһы


Моҡастар аҡморонда ҡунаҡта

Мәғлүм булыуынса, Баймаҡ районының йәштәр ҡоролтайы ойошторған яңы эстафета – “Алтын тирмә” интеллектуаль уйыны Моҡас ауыл биләмәһендә старт алғайны. Ошо көндәрҙә моҡастар эстафетаны Аҡморон ауыл биләмәһенә тапшырҙы.



Аҡморондар ҡунаҡтарҙы бик йылы ҡабул итте – һый-хөрмәт менән ҡаршы алды. Мәктәп фойеһын урындағы оҫтабикәләрҙең сағыу ҡул эштәре биҙәй. Ҡунаҡтарҙы ауыл китапханасыһы Раушания Байегетова сәләмләне. Эстафета Аҡморон ауылының моңло егете Ринат Такаловтың “Күңелемдә атай йорто мәңге ҡалыр” исемле һағышлы йыры менән башланып китте. Моҡас ауыл биләмәһе башлығы Илдар Бүләкәнов сәләмләп үтте, үҙҙәренең ауыл биләмәһе менән таныштырҙы һәм Төркмәндең үҙешмәкәр артистары дәртле бейеү бүләк итте.
Аҡморон ауыл биләмәһе башлығы Марс Әбүбәкиров Аҡморон ауылы көнитмешенә туҡталды. Ауыл биләмәһенә Аҡморон, Аҡтау, Үрге Мәмбәт, Ҡаратал һәм Сәйғәфәр ауылдары инә, был ауылдарҙа 3 меңдән ашыу халыҡ йәшәй. Ауыл биләмәһендә ағас менән шөғөлләнгән 4 шәхси эшҡыуар, 10 магазин, 1 икмәк бешереү цехы, 4 КФХ бар. Шулай уҡ 1 дөйөм белем биреү мәктәбе, 2 филиал, 3 балалар баҡсаһы, 1 ҡарттар йорто, 3 мәсет, 5 ауыл мәҙәниәт йорто, 2 китапхана эшләй. Ауыл врач-амбулаторияһында 17 медицина хеҙмәткәре ауыл биләмәһенә ҡараған һәм Йомаш менән Ишбирҙе ауылдарын хеҙмәтләндерә. Аҡморондар Таулыҡаевтар ғаиләһе менән таныштырҙы.
Бына, ниһайәт, уйынға ла сират етте. Был юлы ҡараталдарҙың “Һигеҙ йән” менән аҡморондарҙың “Гөлнәзирә” исемле командалары интеллектуаль майҙанда көс һынашты. Һорауҙарҙы төркмәндәр әҙерләп алып килгән ине, Төркмән мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Әлфиә Аҫылбаева бик йәнле итеп алып барҙы. Үтә лә сәмле бәйгелә тәңкәләр һаны буйынса аҡморондар еңеп сыҡты. Афарин! Уйын һуңында моҡастар эстафета “таяғы” – альбомды һәм күсмә вымпелды аҡморондарға тапшырҙы. Киләһе аҙнала улар эстафетаны Иҫке Сибай биләмәһенә тапшырасаҡ.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина «Алтын тирмә» эстафетаһының районыбыҙ ҡото булған ғаиләләрен барлау, өлгө итеп ҡуйыу, яҡшылыҡ һәм изгелекте данлау өсөн күркәм сара булыуын билдәләне.

Айгөл Иҙелбаева.

Автор фотоһында: тантаналы мәл.
Читайте нас: