Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
10 Ноябрь 2016, 17:52

Халыҡ именлеге һағында

Баймаҡ халҡы именлеге хаҡына тәүлек әйләнәһенә хеҙмәт вахтаһына баҫҡан полиция хеҙмәткәрҙәре бөгөн үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Был көндөң тарихы 1715 йылдарға барып тоташа. Петр I Рәсәйҙә йәмәғәт тәртибен һаҡлау хеҙмәтен булдырып, уға “полиция”, тигән атама бирә. Баймаҡ полицияһы үҙҙәренең һөнәри байрамын ниндәй күрһәткестәр менән ҡаршылай? Ошо хаҡта Эске эштәр министрлығының Баймаҡ районы буйынса бүлеге начальнигы полиция подполковнигы Дим Әнүәр улы Нәҙербаев менән әңгәмәләштек.

– Дим Әнүәр улы, ғәҙәти һорау: һөнәри байрамды ниндәй күрһәткестәр менән ҡаршылайһығыҙ?

– Беҙҙең Баймаҡ полицияһы хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә халыҡ именлеге һағына баҫҡан. Ныҡышмалы эш үҙенең һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай, әлбиттә. Быйыл Баймаҡ ҡалаһы һәм районы биләмәһендә 859 енәйәт эше теркәлде. Уҙған йылдың күрһәткесе менән сағыштырғанда һандарҙың бер аҙ кәмеүе күҙәтелә. Быйыл һуңғы ун айҙа граждандарҙан төрлө һорау буйынса 10625 ғариза ҡабул ителде. Уларҙың береһе лә иғтибарһыҙ ҡалманы. “Ҡыҙыу эҙҙәр” буйынса асылған эштәр ҙә байтаҡ. Ауыр енәйәт ҡылыуҙар күрһәткесенең кәмеүе күҙәтелә. Айырып әйткәндә, кеше ғүмерен ҡыйыу, зыян килтереү, мутлашыу, көсләү, сит кешенең машинаһын ҡыуып алып китеү, юл-транспорт фажиғәһе, мал урлау кеүек енәйәттәр һаны кәмене. Терроризм, экстремистик енәйәттәргә юл ҡуйылманы. Шуныһын да билдәләп китергә кәрәк, енәйәттәрҙе асыу буйынса ла күрһәткестәр артты. Үлтереү, кеше һаулығына зыян килтереү, урлашыу, иҡтисади енәйәттәр ҡылыу буйынса ҡуҙғатылған эштәр тулыһынса асылды.

– Быға ҡала һәм район буйынса даими рәүештә төрлө кимәлдәге операциялар уҙғарыу ҙа булышлыҡ итәлер, моғайын...

– Әлбиттә. Баймаҡ урамында тәүлек әйләнәһенә 20 полиция хеҙмәткәре дежурлыҡ итә. Патруль-пост хеҙмәте тағы ла 5 хеҙмәткәр менән тулыланды. Бөтә личный состав менән урындарға сығып ауыр хәлле ғаиләләр, иҫәптә тороусылар, быға тиклем иректән мәхрүм ителгәндәрҙең көнкүреше менән танышабыҙ. Был тәңгәлдә бигерәк тә участка уполномоченныйҙары, балиғ булмағандар эше буйынса һәм йәмәғәт хәүефһеҙлеген һаҡлау бүлектәренең хеҙмәте ҙур һөҙөмтә бирә. Район биләмәһендә “Штраф”, “Мал”, “Иғтибар, балалар!” кеүек операциялар даими уҙа. “Превентив” операцияһы ауыр ғаиләләрҙе тағы ла бер тапҡыр контролдә тотоу маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың көнкүреше, балаларҙың яҙмышы тикшерелә. Ә инде “Мәк” операцияһы башлыса йәй айҙарында иғлан ителә. Бөгөн күп урындарҙа киндер үҫә. Уларҙы юҡ итеү маҡсатында урындарҙа аңлатыу эштәре алып барыла. Әйткәндәй, наркотик матдәләр ҡулланыусылар буйынса енәйәттәр ҙә кәмене.

Шул уҡ ваҡытта законһыҙ ҡорал һаҡлау һәм наркотиктар менән һатыу итеүгә бәйле енәйәттәр һанының артыуы күҙәтелә. Үлем менән янау, тән йәрәхәттәре һәм һаулыҡҡа еңелсә зыян килтереү кеүек осраҡтар ҙа йышайҙы.

Коррупцияға ҡаршы, иҡтисади енәйәттәрҙе асыҡлауға ҙур көс һалабыҙ. Быйыл, мәҫәлән, 25 кеше яуаплылыҡҡа тарттырылды. Ошондай йүнәлештәге енәйәттәрҙе асыҡлау буйынса беҙҙең район республикала беренсе урында килә.

– Дим Әнүәр улы, ошо көндәрҙә районда мал урлап һатыу менән шөғөлләнгән бер төркөмдө тотоуығыҙ хаҡында билдәле булды...

– Эйе, Темәс ауылынан бер енәйәт төркөмө ике йыл буйы шул төбәктәге халыҡтың малын урлап һатыу менән шөғөлләнгән. Ҡырҙа йөрөгән малды атып алғандар. Оҙайлы һәм ентекле эш алып барыу һөҙөмтәһендә мал ҡараҡтары тотолдо. Уларҙың ҡоралдары һәм әле һатып өлгөрмәгән малдары һәм иттәре тартып алынды.

Шуныһы ҡыҙғаныс, күпме мал юғалһа ла халыҡ бынан фәһем алмай, малын иреккә сығарып ебәрә. Мал ҡараҡтарына шул ғына кәрәк тә. Күпме ат, һыйыр малы шулай юҡ булды. Көтөүгә ҡушмай, иреккә сығарып ебәргән мал хужаларына ҡарата протокол төҙөү буйынса әүҙем эш алып барыла. Улар административ яуаплылыҡҡа тарттырыла.

– Һуңғы ваҡытта түбән сифатлы спиртлы эсемлектәр менән һатыу итеүселәргә ҡарата рейдтар күп үтә...

– Эйе, был тәңгәлдә байтаҡ саралар күрелде һәм артабан да эшләйәсәкбеҙ. Законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлектәр менән һатыу иткән 188 кешегә протокол төҙөлдө. Йәмәғәт урындарында эскән килеш йөрөгән һәм эсеп ултырған 1000-дән ашыу кеше, шул иҫәптән 27 балиғ булмаған үҫмер, административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.

– Полиция – төрлө йүнәлеш буйынса халыҡ именлеген һаҡлаған ойошма...

– Полиция хеҙмәтен бер нисә бүлек тулыландыра. Ләкин беҙгә бер үк бурыс йөкмәтелгән. Иҡтисади енәйәт хәүефһеҙлеге бүлеген полиция майоры Рәшит Дамир улы Насыров етәкләй. Исеменән үк билдәле, был бүлек хеҙмәткәрҙәре иҡтисади йүнәлештәге енәйәт ҡылыусылар менән шөғөлләнә. Тап уларҙың эш һөҙөмтәһенән районда коррупция, закон буйынса тыйылған енәйәт ҡылыусылар һаны кәмене. Полиция майоры Фаил Наил улы Байегетов ҡарамағындағы енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре ауыр енәйәттәрҙе асыҡлау буйынса эш алып бара. Ҡала һәм районда ниндәй генә хәл-ваҡиға булһа ла граждандар тәү сиратта полицияның дежур бүлегенә мөрәжәғәт итә. Бүлекте полиция подполковнигы Сәғит Абдрахман улы Әминев етәкләй. Тәфтиш бүлегендә полиция майоры Динис Мөнир улы Ғөбәйҙуллин етәкселегендәге тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр тупланған.

Быйыл беҙҙә тағы ла бер бүлек барлыҡҡа килде. Федераль миграция хеҙмәте хәҙер полиция ҡарамағына күсте. Уның начальнигы итеп полиция майоры Ю.Ә. Сәйетҡолов тәғәйенләнде.

Шуны ла әйтеп китергә кәрәк, беҙҙең бүлек хеҙмәткәрҙәре йыл да Чечен Республикаһында хәрби командировкала булып ҡайта. Бөгөн Альберт Рәхимйән улы Байымов хәрби бурысын үтәй. Декабрҙә тағы ла өс полиция хеҙмәткәре юлланасаҡ. Уларҙың имен-һау хеҙмәт итеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

– Полиция хеҙмәткәрҙәре эштә лә, ялда ла һынатмай...

– Эйе. Төрлө кимәлдәге спорт сараларында, үҙешмәкәр сәнғәт смотры, конкурстарҙа беҙҙең хеҙмәткәрҙәр әүҙем ҡатнаша һәм призлы урындар яулай.

– Әңгәмә һуңында бер нисә һүҙ...

– Полицияла хеҙмәт итеү беҙҙең хеҙмәткәрҙәрҙән ҙур яуаплылыҡ талап итә, эш еңелдән түгел. Ҡайһы бер осраҡта тәүлек әйләнәһенә өйгә ҡайтмаған ваҡыттар була. Беҙҙең эште аңлап ҡабул иткән ғаиләләребеҙгә, туғандарыбыҙға, яҡындарыбыҙға рәхмәт белдергем килә. Шәхси составты, ветерандар советы рәйесе Р.И. Асҡаровты һәм башҡа ветерандарыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, бәхет, халыҡ именлеге хаҡына булған эшебеҙҙә уңыштар теләйем.

Читайте нас: