Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
26 Ноябрь 2016, 17:33

Алтын йөрәкле Алтынбаевтар

Оло йөрәкле был ғаилә менән танышҡандан һуң оҙаҡ ҡына улар хаҡында уйланып, ҡыйыулыҡтарына һоҡланып йөрөнөм. Темәс ҡыҙы Земфира менән Буранбай егете Наил Алтынбаев, үҙҙәренең алты балаһы өҫтөнә ауырып киткән туғандарының улын, һуңынан Түбә балалар йортонан апалы-ҡустылы ике баланы көтөргә ала. Бөтәһе туғыҙ бала! “Ҡурҡманығыҙмы?” – тигән һорауға Земфира ханым: “Ҡурҡһаҡ та, алырға ҡарар иттек. Тәүҙә өйрәтеп алыуы ныҡ ҡыйын булды. Өйрәнеү осоро ике йылдан ашыу барғандыр. Хәҙер бер-беребеҙгә эҫенештек, “атай-әсәй” тип кенә торалар. Өйҙә ярҙамлашалар. Ҡыҙым өйҙө ялт иттереп таҙа тота. Йәйҙәрен баҡса үҫтерәбеҙ, ишле мал, ҡош-ҡорт үрсетәбеҙ. Тағы ла алырға уйлап торабыҙ әле”, – тип йылмая. Өфө яғынан килгән Диана менән Вадим, русса һөйләшһәләр ҙә, башҡортса өндәшкәнде аңлай. Әлеге ваҡытта үҙҙәренең балалары Ирек, тау-байыҡтырыу техникумын тамамлап, Яҡут-Саха Республикаһында шахтала эшләй, Магнитогорск ҡалаһындағы университеттың өсөнсө курсында белем ала. Ул ата-әсәһенең төп ярҙамсыһы. Зөлхизә, БДУ-ның физматын тамамлаған, Өфөлә мәктәптә уҡыта, кейәүгә сығып, бына-бына ейән бүләк итергә йыйына. Марат Өфө дәүләт авиация университетында бишенсе курста уҡый. Зөлфирә Сибай медицина колледжында икенсе курста тик “5”-легә генә уҡый. Илнар Сибай гимназияһында, Байрас 3-сө мәктәптә 4-се класта уҡый. Ә тәрбиәгә алған балалар – Рамаҙан Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында газ менән иретеп йәбештереүсегә белем алһа, Диана менән Вадим 3-сө мәктәптә 7-се һәм 3-сө кластарҙа уҡып йөрөй.

Бығаса улар Буранбайҙа, Сибайҙа йәшәгән. Аҙыҡ-түлек һатыу менән шөғөлләнгән ғаилә 2009 йылда Баймаҡта үҙ ҡулдары менән 2 ҡатлы йорт һалып сыҡҡан. Земфира ханым дизайнер икән: йорттарының һәр мөйөшө уйланып эшләнгән. Ә Наил ағайҙың ҡулының оҫталығына һоҡланмау мөмкин түгел. “Балалар сирле ине, улар менән күп тапҡыр Баймаҡта ла, Өфөлә лә дауаханала ятырға тура килде. Ыҙаланыҡ инде. Әммә хәҙер, үҙебеҙҙең балалар үҫеп ситкә китеп бөтһә лә, өй тулы бала булыуына һөйөнөп бөтә алмайбыҙ”, – тиҙәр оло йөрәкле Алтынбаевтар.

Читайте нас: