Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Алтыным минең…

#Һаҡмар_конкурс_АйратСирбаев Ҡәҙерле дуҫтар! МөғлифәАралбаеваның сираттағы хикәйәһен ҡаршы алығыҙ. Был хикәйәлә эскелек һаҙлығы һәләк иткән ғүмерҙең көндәлектә булған сағылышы һүрәтләнә.

Мөғлифә Аралбаева

Тып…тып...тып
Мейеһенә үтеп инеп килгән ошо тауыштан уянып, кисәге сираттағы байрамдан һуң сәңкеп ауырыған башын тотоп Миңзифа һөйрәлеп тигәндәй тупһаға сығып ултырҙы.
Тып..тып…тып
Яңы ғына һибәләп үткән ямғырҙан һуң ҡыйыҡтан яйлап тамсылар тама. Таң һыҙыла. Офоҡ ситендә ҡыҙарып ҡояш сығып килә. Кисә байрам шәп ине лә бит…Куршеһе Маһинурҙың яңы алған курткаһын йыуғайнылар ҙа бит гөр килеп. Башта икәүһе бер яртыны бушаттылар, аҙаҡ урге өстан Сәриә килеп ҡушылды: икенсе ярты, өсөнсө ярты… Ҡалғанын инде Миңзифа иҫләмәй. Ә бөгөн башҡынайы бигерәк сәңкеп һыҙлай шул.
Тып...тып…тып
Туҡта-туҡта, Миңзифаның ҡылт итеп улай-былайға кәрәкһә, тип йәшереп ҡуйған бер яртыһы барлығы иҫенә төштө. Әһә … хәҙер сәңкеп ауырыған башҡынайын төҙәтәсәк. Хәҙер-хәҙер... Ултырған урынынан тороп ауа-түнә соланға инде. Тәк-тәк ҡайҙа әле ул яртыҡай… ҡайҙа әле. Ә-ә-ә, һандыҡ эсендә бит! Әле иҫкенәйенде, тип үҙен әрләп, өтәләнеп һандыҡҡа йәбеште. Шундай «ҡотҡарыусыһы» булғанына ҡыуана-ҡыуана Миңзифа һандыҡтың ҡапҡасын асты. Мына уның «ҡотҡарыусыһы», ҡабалана-ҡабалана шешәнең башын асып ике-өс тапҡыр уртлап та ебәрҙе... Тәнгә бер аҙҙан һиҙелеп еңеллек йүгерҙе… Ҡыуанысынан кирелеп алырға ла онотманы. Тәненә һәм башына еңеллек килеүҙән сикһеҙ шатланған ҡатын сираттағы хыял донъяһына сумды: ошо арала Миңзифа бигерәк донъяһын онотто шул. Таҙалау, йыуыу тигән нәмәне күрмәгән солан күптән инде яу яланын хәтерләтә. Хәҙер тәртипкә килтерәсәк, һә тигәнсе эшләп ташлаясаҡ. Шул саҡ Миңзифаның күҙе мөйөштә өйөлөп ятҡан китаптар араһындағы ҡалын тышлы йәшел дәфтәргә төштө. Аһ-аһ, нисек ошоға тиклем күҙенә салынмаған??? Үрелеп алып күптән инде биттәре һарғайып бөткән дәфтәрҙе асты. Ниндәйҙер көндәлек? Кемдеке һуң??? Бәй, был бит күптән түгел йөрәк өйәнәгенән ҡапыл китеп барған ире, һөйөклөһө Рәсилдең көндәлеге лә баһа…
...
28 май
Бөгөн эштән һуң иптәш егеттәр менән клубҡа сыҡтыҡ. Күрше ауылдан ҡыҙҙар ҙа килгән ине клубҡа. Шул ҡыҙҙар араһында Миңзифа тигәне айырыуса матур. Эх, ҡара ҡаштары, оҙон сәс толомдары, нескә билкәйҙәре… Ә йылмайыуы һуң! Бар ғаләм көнләшерлек. Гүйә ай ҡыҙы…
10 июнь
Ниһәйәт Миңзифа менән таныштым. Урааа! Ҡыуанысымдың иге-сиге юҡ.
20 июнь
Мин ғашиҡ булдым. Ысын мәғәнәһендә Миңзифаға ғашиҡ булдым. Минең дә күңел тыныслығымды алыр ҡыҙ бар икән донъяла!!!
25 июль
Мин хыялый! Мин иҫерек... (Аллам һаҡлаһын! Ысын мәғәнәһендә түгел, ә мөхәббәттән иҫерәм). Мин Миңзифаға булған мөхәббәтемдән иҫерәм. Ул ҡыҙға өйләнһәм, минән дә бәхетле Кеше булмаясаҡ!!! Алтыным тип йөрөтәсәкмен мин һине Миңзифаҡайым. Алтыным, ишетәһеңме, ҡулымда ғына йөрөтәсәкмен мин һинееее…
…….
6 сентябрь
Ураҡ бөтөүгә гөрләтеп туй үткәрәбеҙ алла бирһә. Туй тураһында бөтәһе лә килешелгән, һөйләшелгән. Мин бәхетле хоҙайым!!! Бәхеткәйемә күҙ генә тейә күрмәһен.
……
……
24 июнь
Йән һөйгәнем тағын да эсеп ҡайтҡан.Эшендә йыуырға ул-был сәбәбе сығып ҡына тора бит эй Аллам… Нимә тип эсәләрҙер ул шайтан һыуын?
7 август
Ни хәлдәр генә ҡылайым икән, ни хәлдәр генә? Иҫерек. Нисегерәк итеп аңлатайым икән йән һөйгәнемә, алтыныма… Алтыным минең, алтынҡайым һине шул хәлдә күреү минең өсөн бик ҡыйын, бик ҡыйын. Кешеләрҙең күҙен ҡыҙҙырып гөрләтеп донъя көтөргә ине бит һинең менән Миңзифаҡайым… Ни эшләнең һин, ни эшләнең… нишләп кенә ошо көнгә төштөң алтыным минең?
27 октябрь
Әпәт һуҡмыш …. Елтерәтер инем дә ҡулым күтәрелмәй шул. Эх, булмай минән, булмай… Ҡул күтәрә алмайым мин йән һөйгәнемә, ҡул күтәрә алмайым… эх...
….
25 май
Эй Миңзифа, Миңзифа… Һинең эсеп ауа-түнә ҡайтып йығылғаныңды күреү??? Ә күңелемдә минең ниндәй хыялдар инее, ниндәй хыялдар… үкенескә ҡаршы улар бер ҡасанда тормошҡа ашмаҫ шул, тормошҡа ашмаҫ…
Ошо урында көндәлектәге яҙыуҙар өҙөлөп ҡалған ине… Дәфтәрҙе күкрәгенә ҡыҫып Миңзифа байтаҡ өнһөҙ генә һандыҡ өҫтөндә ултырҙы. Башы төҙәлеүҙән шатланған бар ҡыуанысы һыпырылып юҡҡа сыҡты. Бар донъя аҫты-өҫкә килеп түңкәрелде…
"Ни эшләнең һин Миңзифа ни эшләнең???… Алтыным минең…" Рәсиленең ошо яратып һәм иркәләп әйткән һүҙкәйе ҡолағында сыңлап яңғырап киткәндәй булды. Күҙ алдына йылмайып моңһоу ҡарашлы йән һөйгәне баҫты. Тик аралар алыҫ, ҡул еткеһеҙ алыҫ ине шул хәҙер. Ер тырнап илаһаң да, ниндәй генә тәүбәләргә килһәң дә ҡайтмаҫ ерҙәргә мәңгегә китте шул Рәсиле. Йөрәк тәңгәлендә ҡаты сәнсеү һиҙеп, һауа етмәгәнлектән Миңзифа ҡабаттан тупһаға сығып ултырҙы. Ҡапыл уның күҙе өй алдындағы үҫеп ултырған алмағастарға төштө. Эййй… был алмағастарҙы бит өй һалып сыҡҡас та ире Рәсил ултыртты. Ана нисек ап-аҡ сәскәгә төрөнөп ултыра улар. Әйтерһең дә туй күлдәгендәге Миңзифа…
Тып…тып…тып
Ямғыр тамсылары ҡыйыҡтан тамыуҙан күптән инде туҡтап, был юлы Миңзифаның әсе күҙ йәштәре бер туҡтауһыҙ бите, сикәләре буйлап ағып төшөп иҙәнгә тама ине.
Читайте нас: