“Әсәкәйем мине тыуҙырғас
Аҡ биләүгә һалып биләгән.
Исемемде лә ул үҙе биргән,
Фани донъянан китерен белгән...”
Әсәйебеҙ Көнһылыу Хәмзә ҡыҙы Сөләймәнова Беренсе Этҡол ауылында ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инә. Ул ҡулына рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы дипломы алып, Икенсе Этҡол мәктәбенә эшкә ҡайта. Бында ул буласаҡ тормош иптәшен осрата һәм йәштәр оҙаҡламай өйләнешеп тә ҡуя. Беҙ, биш бала, һөйөү тулы ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫтек. Бөгөн һәр беребеҙҙең үҙ донъяһы бар, балалар үҫтерәбеҙ.
Әсәйебеҙ бар ғүмерен балаларға бағышланы. 33 йылдан ашыу уҡыусыларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирҙе. Талапсан, тынғыһыҙ, һәр ваҡыт эҙләнеүсән, белемен камиллаштырыу өҫтөндә даими эшләгән уҡытыусының фиҙаҡәр хеҙмәте лә лайыҡлы баһалана. Уның төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа яулаған Почет грамоталары, Дипломдары бик күп. Юғары категориялы уҡытыусы “БР мәғариф отличнигы” исемен ала. Бөгөн дә уны уҡыусылары онотмай, һәр ваҡыт килеп торалар. Байрамдар менән ҡотлайҙар. Уҡытыусы өсөн шунан да ҙурыраҡ хөрмәттең булыуы мөмкинме?
Әсәйебеҙ – ижади кеше. Бөгөн дә ул әҙәби китаптар, гәзит-журналдарҙы күпләп алдырып уҡый. Күптән түгел Башҡортостан телевидениеһының “Алтын тирмә” тапшырыуында ҡатнашыр өсөн, алда бирелгән һынау һорауҙарына дөрөҫ яуап биреп, саҡырыу алды. Унда беҙҙе лә бер команда итеп туплап алып барҙы. Бигерәк тә классик әҫәрҙәргә өҫтөнлөк бирә. Шиғырҙар ижад итә. Бөгөн әсәйемдең 60-тан ашыу шиғыры тупланған. Улар төрлө матбуғат биттәрендә донъя күрә. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн дә әүҙем тормош менән йәшәй. “Ағинәйҙәр” клубы ағзаһы. Ауыл, район кимәлендә ойошторолған төрлө сараларҙа, ижади конкурстарҙа ҡатнашып, төрлө призлы урындар яулай.
Үҙебеҙ әсәй, атай булһаҡ та, әсәйебеҙ беҙҙе әле булһа тормош юлынан етәкләп алып бара. Бөгөн дә уның йылы һүҙенә, кәңәштәренә мохтажбыҙ.
Әсәйебеҙ Көнһылыу Хәмзә ҡыҙы һәм атайыбыҙ Зиннәтулла Әхмәҙулла улының бергә йәшәүҙәренә 38 йыл. Аллаға шөкөр, тормоштары бөтөн, донъялары түңәрәк. 10 ейән-ейәнсәренә хәстәрлекле өләсәй һәм ҡартатай булып, матур ғүмер итәләр.
Иртәгә бөтә ил Әсәйҙәр көнөн билдәләй. Был матур, мөбәрәк көндө донъялағы иң ҡәҙерле кешебеҙ – әсәйебеҙгә иң изге теләктәребеҙҙе еткереп, бөтә изгелектәре өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Әсәкәйебеҙ, һиңә һаулыҡ, ғаилә именлеге, тыныслыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ. Һине яратабыҙ һәм һинең менән ғорурланабыҙ.