Бөтә яңылыҡтар

"Нишләп һин намаҙҙа түгел?"

#Һаҡмар_конкурс_АйратСирбаев Ҡәҙерле дуҫтар! Мөғлифә Аралбаеваның дин тураһындағы фәлсәфәһен тәҡдим итәбеҙ.

Мөғлифә Аралбаева

Һуңғы ваҡытта бөтөнләй таныш булмаған кешеләр "Бәйләнештә" социаль селтәрендә дуҫлыҡ тәҡдим итәләр. Ҡайһыларын өҫтәйем, ҡайһыларын юҡ (ләкин һүҙем ул турала түгел). Төрлө өлкәлә «йөҙгән» кешеләр бар араһында.
-Һаумыһығыҙ.
-Һаумыһығыҙ.
-Һеҙ намаҙҙамы?
-...
Башымда йөҙ төрлө яуап ҡайнай башлай…
-Юҡ.
-Ә нишләп намаҙҙа түгел?
-…
Ысын күңелдән аңлайымда ул иман нуры таратыусыларҙы, ләкин көтөлмәгән был һорауҙан бер килке аптырап, дөрөҫөрәге шаңҡып ҡалам. Башыма мең төрлө уйҙар килә: (Ғәфү итегеҙ, иман, әхләҡ, дин тәртиптәрен инҡар иткәндән түгел). Нисек инде? Ҡалайтып? Ә әлеге йәшәү рәүешем? Ике эштә эшләйем бит әле - нисек итеп ваҡыт табырмын икән??? Хәҙер генә әҙер түгелмен бит әле…
Ошо урында диалогыбыҙ өҙөлөп ҡалды. Кире яуап яҙып күңелемә бысраҡ яғылыуҙан, гонаһ алыуҙан ҡурҡып ҡалдым.
2016 йыл. Йәй айы. Ауылда сираттағы ялдамын. Һаулығым бер аҙ насарайыу сәбәпле ауыл участка дауаханаһына мөрәжәғәт итергә тура килде. Ҡабул итерҙәрме, юҡмы инде тип ҡурҡып ҡына барһам да хажи терапевт Булат Әхмәҙиә ул Галин (үкенескә ҡаршы мәрхүм инде, йәне йәне йәннәттә булһын) бик ихлас ҡаршы алды. Кәрәкле дарыу, процедураларҙы тәғәйенләгәндән һуң хәл-әүәлемде һорашып, көтмәгәндә шундай һорау бирҙе:
-Ә ниндәй доғалар (сүрәләр)беләһең?
-…
Тәк ниндәй доға беләм һуң? Иҫемә Ихлас сүрәһе килеп төштө. Ысынлап та, Ихлас сүрәһенән башҡа бер доға ла белмәй инем ул ваҡытта.
-Ихлас сүрәһен беләм.
-Тағын?
-Башҡа, үкенескә ҡаршы, бер ниндәй ҙә доға белмәйем тип оялышымдан башымды аҫҡа эйҙем.
-Ярай ятлап алырһың. Доғалар тормошта кәрәк. Улар һине яҡлай һәм һаҡлай. Мин хатта ейәнсәрҙәремдән ниндәй сүрә ятлағандарын ҡунаҡҡа килгән һайын тикшереп, ятлатып торам тип әңгәмәне дауам итте Булат Әхмәҙиә улы.
Ҡылт итеп нисек итеп ҡайһы бер ҙә ҡыҙыҡ өсөн генә бәләкәй туғандарымды һүгенергә өйрәткәнем иҫемә килеп төштө. Нимә эшләйем мин? Нимәгә өйрәтәм һуң? Ә нишләп "Бисмиллаһ" тип әйтергә өйрәтмәйем? Инәй булып тәүфиҡҡә, тәртипкә өйрәтергә тейешмен бит мин… (Ошо ҡыланышымдан оялыуҙан ер тишегенә инер инерлек хәлдә инем ул мәлдә. Ысын.) Булат Әхмәҙиә улы менән оҙаҡ ҡына дин, иман тураһында һөйләшеп ултырҙыҡ. Матур кәңәштәрен бирҙе. Күңелемә ниндәйҙер дәрт һәм еңеллек алдым мин ул ихлас һөйләшеүҙән. Шул һөйләшеүҙән һуң бер-бер артлы ете доға ятлап алдым (иң ҡыйыны Аятүл Көрси булды ни эшләптер). Һәр бер уңышлы эштән, көндән һуң Аллаға шөкөр тип йәшәйем…
Һуңғы осорҙа миңә ниндәйҙер ҡурҡыныс заманда йәшәйбеҙ кеүек тойола. Аллам һаҡлаһын, Кешене сүп урынына күрәләр. Кеше бөгөн бар, ә иртәгә - юҡ. Эскелек, аҙғынлыҡ, урлашыу сәскә ата. Көслөнөкө һәм хәйләкәрҙеке замана тигәндәй кеше иҫәбенә йәшәүселәр (русса әйткәндә потребительское отношение) ямғырҙан һуң сыҡҡан бәшмәк шикелле үрсей. Ә Интернет селтәрендә һуңғы яңылыҡтарҙы уҡыһаң, сәстәрең үрә тора… Сәбәп нимәлә һуң??? Иман юҡ, тәртип, тәүфиҡ юҡ. Быуындар бәйләнеше (өс быуынды күҙ уңында тотам), «Өләсәй, олатай тәрбиәһе» яйлап юҡҡа сыға бара. Интернет киңлектәренең «иркенлеген» файҙаланып, дин аҫтына йәшенеп туҙға яҙмаған кәңәштәр, нәсихәттәр биреүселәр күбәйҙе. Юҡты яҙма тейерһегеҙ. Эйе, дөрөҫө шул, бер мулланың әгәр һәр кем бер кафырҙы үлтерһә урыны йәннәттә булыр тип «аҡыл» өйрәтеүен, сауҙа нөктәләренән өйҙө таҙартабыҙ тип йәшел шәм эҙләп эҙләп йөрөүселәрҙе, ҡәбергә табыныуҙы һ.б. нисек аңларға һуң? Әйй, заманынында йөрөнө лә (нимә яҙырға теләгәнемде аңлағанығыҙҙыр) хәҙер мулла, абыстай булып киткән тип кешенән көлөп йөрөүселәр ҙә юҡ түгел. Кеше тормошто аңлап тәүбәгә килгән, дөрөҫ юлға баҫҡан икән… нимәһе насар һуң аңламайым? Ҡыуанырға ғына ҡала, ә тикшерергә түгел. Өҫтә яҙылған ике күренеште нимәгә яҙҙым һуң? Кеше күңеленә дин, иман тәртиптәрен яйлап һеңдерергә кәрәк. Башта доғаларҙы өйрәнһен, дини байрамдарҙы, дин тәртиптәрен иғтибар һәм ихтирамға алһын… Яңылышып та китер ул кеше. Дүрт аяҡлы атта абына тигән шикелле, тормош унһыҙ булмай. Ул Кеше яйлап башҡаларға иман нуры өләшәсәк, шатлыҡ нуры сәсәсәк… Иң мөһиме - тормошҡа ышаныс, йәшәүгә дәрт-көс барлыҡҡа киләсәк…
Читайте нас: