Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
14 Апрель 2018, 13:36

Ишбирҙеләр эстафетаны төркмәндәргә тапшырҙы

Районда “Алтын тирмә” интеллектуаль уйыны старт алды Йәмғиәттә ғаилә статусын күтәреү, күп бала тәрбиәләгән, уларҙы халҡыбыҙҙың матур йолалары нигеҙендә үҫтергән, башҡаларға үрнәк булып торған өлгөлө ғаиләләрҙе асыҡлау, милли-мәҙәни традицияларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү һәм халыҡ араһында таратыу, йәмғиәттә һәм ғаиләлә берҙәмлекте нығытыу, халыҡты ауылдың тормошона нығыраҡ йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған “Алтын тирмә” интеллектуаль уйын-эстафетаһы үткән аҙнала Моҡас ауыл биләмәһендә старт алды. Эстафетаны төркмәндәргә Ишбирҙе ауыл биләмәһе тапшырҙы.

Ишбирҙеләр эстафетаны төркмәндәргә тапшырҙы


Районда “Алтын тирмә” интеллектуаль уйыны старт алды


Йәмғиәттә ғаилә статусын күтәреү, күп бала тәрбиәләгән, уларҙы халҡыбыҙҙың матур йолалары нигеҙендә үҫтергән, башҡаларға үрнәк булып торған өлгөлө ғаиләләрҙе асыҡлау, милли-мәҙәни традицияларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү һәм халыҡ араһында таратыу, йәмғиәттә һәм ғаиләлә берҙәмлекте нығытыу, халыҡты ауылдың тормошона нығыраҡ йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған “Алтын тирмә” интеллектуаль уйын-эстафетаһы үткән аҙнала Моҡас ауыл биләмәһендә старт алды. Эстафетаны төркмәндәргә Ишбирҙе ауыл биләмәһе тапшырҙы.

Шуныһы үҙенсәлекле, Төркмән мәктәбендә үткән сара яҡшы ойошторолоуы, районда бик тә үҙенсәлекле һәм милли колоритлы тағы бер проекттың уңышлы тормошҡа ашырыла башлауы менән хайран ҡалдырҙы. Төркмәндәр ишбирҙеләрҙе мәктәп тупһаһынан уҡ матур тамаша, һый-хөрмәт менән ҡаршы алды һәм ошо ҡунаҡсыллыҡ байрам аҙағынаса дауам итте.

– ”Алтын тирмә” уйын-эстафетаһы апрелдә башланып, октябргәсә дауам итәсәк һәм райондың барлыҡ 22 ауыл биләмәһен йәлеп итәсәк, – тип билдәләне үҙенең сығышында райондың йәштәр ҡоролтайы рәйесе Вадим Рәхмәтуллин. – Ул ике этапта ойошторола: тәүҙә ауыл биләмәләрендә үтә, һуңынан иң күп балл йыйған биш команда район кимәлендә көс һынаша. Был проект үҙ маҡсатына ирешер, иң-иңдәрҙе асыҡлар, мәҙәни тормошобоҙға нур өҫтәр, тип ышанам.

Әйтергә кәрәк, яңы проекттың үҙ маҡсатына ирешеренә һис тә шикләнмәҫкә мөмкин – Төркмәндә үткән “Алтын тирмә” быны асыҡ иҫбатланы һәм ул ысын мәғәнәһендә райондың мәҙәни тормошонда яҡты нур булып балҡыясаҡ. Быға Ишбирҙе ауыл биләмәһе айырыуса тос өлөш индерҙе, сөнки улар былтыр районда иң беренсе булып үҙҙәрендә “Алтын тирмә” уйынын ойошторҙо, бөгөн килеп ошо тәңгәлдәге бай тәжрибәһен башҡалар менән уртаҡлаша. Ишбирҙеләр тәҡдим иткән “Алтын тирмә” БСТ каналындағы тапшырыуҙан һис тә кәм түгел, минеңсә, күпкә йөкмәткелерәк тә, ҡыҙыҡлыраҡ та һәм фәһемлерәк тә. Сөнки ул бар йәмәғәтселекте үҙенә йәлеп итә, йәше лә, ҡарты ла ҡатнаша.

– Беҙҙең ауыл биләмәһендә бик тә әүҙем, рухлы, дәртле һәм берҙәм халыҡ йәшәй, – тип билдәләне үҙенең сығышында Ишбирҙе ауыл биләмәһе башлығы Гөлшат Иҫәндәүләтова, – һәм улар барлыҡ сараларҙа ла дәррәү ҡатнаша. Былтыр Экология йылында беҙҙә бихисап саралар, өмәләр ойошторолдо, унда бөтәһе лә әүҙем ҡатнашты. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы нигеҙендә күмәк көс менән мәктәптең тәҙрәһен, ҡыйығын яңырттыҡ, “Аныҡ эштәр” ярҙамында клубта бихисап эштәр башҡарылды. Ауыл биләмәһендәге барлыҡ эштәрҙе ойоштороуҙа йәмәғәт ойошмаларының роле ифрат ҙур. Ауыл Советы башҡорттарының ҡоролтайы, уның йәштәр комитеты, ҡатын-ҡыҙҙар советы, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы бик әүҙем эш алып бара. Ҡоролтайсыларҙың тәҡдиме менән һәр ауылда “Алтын тирмә” уйыны үткәрелде, шашка турниры, ретро йыр фестивале, округтар араһында спартакиада һәм башҡа саралар ойошторолдо. Ҡатын-ҡыҙҙар советы “Алъяпҡыс” байрамы үткәрҙе. “Хәтирә” фольклор ансамбле бик уңышлы эшләй. Ауыл биләмәһендә “Фатиха” вокаль ансамбле, “Дарман” бейеү түңәрәге асылды. Шул уҡ ваҡытта ижади түңәрәктәрҙең эшмәкәрлеге маҡтауға лайыҡ. Күптәр “Селтәр” түңәрәгендә бик теләп шөғөлләнә. Әйткәндәй, “Селтәр” байрамы ла үткәрҙек, балалар дефиле күрһәтте.

Һуңғы йылдарҙа башҡорт туйҙарын, үҙебеҙҙең йолаларҙан ситләшеп, йәмһеҙ шоуҙарға әйләндереүҙәре етди борсоуға һала ине. Ошо хаҡта уйланып, Ишбирҙе ауыл биләмәһе ауылдарында туйҙарҙы милли йолаларға һәм традицияларға нигеҙләнеп үткәрә башланыҡ. Был, әлбиттә, ҡыуаныслы хәл һәм артабан да эште ошо юҫыҡта дауам итәсәкбеҙ.

Сығышының аҙағында Гөлшат Рәмзин ҡыҙы тантаналы шарттарҙа эстафета рәүешендә “Ныҡлы ғаилә – ил күрке” исемле альбомды Моҡас ауыл биләмәһе башлығы Илдар Бүләкәновҡа тапшырҙы.

Илдар Рафиҡ улы билдәләүенсә, Моҡас ауыл биләмәһендә һуңғы йылдарҙа эшҡыуарлыҡ, фермерлыҡ йүнәлеше үҫешә, һыйыр малы, йылҡы, һарыҡ үрсетеү, үҫемлекселек, йәшелсәселек, сәскә үҫтереү үҫеш ала. Республикала кооперативтар булдырыу буйынсағы проектҡа ярашлы, быйыл Әхмәр ауылында ит эшкәртеү цехын асыу күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта Моҫтай менән Атанғол ауылдарының ҡабаттан тергеҙелеүе бында йүнсел халыҡ йәшәүен бермә-бер дәлилләй.

Ауыл биләмәһендә йәмәғәт ойошмалары әүҙем эшләй, улар төрлө саралар ойоштороуға күп көс һала. “Ағинәйҙәр” ҡоро – ауылыбыҙ ҡото, уларһыҙ бер сара ла үтмәй, – тине биләмә башлығы. – Бихисап кисәләр, байрамдар ойошторола, йәрминкәләр үткәрелә. Урындағы мәктәп коллективына рәхмәт – улар һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙа.

Ауыл биләмәһе төрлө программаларҙа әүҙем ҡатнаша, был тәңгәлдә беҙ халыҡтың ярҙамына таянабыҙ. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы нигеҙендә мәктәптең тәҙрәләрен яңырттыҡ. Былтыр экологик өмәләр гөрләп үтте.

Быйыл Ғаилә йылы сиктәрендә байтаҡ сараларҙы үткәреү күҙ уңында тотола. Әйтергә кәрәк, беҙҙең ауыл биләмәһендә башҡаларға үрнәк булған ғаиләләр бик күп, 47-һе инде күп бала тәрбиәләй”.


Артабан “Алтын тирмә” уйыны старт алды. Әйтергә кәрәк, ишбирҙеләр был сараға бик яуаплы әҙерләнгән булып сыҡты. Ауыл биләмәһенең йәштәр ҡоролтайы рәйесе Динә Юнысова Төркмән ауылының “Төйәләҫ” (капитаны Илдар Бүләкәнов) һәм Әхмәр ауылының “Ирек һәм ете ҡыҙ” (Ирек Кәримов) командалары араһында “Алтын тирмә” уйыны ойошторҙо һәм бик йәнле, мауыҡтырғыс итеп алып барҙы. Командалар 3 турҙа көс һынашты, үҙҙәренең белемдәрен төрлө өлкәлә һынап ҡараны, тәңкәләр йыйҙы. Һорау-һынауҙарҙың үҙебеҙҙең республика, район тарихы, халҡыбыҙҙың йолалары, мәҙәниәте, теле, рухиәте менән туранан-тура бәйле булыуы отошло ине.

“Алтын тирмә” уйын-эстафетаһы ишбирҙеләрҙең, төркмәндәрҙең һәм әхмәрҙәрҙең йырлы-моңло тамашаһы менән аралашып барҙы, уларҙың сығыштары барыһын да хайран ҡалдырҙы. Ишбирҙенән Миңһылыу Юнысованың бейеүен, Ләйсән Дәүләткилдина, Миңһылыу һәм Наилә Юнысовалар, Гөлшат Иҫәндәүләтова башҡарыуындағы йырҙарҙы, Төркмәндән Гөлсинә, Ғайса һәм Ансар Маннаповтарҙың баянда уйнауҙарын, “Йәнтөйәк” вокаль ансамбленең, Вадим Ҡунаҡбаевтың сығыштарын, Әхмәр ауылының уңған килендәре бейеүен халыҡ оҙаҡ алҡышланы.

Төркмәндәр йәш быуынға халҡыбыҙҙың бай тарихын, арҙаҡлы шәхестәренең исемдәрен еткереү алымын да матур тамаша аша күрһәтте – унда урындағы “Ағинәйҙәр” ҡоро рәйесе Мөршиҙә Ғәйепҡолова һәм уның ҡыҙы Илзирә ҡатнашты.

Күңелдәрҙе дәртләндергән һәм рухландырған, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтенә, тарихына, арҙаҡлы шәхестәренә, ғәзиз телебеҙгә һөйөү тәрбиәләгән, йәш быуынды йәлеп иткән был сара ысын мәғәнәһендә матур һәм милли колоритлы тамаша булыуы менән айырылып торҙо. Әйтергә кәрәк, был яңы проектты райондың йәштәр ҡоролтайы күтәреп сыҡты һәм матур башланғысҡа нигеҙ һалды. “Алтын тирмә” уйын-эстафетаһын ойоштороусы булып иһә район хакимиәте, ауыл биләмәләре, район башҡорттары ҡоролтайы, “Ағинәйҙәр”, “Атайсал” ҡорҙары, ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм ветерандар советы сығыш яһай.

Азамат Мөхәмәтшин.

Автор фотолары.

Читайте нас: