Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
8 Декабрь 2016, 17:03

8 декабрь – Рәсәй ҡаҙналығын ойоштороу көнө

Хөрмәтле ҡаҙналыҡ хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе ысын йөрәктән Рәсәй ҡаҙналығын ойоштороу көнө менән ҡотлайым!

Бөгөн Федераль ҡаҙналыҡтың Башҡортостан Республикаһы буйынса Баймаҡ ҡалаһындағы идаралығы үҙ иңенә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫлы үтәй. Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы, бүлек федераль бюджеттың үтәлешен тәьмин итеү, РФ бюджет системаһының һәм Пенсия фондының бюджеттары үтәлешен касса хеҙмәтләндереүе, аҡсаны маҡсатлы тотоноуҙа дәүләт контроле кеүек функцияларҙы башҡара.

Был байрам көнөндә бөтә коллективҡа намыҫлы һәм ныҡышмалы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Һеҙгә һәм һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, именлек һәм уңыштар теләйем.

Читайте нас: