Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
19 Ноябрь 2016, 17:47

Хеҙмәтегеҙ файҙалы булһын

Хөрмәтле һалым органы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һөнәри байрамығыҙ – Рәсәй Федерацияһы һалым органдары хеҙмәткәрҙәре көнө уңайы менән изге теләктәремде ҡабул итегеҙ!

Һалым – биләмәләрҙең финанс тотороҡлолоғо, социаль-иҡтисади үҫеш нигеҙе. Тап уның арҡаһында пенсия һәм пособиелар түләнә, эш хаҡы бирелә, йорттар һалына, газ селтәре һәм коммуникациялар төҙөлә, инженер селтәрҙәре яңыртыла, юлдар ремонтлана, йәмәғәт һәм хоҡуҡи тәртип урынлаштырыла. Үҙе һәм башҡалар мәнфәғәте өсөн тотонолған дөйөм сығымдарҙа һәр һалым түләүсенең ҡатнашлығы бар.

Һеҙ бюджетты тулыландырыу буйынса мөһим эш башҡараһығыҙ, халыҡтың һалым түләү буйынса грамотаһын күтәрәһегеҙ, һалым түләүгә заманса яңы алымдар индерәһегеҙ. Законға ҡарата фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ дәүләткә, Баймаҡ районына һәм бөтә халыҡҡа файҙа килтерһен. Һеҙгә һәм һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге, оҙон ғүмер һәм эшегеҙҙә уңыштар теләйем.

Читайте нас: