Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
12 Ноябрь 2016, 17:50

Һөнәри байрамығыҙ менән!

Хөрмәтле Һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас йөрәктән ҡотлайым!

Быуаттан ашыу тарихы булған Рәсәй Һаҡлыҡ банкы илдең мөһим финанс институттарының береһе булып тора. Банктың ышаныслы һәм тотороҡло булыуы, хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығы һәм белдеклелеге һөҙөмтәһендә йылдан-йыл күрһәтелгән хеҙмәттәр төрө арта һәм уның сифаты ла яҡшыра бара. Һаҡлыҡ банкының эшмәкәрлеге райондың социаль-иҡтисади үҫешендә лә айырым урын биләй.

Киләсәктә лә ышаныслыҡ, яҡшы хеҙмәтләндереү, үҙ ваҡытында төҙөлгән файҙалы килешеүҙәр эшегеҙҙең даими принциптары булып ҡалһын һәм Һаҡлыҡ банкының артабанғы үҫешенең нигеҙе булһын. Барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, изгелек, именлек һәм уй-ниәттәренең бойомға ашыуын теләйем!

Читайте нас: