Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
24 Ноябрь 2016, 17:43

Мең йәшә, әсәкәйем!

Әсәй! Дүрт хәрефтән генә торған ошо һүҙгә күпме мәғәнә һалынған... Һәр бала өсөн иң ҡәҙерлеһе һәм иң яҡыны ул – әсә. Бала, теле асылғас та, иң тәүҙә "Әсәй!" – тип өндәшә. Шатлыҡтарыбыҙҙы ла, хәсрәтебеҙҙе лә әсәй менән бүлешәбеҙ. Сөнки әсәй бер ваҡытта ла балаһына насарлыҡ теләмәй.

Минең әсәйем – Зимфира Фазлиәхмәт ҡыҙы Ғүмәрова 1965 йылдың йәмле йәйендә донъяға килә. Бәләкәй саҡтан тырыш, маҡсатҡа ынтылыусан булып үҫә. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын ситтән тороп тамамлай. Әлеге көндә Билал урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Әсәйем менән сикһеҙ ғорурланам. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки әсәйем яңғыҙы 3 ул тәрбиәләп үҫтереп, аяҡҡа баҫтырҙы. Өлкән ағайым Илшат, ғаилә ҡороп, “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләй. Айбулат ағайым, Сибай сәнғәт училищеһын тамамлап, бөгөн З.Исмәғилев исемендәге сәнғәт академияһының 4-се курсында белем ала. Ә мин, әсәйемдең юлын һайлап, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының II курсында белем алам. Беҙҙең бөгөнгө уңыштарыбыҙҙа әсәйемдең роле баһалап бөткөһөҙ.

Әсәйебеҙ – ғаиләбеҙ ҡояшы. Ул йылмайһа, бөтә донъя яҡтылыҡҡа күмелә. Ҡәҙерлебеҙ өйҙә булмаған саҡта моңһоу, күңелһеҙ булып киткән төҫлө. Беҙ ауырыған саҡта әсәйемдең бер йылмайып ҡарауы була, шунда уҡ еңел булып китә. Ә ниҙәр генә эшләмәй һуң әсә ҡулдары! Ап-аҡ хуш еҫле икмәк тә бешерә, тәмле итеп аш-һыу әҙерләй, йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләй...

Әсәйебеҙ алдында беҙ һәр саҡ бурыслы. Ҡәҙерле әсәкәйем! Һине Әсәйҙәр байрамы менән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәремде еткерәм! Ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, изге, яратҡан эшеңдә уңыштар теләйем. Дуҫтарыңдың терәген, туғандарыңдың йылыһын тойоп, бәхеттә-шатлыҡта оҙон-оҙаҡ ғүмер итергә яҙһын. Мең йәшә, әсәй-әсәкәйем!

Читайте нас: