Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
26 Ноябрь 2016, 17:35

Иң мөһим кеше ул – Әсә

Хөрмәтле гүзәл заттар! Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар – әсәләр!

Йыл һайын ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә һәр кемгә яҡын һәм ҡәҙерле булған изге байрам – Әсә көнө билдәләнә. Был байрам ҡатын-ҡыҙға һаҡсыл мөнәсәбәт традицияларын дауам итергә, ғаилә ҡиммәттәрен нығытырға һәм тормошобоҙҙағы иң мөһим кеше – Әсәйҙең ҡәҙерен билдәләргә саҡыра. Әсәйҙәрҙең сикһеҙ һөйөүе, хәстәрлеге, аҡылы һәм тәжрибәһе беҙгә күп яҡлы һәм ҡатмарлы тормошта йүнәлеш бирә, беҙҙе көслөрәк итә, алға атларға ынтылыш бирә, уңышҡа ышаныс уята.

Әсәлек бурыстарын уңышлы атҡарыу менән бер рәттән хеҙмәттә, илдең сәйәси һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарға һоҡланабыҙ. Етем һәм ата-әсә ҡурсалауынан ҡалған балаларға ысын мәғәнәһендә әсәй булған ҡатындарға айырыуса рәхмәт белдергем килә.

Барлыҡ әсәләргә һәм уларҙың ғаиләһенә изгелек, именлек, иртәнге көнгә ышаныс теләйем. Һәр көнөгөҙ ғаилә йылыһында, ҡәҙерле һәм яҡын кешеләрегеҙҙең иғтибарында, балаларығыҙ һәм ейәндәрегеҙҙең уңыштарына ҡыуанып үтһен. Мөхәббәтле һәм бәхетле булығыҙ!

Читайте нас: