Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

ЕР МЕНӘН КҮК АРАҺЫНДА...

#Һаҡмар_конкурс_АйратСирбаевҠәҙерле дуҫтар! Миңзәлә Сирғәлинаның сираттағы хикәйәһен ҡаршы алығыҙ. "Ер менән күк араһы" хикәйәһендә заман ауырлыҡтарын үҙ иңендә йөрөткән ҡатын-ҡыҙ яҙмышы сағылыш тапҡан. Сайтҡа инеп, хикәйәне тулыһынса уҡып сығырға кәңәш итәбеҙ.

Ҡыҙҙар! Шаулашмағыҙ әле зинһар! Бер ни ишетелмәй!

Бүлмәнең иң ситтәге карауаты өҫтөндә ҡолағына телефон терәгән Саимә, гөр килешеп сәй эскән хеҙмәттәштәренә ҡарап өндәште. Улары, әйтерһең дә Саимәнең ошо тыйыуын ғына көтөп ултырғандар, бокалдарын тотоп, шундуҡ быш - быш ауыҙ баҫып көлкөләренән арыналмай, көлөшөп урындарына таралыштылар.

Сәлимә, Сәлимә! Ишетәңме мине ,ҡыҙым? Алло-о-о, эй ошо бәйләнеште!- Саимәнең тауышы бар бүлмәне яуланы.

Сәлимәәә, йә!

Саимә ҡулындағы телефон ҡапыл "телгә " килде.

Эй Аллам, ҡыҙым, бәйләнеш насар бит бында. Ишетәңме мине хәҙер? Әәә, ярай...яуамы һаман...тыммаҫтай булды! Атаң ҡайҙа һуң?- Саимә иҙәнгә терәгән күҙҙәрен бар бүлмә халҡы күҙәтеүен аңғармай ҙа ҡыҙының хәбәрен тыңланы. Берсә моңһоулыҡ, берсә һағыш биләгән сөм ҡара күҙҙәр ара-тирә әрнеү-нәфрәт менән дә сайылып китә. Барыһы ла шым. Беләләр, Саимә бар өй хәбәрҙәрен һорап та тормаҫтан улар менән барыбер бүлешәсәк.

Өшөйһөңмө? Э-э-эйй... ҡолап ҡуйма... ҡоромағыр... өләсәңә бар иртән...ас йөрөмә... әәәә, ашаныңмы былай...ә?...түҙ инде ҡыҙым, аллабирһә ун көндән...ярай, пока-пока! - шулай тине лә бар бүлмәләш хеҙмәттәштәре күңелен ебетеп Саимә күҙенә йәш эркелтте.

Телефон да шым ғына тумбочка өҫтөнә һалынды. Өнһөҙ ҡараштар тырым тырағай таралһа ла бер кем ҡыймай Саимәгә һорау бирергә.

Ирем ауыҙына тамыҙған, хәйерсе, бер башлағас бөттө инде. Сәлимәм һыуыҡ өйҙә, мейес йүшкеһен аса алмай ыҙалай. Әллә нишләп ҡәйнәмдәргә ылыҡмай! Ямғыры ла һаман яуа ти, төбө төшкөрө! Бахырғынам өшөп кенә ята инде, - һүҙен әйтеп бөтөр - бөтмәҫтән ҡалтыранған тауыш өҙөлөп, мендәренә йығылған Саимәнең һыңҡылдап илауы ғына ишетелде.

Башҡортса бер ауыҙ һүҙ белмәгән, бер яҡ ситтәрәк ултырған урыҫ милләтле Наташа ла хәл айышын төшөнгәндәй ауыр уфтанып карауатына йығылды.

Илама әле Саимә, һин илаһаң беҙҙең дә илағы килә, түҙ. Б...ын эскер ул ирҙәрҙән күргән яфаны, - быныһы Асия булды. Әсе һүҙле Асҡын ҡыҙы Асия ирҙәр шикелле һүгенеүҙе лә күп һорап тормай, атлап китеүе лә йөрөшө лә ирҙәрсә. Әле лә тос беләктәре менән Саимәнең яуырынан һыйпап йыуатып маташты.

Ҡыҙҙар, төн һаҡламайбыҙҙыр бит бөгөн? Иртән байрам түгел! Ятайыҡтыр ул?! - сәтерләк Рәүфә сыртлатып бармаҡтарын бөгә - бөгә урынын йәтешләп йүнәтте.

--Эйе шул, тиҙ генә таң ата ла ҡуя атыу, яттыҡ!-башҡалар ҙа йылдам ҡыбырлашып урындарына йығылдылар.

Һүндерәм свитте, әйҙә,ятығыҙ, тыныс йоҡо һәммәгеҙгә лә!

Тороп тор әле Рәүфә, хәҙер, - күҙҙәре ҡыҙарған Саимә тиҙ генә халатын һалып урынына ята һалды, — булды, һүндер!

Бер -береһенә изге төш теләп ятҡан хеҙмәттәш ҡатын-ҡыҙҙарҙы бөгөн ниңәлер йоҡо тиҙ алманы. Тәҙрәнән төшкән ай яҡтыһында арыуыҡ ҡына мыңғырлашып яттылар. Үҙҙәре бында, хәбәрҙәре һәм уйҙары менән улар тик тыуған яҡтарында, ғаиләләре, балалары менән.

Һалҡын, шыҡһыҙ тәбиғәтле себер яҡтары...

Саимә генә һүҙгә ҡыҫылманы, әхирәттәре ни хаҡында һөйләшеүҙәрен дә ишетмәне. Уйы уның тик үҙ ҡыҙы янында.

Эх, ҡош кеүек ҡанатлы булырға ине лә, оса белергә ине! Ошо мәл, ошо минутта осор ине ҡыҙғынаһы янына Саимә. Арымаҫ, юҡ, талмаҫ ине! Ҡосағына алып һөйөп-яратып, йылытып йоҡлатыр ине лә, таң һыҙылғансы бында килеп тә ятыр ине... эх, булмай шул...

Берәм-һәрәм шыбырлашыуҙар еңелсә хырылдап-пышылдауҙарға күсеп, тамам барыһы ла тәрән йоҡоға сумды. Саимә баш аҫтындағы яҫтығын ҡырҡ әйләндереп һалһа ла, кирбес өҫтөндә ятҡандай башы һыҙлауға сыҙаманы. Иламайым тиһә лә, күҙ йәше бит алмаларын әсеттереп яҫтығын еүешләне. Танауы ла тын алғыһыҙ булып тоноп ҡалды. Һаран ғына ай нурҙарын төшөргән ҡорғанһыҙ тәҙрә төбөндә Әлфирәнең бокалы ялтырай. Кисә генә кеүек, тәүге вахтаға килгәнендә тәүләп танышҡан йәш башҡорт ҡатыны Әлфирә был сменаға килер юлда фажиғәле үлеп ҡалған. Икенсе сменаға киләм барыбер тип тәҙрә төбөнә түңкәргән бокалы эйәһеҙ моңая. Бер кем ҡыймай уға тейергә, Әлфирә нисек түңкәргән шулай ята түңкәреүле. Хатта тәҙрә төбө саңын һөрткәндә лә, еүеш сепрәк үҙе бокалға етер- етмәҫ урап үтә кеүек. Шул бокалдың аҡ ерлегенә ҡара менән "жизнь так коротка..." тигән һүҙҙәре әле лә ап-асыҡ күренә. Әйтерһең дә Әлфирә ошо яҙыулы бокалын хеҙмәттәштәренә аманат итеп ҡалдырған. Ғүмер ҡыҫҡа шул... Күҙ асып йомор аралай ғына...

Ә бит бар эш нескәлектәрен, хәйләләрен дә өйрәткәйне Әлфирә Саимәгә. Башҡаса күрмәҫтәй булып бар тормошон ошолай төн ҡараһында шыбырлап һөйләп сыҡҡайны. Ана бит, икенсе сменала үҙе булмай ҙа ҡуйҙы...

Кейәүҙән айырылған, ике ҡыҙсығы бар ти ине, ҡарт әсәһе ҡулына ҡарап ҡалды инде бисаралар, - Саимә йоҡо бирмәгән уйҙарынан арыналмай юрғаны аҫтына сумып һыңҡылданы.

Да хватит тебе плакать Саня, да успокойся ты родимая, поспи! Устаёш, отдохни хоть! - ҡалын тауышлы Наташаның өндәшеүе күптәрҙе тертләтте ахры. Уфылдап икенсе яғына боролоп ятҡандарҙың карауаты бер иш кенә шығырлап ҡуйҙы.

Йоҡла, йоҡла Саимә! Сытырлатып күҙен йомоп, уйҙарын ҡыуалап маташһа ла, яҫтыҡ аҫтына тыҡҡан ҡулдары һулҡ-һулҡ итеп һыҙлап бер булды. Күнегелмәгән ауыр эшкә бирсәткә эсендәге ҡулдар үҙҙәренән-үҙҙәре борҡоп ҡанап та китә шул хатта. Шулайтмай ни, көноҙоно һыу эсендә бул сәле! Бирсәткә тиһәң дә барыбер һыу ҡайҙандыр сәсрәп инеп бармаҡтар ебеп йоҡарып бөтә. Һауыт-һаба йыуа Саимә был ҡырыҫ тәбиғәтле себер ерлегендә. Бүлмәләш ошо ҡатындар барыһы ла бер бригада эшселәре. Бергә баралар, бергә ҡайталар эштән, хатта смена һуңынан бергә душҡа инеп, өй хәбәрҙәрен бүлешеп, сәйләп барып йығылалар. Алыҫ туғандарҙай танышышып та бөттөләр инде. Бер ҡулдары аша көнөнә егерме меңдән ашыу һауыт-һаба үткәрә улар. Үпкәләрлек тә шул ул ҡулдар...

Һулҡ, һулҡ...

Әллә йөрәге, әллә ҡулы һыҙлауы шулай тибеш кеүек ишетелә. Саимә үҙе лә буталды...

Таң һыҙылыр саҡта ғына йоҡо эленде күҙенә Саимәнең. Уныһында ла мәрхүмә әсәһен күреп бер булды. Саимә ниҙер эшләп йөрөй урамда, әсәһе өй ишеген шар асып:

Эй, бала! Бәләкәй бала илай ҙаһа! - ти ине.

Тертләп уянды . Тере сағында ла әсәһе шулай тиер ине, төшөндә лә һаман "балам, бала илай..." ти.

Бер-бер артлы тертләтеп будильниктар зыңғырлашты шул саҡ. Ухылдашып кейенгән ҡатындарға эйәреп, йоҡоһоҙ үткәргән төндән ауырайған башын саҡ ҡалҡытып Саимә лә эшкә ашыҡты...

Ауыр үтте Саимә өсөн был һуңғы аҙна. Көн дә телефон аша ҡыҙының хәбәрҙәре эсен яндырҙы. Һигеҙ генә йәшлек ҡыҙы Сәлимәнең өй йылытам тип ямғыр һыуы төшөп ҡоромо ҡатҡан мейес йүшкеһен аса алмай, ике көн рәттән һыуыҡ өйҙә йоҡлауына ҡайғырҙы. Айҙары ни картуфын ҡаҙып алмай, ни Сәлимәһен ҡарамай һуҡмышлап тик йөрөнө. Телефонын әллә залогҡа һалған, гудок барманы. Бер көн килеп ситке өй тәҙрәһенә элеп киткән өр яңы ҡорғанды ла һыпырып алып Раузаға инеп китеүен ҡыҙынан ишетеп көйөндө. Эскегә алмашты тимәк Айҙар Саимәнең хәләл көс менән тапҡанын. Әҙерәк баш ҡалҡытҡас ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарын саҡырам тип йыйынғайны Саимә, ана бит Айҙары нисек артҡа һөйрәй. Үҙе йыйнашып йүнәтеп йөрөрҙән артыҡ, ә ул...

Был хәбәрҙе лә Саимә ҡатындар менән бүлеште. Кемеһелер яттан һүкте Айҙарҙы, икенсеһе ҡайтҡас үс ал тип аҡыл нығытты, өсөнсөһө үҙен ебәр себергә тип һалды.

Ә бит Саимә сараһыҙлыҡтан бында. Хәйер, ҡыҙыҡ эҙләп, ҡотороп килмәйҙер кем дә ҡырыҫ себер яҡтарына. Ҡотһоҙ, һалҡын тәбиғәт, эсәм тиһәң һыуы тамаҡ ярыр татырлы. Тырнаҡтар ярыла һыу оҡшатмай, сәс ҡойола. Айҙар тәүләп себер юлына сыҡҡайны. Юлы уңманы. Район мәшғүллек үҙәге аша бригада йыялар тигәс барып яҙылып, кәрәкле документтар туплауға арыуыҡ аҡса һурып юлға сыҡҡайны. Тик ышанған кешеләре бар документтарҙы ҡулдарына йыйып түҙгеһеҙ шарттарҙа эшкә ҡушалар. Тамаҡ яғы, йәшәү шарттарына ризаһыҙлыҡҡа дорфа яуап биргән түрәләре бер көн бөтөнләй юғала. Айҙар бер тинһеҙ, бер документһыҙ алыҫ Свердловск яҡтарынан автостоп мн эләгә һарҡа ҡайтып йығылды. Мәктәп ашханаһында эшләгән Саимә ҡыҫҡартыуға эләгеп аптыранып ултырыуына Айҙары ла ҙур аптырау һалып расхутҡа батырҙы. Унан - бынан аҡса алып тороп документтарын юллауға тотондолар. Тиҙ түгел эш. Ә йәшәргә аҡса кәрәк. Оло ҡыҙының туйына алған кредит та тора етмәһә. Айыныҡы айына тып итеп түләү тиҙ йүгергәндәй.

Саимә себер сығам тигәс, Айҙар тәүҙә туҙынды. Аҙаҡ тыйылды. Ике, йә бер генә смена булырмын да, һин йүнләрһең эш тигәйне. Килеп сыҡманы. Айҙарҙың водитель таныҡлығын, корочкаларын кире "восстановить " итеү оҙаҡҡараҡ шылды.

Күрше ауылдың бер ҡатынына эйәреп килде Саимә. Инде икенсе вахта аҙағына ла етеп киләләр ҙә. Айҙары эсеп йөрөүе генә ҡыйын, шуға көн - төндәре айырыуса ауыр үтә Саимәгә...

Теле менән Айҙарының ни хәлдә булыуын Сәлимәнән һорашмаһа ла, Саимә үҙенсә күҙалланы: Айҙары моғайын да лаяҡыл иҫерек булмаһа ла, һалмыш аңҡы-тиңке йөрөйҙөр инде. Артыҡ күп тә "тейәмәй" торғайны ул элек тә, теле көрмәлеп быуыны ебеүгә бер рюмка ла етеп ҡала ине. Бер тәғәм ризыҡ ҡапмай һығылып ҡоҫоп ауырыуы була торғайны, әллә күнегеп китте микән эскелеккә организмы ла? Тауышынан да белер ине Саимә иренең хәлен, телефоны һаман "недоступен". Сәлимәнең хәбәренсә, атаһының телефоны бөтөнләй өйҙә күренмәй. Тимәк уныһы ла Раузаға күскән.

Үҙ уйҙарына уралған Саимә ниһайәт ҡайтыр көндө түҙемһеҙлек менән еткерҙе. Юл сумкаһын төйнәп, хеҙмәттәш ҡыҙҙар менән ихлас хушлашып ҡыланһа ла, үҙен алда ҡаршы алыр ҡотһоҙ өй тупһаһын күҙ алдына килтереп көйөндө. Һауаға күтәрелгән самолеттың имен - аман ғына ергә алып төшөп ҡуйырына эстән үтенестәрен яуҙырып белгән тиклем доғаларын уҡынды. Аллам һаҡтаһын, балаҡайҙарымдың бәхетенән имен генә ҡайтып етергә яҙһын инде... лә илләһү иллә, әнтә сүбхәнәкә...

Юл аҙабы - гүр ғазабы. Район үҙәгенә йәһәтләп таксила килеп етеүгә маршрут автобусы ҡуҙғалды ла китте күҙе алдында.

Тыммаҫтай яуған быҫҡаҡ ямғыр аҫтында Саимә бер үҙе вокзал тупһаһында тапана. Йүнле әҙәм этен сығармаҫ көн тиҙәр бындай көн хаҡында. Үҙе һыуыҡ, үҙе ямғырлы. Бар донъя түмһәрелеп өҫкә ауып килгәндәй. Йылы ғына өйгә ингеһе, өҫтөндәге бар юл кейемдәрен сисеп ташлап, эҫеһе бөрккән ҡайнар самауырҙан шопторлатып бороп сәй һемереп, тәҙрә аша ғына тышты күҙәтеп ултырһаң ине тип теләне.

Кейем-һалымынан артыҡ әллә ни нәмә тултырмаһа ла, сумкаһы ла килә - килә көс еткеһеҙҙәй ауырайҙы. Ҡыҙына тигән уйынсыҡ бүләктәре бар барлыҡҡа, татлы тәмлекәстәре лә уҙа барһа бер кило лыр инде.

Ямғырға йөҙөн баҫып, таш тултырғандай ауыр юл сумкаһын аяҡ балтырына терәп һөрәкләп юл сатына сыҡты Саимә. Башҡа сара юҡ. Күңелен биләгән шик шөбһә төн ҡараһы тиҙҙән яҡынлай тигәндәй ҡабаландырҙы. Ҡурҡһа ла юлаусы машиналарға ҡулын күтәрҙе ул. Буш, йә ярым буш машиналар сыжлап асфальт һыуын сәсрәтеп уҙа торҙо, туҡтаусы юҡ. Ниңәлер ошо торған ерендә төн уҙғарыр кеүек тә булып тойолдо. Юл билдәһе төбөндәге цемент тумбаға артын терәп Саимә бер аҙ баш баҫып ултырырға мәжбүр булды. Янып һыҙлаған аяҡ балтырҙарының һулҡылдауы үҙәгенә үтте шулай

Эй, Саимә! Һин түгелме был?!-үҙенең исемен әйтеп ҡысҡырғанға Саимә тертләп урынынан ҡалҡты —- Эйе мин...

Нишләп ултыраң анда, әйҙә тиҙерәк!

Саимә өтәләнеп сумкаһын эләктереп машина яғына ынтылды.

Танып, үҙе һүҙ ҡушҡаны, ауылдашы Исхаҡ булып сыҡты. Буш ваҡытында такси хеҙмәтен күрһәткән был ир әле лә кемделер ҡайҙалыр алып барып ҡайтып килеүе икән. Исемдәрен теүәлләп әйтһә лә Саимәгә хәбәрҙәр бер ҡолағынан инһә икенсеһенән шундуҡ сығып китер булып яңғыраны.

Дәәә, бер муҡса аҡса көрәп ҡайтып киләңдер инде Саимә, эйеме?!- мыҫҡыллы йөҙ менән юл сумкаһына ишаралаған иргә ҡатын ни тиергә белмәй аптыранды.

Көрәп тип ней, шул түләгәнен алабыҙ инде, -тигән булды.

Ошо урында эшләгәнебеҙҙе алабыҙ тип әйтергә булған да, Саимә уйламайыраҡ ысҡындырҙы һүҙҙе. Эстән генә рәхмәтле булып барған Саимәне Исхаҡ ауылға еткәс тамам шаңҡытты. Себерҙән ҡайтып килә тигәс тә аҡса эсендә йөҙөп йөрөгән ти микән, юл өсөн автобус хаҡынан ун ун биш тапҡыр артыҡ хаҡ һораны. Кеҫәләрен ҡапшап аҡса эҙләгән Саимәнән әсе көлгән, шул арала бензин, запчасть хаҡтарының артыуын тылҡып та өлгөргән ауылдашы тауышын, ҡатын урамына барып еткәнсе ҡолаҡ осонда ишетеп аҙапланды. Эстән генә :"эх ошоларҙы, себерҙән килә тигәс тә... "- тип әсенде.

Саимәнең ауылға килеп инеүен көткәндәй тәбиғәт тә ҡырҡа үҙгәрҙе : эңер яҡынлауға ҡарамаҫтан әллә ҡайҙағы болот араһынан ҡояшы сығып, ямғыр тамсылары ҡунған һәр ерҙе ялтыратып сағылтты. Ерҙән күтәрелгән еңелсә быу ямғыр еҫен танауға этеп үк индерә, ҡойма кәртә баштары ла "төтәп" бер була.

Саимә уйлағанса ҡотһоҙ түгел ине йорт ҡураһы. Тәҙрә төптәрен ҡаплаған яран гөлдәре лә ҡараулы, шаурап сәскәләләр, урам ҡапҡа тыштары ла үҙе киткәндәгеләй таҙа. Урам ҡапҡаһын асып инеүгә һарай яғында әллә көрәк, әллә һәнәк һаплаған Айҙарының һыртын күреп һиҫкәнде ҡатын "иҫерекме икән?"

Айҙар айныҡ булып сыҡты. Саимә аптыраһа ла ныҡ ҡыуанды. Хатта тауышы бер аҙ ҡалтыранып саҡ илап ебәрмәне. Өйҙән атылып сығып ҡосағына ташланған Сәлимәһе күңелен тамам быуылыуҙан йырҙы. Әсәле-ҡыҙлы һағыныуҙан һығып ҡосаҡлашып шым ғына түгелделәр. Айҙар тыйманы ла, йыуатманы ла...

Ауыҙ эсенән күңелле көйләп уйынсығына әүрәгән Сәлимәһенең һәр ҡылығын ситке бүлмәнән күҙәткән Саимә түҙмәй эштә саҡта күңелен кимергән һорауҙарын бирҙе Айҙарына. Телефонын күләүеккә төшөрөп боҙған икән, ышанды уныһына, сөнки ята ине тартмала. Сәлимәнең телефоны менән нишләп һөйләшмәнең тигәненә лә ауыҙ эсенән мөңгөрләп :"Сәлимә һөйләшкәс етмәгәнме ни?"-тип ҡуйҙы. Эй ошо ирҙәрҙең ҡатылығы!

Һүҙ ҡорғанға барып терәлде. Танды ғәйебен ире, Сафура әбейгә өмә менән картуф алышҡас ныҡ "һуҡҡан" Айҙар, икенсе көн баш төҙәтергә тип Раузаға инә теләнселәп. Уныһы эт нәмә, шул шул ҡорғаныңды алып килһәң тип шарт ҡуя. Ҡайҙа барһын башы шартлап килгән әҙәм, һыпырып араҡыға алмаша ҡорғанды. Ҡорғанһыҙ өңрәйеп торған тәҙрә өй эсенең ҡотон йота. Тиҙ генә иҫке ҡорғанын табып элеп ҡуйҙы Саимә. Күңелендә нисек тә шул Раузанан үс алыу теләге ҡайнаны..

Килененең юлдан ҡайтып инеүен ишеткән ҡәйнәһе лә ауыр кәүҙәһен еңел һөйрәп килеп инде. Бер аҙ йәне көйөп кәйефһеҙерәк йөрөһә лә, Саимә яғымлы булырға тырышты уға.

Сәлимәне әйтәм, һис ылыҡмай ҙа һаң беҙгә, тамаҡ эсереп булмай, беҙҙә йоҡла тиһәк ҡасып ҡайта ла китә, торғаны ҡырағай! Башын баҫып мөңгөрләп һөйләнеп гел бер үҙе, һағыналыр инде балаҡай, тамаҡҡа ла тартылып китте бит, - ҡәйнәһенең һуңғы һүҙҙәре Саимәгә ауыр ҡағылды.— Килен, ҡарале, балаҡай бит ныыҡ пирижывайт итә һин юҡты, әллә мәйтәм башҡа бармайыңмы шул севереңә, ә?

Әллә? - еңелсә баш сайҡап ҡына ҡотолдо Саимә. Эстән генә :"минең кредитымды һин түләйеңме шунан?"- тип отороланды.

Айҙар дөкәмиттәрен алып бөтһә яҡындата мынау Мәғәниттән эш эҙләр. Анау Сәмиҡ ҡарттың өлкән улы шунда ти бит. Арыуыҡ кешене эшле иткән. Үҙем барып белешәм әле.

Әсәһенең алдына төшөп үҙенә эш эҙләүен әллә һөйһөнмәне Айҙары, шундуҡ тороп тышҡа сығып олаҡты.

— Килен, үҙ балам булһа ла үҙем һатам, Айҙар ҙа боҙолоп китер ул һин булмаһаң. Ир бит ул. Ҡойроҡ болғар бисәләре лә табылыр, һин юҡта әҙерәк байрам итеп ташланы. Ҡоромағыр анау Раузаның ҡорғаныңа күҙе төшкән икән, ер йотҡор! Бер инмәһәм бер инермен өндәшмәй һыпырып алып сығам ҡорғаныңды. Күҙ көйөгө булып тормаһын да унда! - йөҙөнә көйөүен сығарған ҡәйнәһе әллә килененә ярарға тырышып һөйләне быны, әллә ысын ярһыны, Саимә һис аңламаны.

Йүшке аса алмай өшөп йоҡлай тип төндәр буйы үртәлеүҙәре буш ҡына булып сыҡты. Сәлимәнең хәйерһеҙ хәйләләре ине был. Башта аптыраны ҡыҙына Саимә, алдашырға өйрәнә әллә тип тә уйланды. Тик :

"Беҙ ауырып китһәк эшеңде кемгә булһа ла ҡалдырып ҡайта торғайның бит элек, хәҙер ҙә шулай ҡайтырһыңдыр тип уйланым", тиеүенә ҡыҙының көлөмһөрәп тынысланып ҡуйҙы.

Эй бала-а-а-а, бәләкәйһең шул әле-e! Себер бит ул, эргәңдәгеңә эшеңде ташлай һалып ҡайтып килә торған ер түгел...

Хәләл тире менән тапҡандың башҡала булыуына йәне көйгән Саимә сыҙамай бер көн Раузаға инде. Шапылдатып һағыҙын сәйнәп төпкө бүлмәлә ниҙер эшләгән ҡатын йылмайып мыҫҡыллы йөҙҙә баштан аяҡ тетеп тикшереп ҡаршы алды Саимәне :

Һоо-о-о, ҡайттыңмы ни себер ирҙәрен һығып туйып? һаумы-һаумы! - ауыҙ ситен ҡыйшайтып ҡушҡан һәр һүҙе төртмә уның.

--Күреүеңсә ҡайттым. Эшләп ҡайттым. Ирҙәр һыҡманым иллә-мәгәр, яңылышаһың! Бында һин ятаң ул, Рауза, кеше ирен һығып, ни оятың юҡ, ыстырам! - һалҡын булырға тырышһа ла тауышы ҡалтыраны уның.

Минме һинең ирҙе һыҡҡан? Ха-ха-ха! Рәхмәт әйт миңә, бахмурҙан алып ҡалдым. Ишеү һығаң имеш!

Башҡаса нисек әйтәйем? Һыҡҡасың һығаң инде, кем ауырый һиңә килә, һин ни теләйһең шул килеп ята келәтеңә, шулаймы? Хәләл түгел был Рауза, хәрәм! Йоҡмаҫ бит, киттек минең менән себергә. Күрерһең нисек аҡса һыҡҡанды шунан...

Саимәнең һүҙҙәренән ауыҙынан һағыҙын тәҙрә төбөнә төкөрөп һалып ситке бүлмәгә Рауза килеп сыҡты.

Һин маңҡа миңә аҡыл өйрәтмә йәме?! Үҙем беләм нисек икмәк табырға, өйрәтмә лә! Хәрәмме, хәләлме икәнен дә к...е ҡыҫ! - ауыҙынан һаҫыҡ еҫ сығарып ыҫылдаған Раузанан ялтанған Саимә йылғыр ғына ҡорғанды усына урап аҫҡа тартты. Гардинынан шытырлап ысҡынған ҡорған еңел генә Саимә ҡулына уралды.

Бындай уҡ хәл үҙгәрешен көтмәгән Рауза ҡолас ташлап Саимәгә ынтылды. Йылғыр ҙа һуң Саимә. Бейек тупһаны тыбыр-тыбыр йүгереп төшөп артынан ҡыуа төшкән Раузаны еткермәй янып ятҡан урам усағының тамағына тыҡты ҡорғанын. Алып ҡайтып та түрбашына элеп ҡуя алмаҫтай булды, шулайтмай ни, самогон әллә араҡы еҫе һеңгән әскелтем өй һауаһы эйәрерҙәй ине артынан.

Ах һин б....т бисә, ушаскывыйға ызванит итеп иманыңды уҡытайым әле! - ҡулына телефон алып соҡоноп маташҡан Раузаға әллә ни иғтибар ҙа итмәй сығыуға ашыҡты Саимә. Ниңәлер борлап янған усаҡта ҡап ҡара төтөн сығарып шундуҡ юғалған ҡорған менән бергә бар нәфрәте әрнеүе һәм үсе юҡҡа сыҡты. Еңеүселәй еңеллек тә һиҙҙе. Артынса ҡысҡырып ҡалған ҡарлыҡҡан Раузаның бер һүҙенә лә ҡолаҡ һалманы Саимә...

Юлға сығыр көн тиҙ етә. Оҙайлы ямғырҙан тымған көнгә ҡыуанған ауыл халҡы йәнтәслим картуф ала. Саимә лә һарыҡтарын ҡырҡып картуфын алды. Күбәләктәй осонған Сәлимәһенең һарылып иркәләп һыпырылыуына кинәнде.

Юлға сығырға тип әҙерләнә башлауына ҡәйнәһе ах та ух килеп инеп йығылды.

Килен, китмә! Әле генә кәнсәнән ҡайттым, Монасип ҡарттың ҡырҙағы улы элекке пушты ызданйаһын йүнәтеп ята ти, бикарный асалар икән. Әле генә һораштым, эш бар үҙеңә, китмә!

Ҡулына тотҡанын ни һала, ни ҡуя алмай ҡатты Саимә. Юлға сыҡмай ҡалһа, әллә асалар әллә юҡ ул пекарняһын, кеше хәбәре.

Шулай ҙа юл сумкаһын тыңҡыслап тултырып иртәгәһенә генә икмәк бешереү цехы хаҡында хәбәрҙар булды , эстән ныҡ ҡыуанды, төйнәгәндәрен кире тағатып юлдан баш тартты. Ҡатынының алыҫ юлға сыҡмаҫын белгән Айҙары ла балтаһын кирза ҡунысына тығып кемгәлер бура бурарға тип ҡабаланды. Ошо мәл ҡыҙсыҡҡыналарның ҡыуаныуын күрһәгеҙ ине! Гүйә елбәҙәк күбәләк! Тел осонда дәртле көйләп осонған ҡыҙсыҡ иң бәхетле бала булып өйрөлә ине...

Тәүге хеҙмәт көнө төнөндә Саимә төш күрҙе. Һаман да әсәһе."Э-э-эй бала-а-а-а, бәләкәй бала йырла-а-а-ай!"- ти ине ул.

Йоҡоһонан уянған Саимәнең ҡолағында ап-асыҡ әсәһенең тауышы һаман яңғырай һымаҡ. Һауа ярып шаңдау кеүек ишетелә үҙе...йырлаа-а-а-а-ай!

Нимәгә юрарға ла белмәне ҡатын, алыҫ себер ерҙәрендә илай тип яр һалһа, әле килеп йырлай тип өн һала әсәйгенәһе. Күҙ йәштәрен һөртә -һөртә изге фәрештәһе рухына белгәненсә аят бағышланы Саимә: ...көлһыуаллаһу әхәҙү самаҙы ләмйәлиде үәләмйүләде, үәләмйәкүлләһү...амин! Аллаһуәкбәр!

Ғазаплы төш кеүек тәрән уйылып ҡалды Саимә күңелендә себер яҡтары...

Бер мәл, бер осраҡ, бер һынау ҙа ине ул ҡатынға һәм ғаиләһенә. Йыш иҫкә алды алыҫ ерҙәрҙе: айлы һалҡын төндәр, тәҙрә төбөнә түңкәреүле эйәһеҙ бокал, ҡул һыҙлап ыҙалатыуҙар, аяҡтарҙың ойоп сәңкеүе...юл аҙаптары...

Китмәҫтән тағылды Саимәгә был иҫтәлектәр, ғүмер һуңынаса тип....

* * *

Беҙ барыбыҙ ҙа бер генә ғүмер өсөн яралғанбыҙ. Тәнтерәкләп ергә аяҡ баҫабыҙ ҙа, ҡарашыбыҙ менән зәңгәр күкте айҡап һәр кем үҙенсә тормош һуҡмағы һалабыҙ.. Был - тормош. Ул - һынау. Кемдер ризыҡтан туйып шашып һикергәндә, икенсе берәү тамсы тәғәмгә зар - интизар.Ғәҙелһеҙ ҙә ул был тормош. Тыуым бар, үлемдән дә ҡасып ҡотолоу юлы юҡ. Үлгәндәрҙең йәне күккә олғашһа ла, төштә ҡайтып ниҙер ишаралап ҡурсалай, һаҡлай, нимәнәндер йолап маташа. Әрүәхтәр тәне ерҙә булһа, йәне күк ҡабағынан ғәзиздәрен күҙәтә...

Әсә һәм бала, бала һәм әсә...

Күҙ күрмәҫ, күңел генә һипһенер еп менән бәйләнгән был ике йән.

Утҡа-һыуға инергә, боҙға сумырға, һәм... балаһы хаҡына ыу һурырға әҙер ғәзиз әсә... барыһы ла — балаһы хаҡына...

Был — тормош...

Был тормош — ер менән күк араһында...

Читайте нас: