Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Айрат Сирбаев исемендәге конкурсҡа йомғаҡ яһала

23 февралдә шағир һәм журналист Айрат Сирбаевтың тыуыуына 50 йыл тула. Уның исемендәге ижади конкурсҡа тап ошо мәлдә йомғаҡ яһау ҙа юҡҡа түгел. Шулай итеп, А.Сирбаевтың юбилейына арналған әҙәби-музыкаль кисә һәм уның исемендәге конкурсҡа йомғаҡ яһау тантанаһы 20 февралдә уның тыуған төйәгендә үтәсәк. Сара сәғәт 2-лә Сыңғыҙ клубында башлана. Кисәгә Айрат Фирғәт улының туғандарын, дуҫтарын, класташтарын, ауылдаштарын саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ!

Айрат Фирғәт улы Сирбаев 1971 йылдың 23 февралендә Сыңғыҙ ауылында тыуған. Ауылдағы мәктәпте, Өфөләге 1-се Башҡорт республика мәктәп-интернатын тамамлай. Артабан БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем ала. Уҡыған йылдарында “Шоңҡар” әҙәби-ижад берекмәһенең әүҙем ағзаһы була.

Университетты тамамлағас, Айрат Фирғәт улы “Йәншишмә”, “Яңырыу”, “Йәшлек” гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Башҡортостан радиоһында тапшырыуҙар алып бара, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығында яуаплы вазифа биләй. Бер нисә йыл Архангел районының “Инйәр” гәзитенең баш мөхәррире вазифаһын да башҡара. Бер нисә йыл “Һаҡмар” гәзитендә сәнәғәт бүлеген етәкләне.

Айрат Сирбаев үткер ҡәләмле журналист ҡына түгел, ә талантлы ижад оҫтаһы – үҙенсәлекле шағир ҙа ине. Тәүге шиғырҙары 6-сы класта уҡығанда “Башҡортостан пионеры” (“Йәншишмә”) гәзитендә баҫыла башлай. “Йәшлек”, “Башҡортостан”, “Инйәр”, “Һаҡмар”, “Атайсал” гәзиттәрендә, “Пионер” (“Аманат”), “Шоңҡар”, “Ағиҙел”, “Тамаша” журналдарында ла уның әҫәрҙәре даими донъя күрҙе. Айрат Фирғәт улының шиғырҙары йәш ижадсыларҙың дөйөм йыйынтыҡтарында ла баҫылды.

А.Сирбаев ижадында тыуған ер, Ватан, тәбиғәт, мөхәббәт темалары өҫтөнлөк итте, әҫәрҙәрендә халҡына, бай сәнғәтенә мәдхиә йырланы. Айраттың әйтер һүҙе тос, берәгәйле ине, уның шиғырҙары үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ булыуы менән айырылып торҙо.

Башҡортостан Журналистар Союзының Баймаҡ беренсел ойошмаһы һәм “Һаҡмар” гәзите редакцияһы 2020 йылдың ғинуарында арабыҙҙан бик иртә киткән талантлы шағир, үткер ҡәләмле журналист Айрат Фирғәт улы Сирбаевтың яҡты иҫтәлегенә арнап шиғыр, ҡобайыр ижад итеүселәр һәм хикәйә яҙыусылар араһында уның исемендәге ижади конкурс иғлан иткәйне.

Бер йыл дауамында барған бәйгелә Баймаҡ районында тыуып үҫкән һәр кем үҙ көсөн һынап ҡарай алды. Ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәне. Ижади эштәр электрон вариантта ҡабул ителде, улар «Һаҡмар» гәзитенең «Бәйләнештә» сайтындағы төркөмөндә баҫылып барҙы. Һәр ҡатнашыусы мотлаҡ өс ижади эшен тәҡдим итергә тейеш ине.

23 февралдә шағир һәм журналист Айрат Сирбаевтың тыуыуына 50 йыл тула. Уның исемендәге ижади конкурсҡа тап ошо мәлдә йомғаҡ яһау ҙа юҡҡа түгел. Шулай итеп, А.Сирбаевтың юбилейына арналған әҙәби-музыкаль кисә һәм уның исемендәге конкурсҡа йомғаҡ яһау тантанаһы 20 февралдә уның тыуған төйәгендә үтәсәк. Сара сәғәт 2-лә Сыңғыҙ клубында башлана. Кисәгә Айрат Фирғәт улының туғандарын, дуҫтарын, класташтарын, ауылдаштарын саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ!

Читайте нас: