Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
26 Ноябрь 2016, 17:08

Хеҙмәттә сыныҡҡан инәй

90 йәше менән ҡотларға барғанда Рәйсә инәй Ғәбитованың әллә нисә китап яҙырлыҡ бала саҡ, йәшлек хәтирәләрен илай-илай тыңлағанда уның хәтер теүәллегенә хайран ҡалдыҡ. Юлыҡ ауылында Хәҙисә һәм Зарип Әҙеһәмовтар ғаиләһендә 6 малай ҙа 3 ҡыҙ үҫә. Көнсөллөк ғәләмәте менән өлкән улдары Шакир һәм Мазһарҙы, “кулак балаһы“ тип хөкөм итеп, икеһен дә алыҫҡа оҙаталар, Мазһарҙы хатта аҫалар. Был ҡайғыны күтәрә алмай Шакирҙың ҡатыны мәрхүмә булып ҡуя, уларҙың өс балаһы өләсәһе менән олатаһы ҡарамағында ҡала. Мазһарҙың ҡатыны ла балалары менән уларҙың ғаиләһенә ҡайта. Хәҙисә инәй ҡайғыларҙан иртә үлеп китә һәм был балаларҙы аяҡҡа баҫтырып кеше итеү Зарип олатай иңенә төшә. Ул ҡабаттан өйләнмәй, балаларына бөтә йөрәген, наҙын биреп, ҡайһы бер әсәйҙәрҙән дә ихласыраҡ тәрбиәләй. Бөгөн 90 түгел, 60 йәш тә биреп булмаған Рәйсә инәй ошондай оҙон һәм һау-сәләмәт ғүмере өсөн атаһына бик рәхмәтле.

– Ҡыштарын аяҡҡа сабатам ҡуша туңып үҙәккә үтеп өшөп эштән ҡайтып инһәм, атайым йылы һыуға тоҙ һалып, шунда баҫтырыр, киндер майы һөртөр ине. Киндерҙе килелә төйөп, майын үҙе эшләй торғайны. Яҙ етһә, бауырығыҙ ауыртмаҫ тип әрекмән тамыры, ашҡаҙанығыҙ сирләмәҫ тип эркет һыуы эсерер ине. Башҡалар бетләп, ҡорсаңғылап яфаланғанда, беҙ таҙа булдыҡ. Сөнки атайыбыҙ сөгөнгә көл һалып ҡайнатып, беҙҙе шуның менән йыуындырҙы.

Ағайымдарҙың ғаиләләре менән тәүҙә 15 кеше бәләкәй генә йортта йәшәнек. Мазһарҙыҡы еңгәй зоотехникка уҡып алып эшкә төштө. Бер егет менән танышып, 3 балаһы менән уға сығып киткәйне, бер аҙ иркенләп ҡалғайныҡ, һуғыш башланды. Мин 7 йыллыҡ Юлыҡ мәктәбен тамамларға ғына өлгөргәйнем. Йәшемде ҙурайтып яҙҙырып, комсомол рәтенә индем. Ул саҡта комсомолдың абруйы ҙур ине. Шул саҡ ФЗО-ға йәштәрҙе йыя башланылар. Минең зоотехник еңгәйем (хәҙер инде колхоз рәйесе) мине “йәше етмәгән” тип алып ҡалып, Самарскиға тракторсылар курсына ебәрҙе. Ыҙалыҡ менән 6 ай уҡып, яҙғы ташҡын мәлендә Яйыҡ йылғаһын йөҙөп сығып, йәйәүләп өс көндә үләндәр ашай-ашай ҡайтып еттем. Ул ваҡытта комбайнға төшөргә иртә булғас, тракторға һабансы итеп ҡуйҙылар. Трактор утын менән эшләй. Ҡоро шурик яғабыҙ. Ул саҡ ҡына һыу йәки ҙурыраҡ булһа, трактор эшләмәй ҙә ҡуя. Комбайнға сыҡҡас, унда 5 йыл эшләнем. Бригадала 1 ир һәм 14 ҡатын-ҡыҙ инек. Ҡышҡыһын ҡар күмеп китһә, комбайн тоҡанмай ҙа ҡуя. Алты ҡатын-ҡыҙ улай-былай итеп рукоятка менән саҡ тоҡандырып ебәрә инек. Бер уполномоченный: “Стрелять буду!” – тип һәр ваҡыт наганын тотоп йөрөй торғайны, шунан ҡурҡып шәп эшләр инек. Боҙолһа, үҙем ремонтлай торғайным. Бер ваҡыт, комбайнды йүнәтә алмағас, мин ҡурҡыштан өйҙәге баҙға төшөп яттым. Мине килеп өй тирәһендә ҡарауыллап йөрөнөләр. Иртәгәһенә урманға ҡастым. Шулай өс көн ҡасып йөрөгәс, һыуыҡтан, аслыҡтан сыҙамай ҡайтып, эшкә барғайным, “ултыртып ҡуябыҙ” тип янайҙар. “Ҡалайтайым, комбайн эшләмәй бит, мастер саҡыртығыҙ!” – тип инәлеп илағайным, мастер килеп, йүнәтеп биргәйне, эшләп китте.

Артабан колхозда эшләнем. Тракторсы Шәүкәт Ғәбитовҡа кейәүгә сығып, биш йыл йәшәп ҡалдыҡ, ирем ауырып үлде. Ҡыҙҙарым Әнисә һәм Тәнзилә менән тороп ҡалдым. “Үҙ ҡустымдың балаларын көтәм”, – тип әйтеү әйткән Рәфҡәт ҡайнағам һоратып килә лә килә бит. Мин бороп ҡайтарһам, тағы килә. Ҡыҙҙарым да өйрәнеп китте – килһә, алдына менеп ултыралар. Аптырағас, уға тормошҡа сыҡтым. Матур йәшәнек, 38 йыл торҙоҡ, тағы 5 балабыҙ булды, икәүһе үлде. Аҡыллы, сабыр холоҡло, ауылда бер тигән балта оҫтаһы булды. Мин мәктәптә ашнаҡсы, дауахана асылғас, кер йыуыусы булып эшләнем. 25 карауаттың түшәген өйгә алып ҡайтып йыуам, һыуҙы йылғанан ташыйым. Ҡыштарын киптереү өсөн өйгә элеп бөтә торғайным. Аҙаҡ урман хужалығына эшкә төшкәйнем, бригадир итеп ҡуйҙылар. Ҡул аҫтымда 6 ҡатын-ҡыҙ. Шунда эшләп хаҡлы ялға сыҡтым. Эшләгән саҡта кистәрен балаларҙы йоҡларға һалам да, төнөн бейәләй, ойоҡбаш бәйләп сыға торғайным. Ҡуян аҫрай башлағайным, унан башлыҡтар бәйләргә өйрәндем. Ауылда бер баланың тыуған көнөнә барғанда ҡуян башлыҡ бүләк иткәйнем, бөтә балалар ҙа тыуған көнөнә саҡырып алды ла китте. Аҙаҡ: “Шул ваҡытта ҡуян шапка алыр өсөн тыуған көнгә саҡыра торғайныҡ”, – тип әйтә торғайнылар, – тип хәтерләй инәй.

Ауырлыҡты күп күргән инәй 2010 йылда ветеран сертификатына бирелгән йортҡа Юлыҡтан Баймаҡҡа күсеп килә. Бөгөн ул биргән көнөнә Хоҙайға, ошондай йорт һәм пенсияһы өсөн хөкүмәткә рәхмәтле булып йәшәй. “Йәштәр эштән ҡурҡмаһындар, көнө-төнө эшләһендәр. Бөтә ауырлыҡты эш менән еңергә кәрәк! Һиңә берәү ҙә “мә” тип бер нәмә лә тоттормаясаҡ”, – ти Рәйсә инәй. Инәйҙең тыуған көнөнә күршеләре Фәрзәнә Исхаҡова менән Шәмсинур Ниғәмәтова ла килгәйне. Уларҙың да әсәләре ветеран сертификаты менән ошо йортҡа күскән, әммә яҡты донъянан киткәндәренә 4-5 йыл икән. Рәйсә инәй уларҙы һуңғы юлға оҙатышҡан. Шуға улар инәйгә рәхмәтле булып, уны әсәләре урынына күреп тәрбиәләһә, инәй кәңәше менән ярҙам итә. Бына шулай йәшәйҙәр ветеран сертификатына бирелгән мөһабәт йортта.

Читайте нас: