Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Уйнай ҡурай!

#Һаҡмар_конкурс_АйратСирбаев Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙең иғтибарға "Миләш" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ильнара Минибай ҡыҙы Акбулатованың шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.Ҡәҙерле дуҫтар! Конкурс шарттарына ҡарағанда, әле конкурс тамамланырға тейеш ине. Әммә илдә барған һуңғы хәл-ваҡиғаларға бәйле һәм һеҙҙең һорауҙарығыҙ буйынса уның ваҡытын оҙайтырға ҡарар иттек. Яҫтыҡ аҫтында йәшереп һаҡлаған ижадығыҙ булһа, рәхим итегеҙ! Һеҙҙән уҡымлы һәм ҡыҙыҡлы әҫәрҙәр көтөп ҡалабыҙ.

Уйнай ҡурай

Уйнай ҙа ғына уйнай, һыҡтап илай
Таҡыя ла башлы бер ҡурай.
Үҙ мондары менән әйтерһендә дә
Үткәндәргә барып ул урай.
Һөйләй ҡурай: элек башҡорттар бит
Йәйләүҙәрҙә ғүмер иткәндәр,
Иген игеп,йылҡы көтөп халҡым
Ҡымыҙ бешеп кенә эскәндәр.
Ә хәҙер бит улар ҡымыҙ түгел,
Араҡы һәм һыра һемерә,
Ата- бабам ҡорған был тормошто
Үҙ ҡулдары менән емерә.
Һомғол буйлы ҡайын,ҡарағайын
Һағынып илаймы әллә был ҡурай.
Сит тарафҡа киткән ҡарағайҙар,
Сайыр йәшен ағыҙып зар илай.
Илаймы әллә ҡурай һағыныуҙан
Күккә ашҡан тауҙар,ҡаяһын.
Аҡтаралар,емерәләр уны
Уйламай ҙа һулар һауаһын.
Уйлай ҡурай: минең көйгә хәҙер
Йырларҙармы урыҫ телендә?!
Күп башҡорттар маңҡорт булып бара
Урыҫлаша тыуған ерендә.
Сит илдәргә китһә лә бит халҡым,
Хәҙер ҡайта ағылып Уралға.
Тотонормо улар әүәлгеләй
Телен һаҡлар өсөн ҡоралға?
Кисерегеҙ атай -олатайҙар,
Өмөттәрҙе аҡлай алманыҡ,
Һеҙ һаҡлаған урман һәм тауҙарҙы
Һатып бөттөк,
Һаҡлай алманыҡ...
Ләкин башҡорт тере,рухы тере
Баш күтәрә ғорур башҡорттар.
Мин ышанам башҡорт башҡорт булыр,
Алышынһалар ҙа башлыҡтар.
Бергәләшеп ҡулға ҡул тотоноп,
Тыуған еребеҙҙе яҡларбыҙ
Ата бабанан ҡалған аманатты,
Күҙ ҡараһы кеүек һаҡларбыҙ.
Уйнай ҙа ғына уйнай һыҡтап илай
Таҡыя ла башлы был ҡурай.
Үҙ мондары менән әйтерһендә дә,
Йәшәйештән ярҙам ул һорай.
Уйнай ҙа ғына уйнай был ҡурай...

Улдарыма теләк

Ике улым ике ҡанат,
Ике күҙем, йөрәгем.
Кескәй генә булһалар ҙа,
Минең ныҡлы терәгем.
Ҙур малайым бигерәк телдәр,
Һорауҙарын яуҙыра.
Ҡыҙыҡ итеп хәбәр һөйләп,
Көлдөрә, таң ҡалдыра.
Бәләкәсе көлөп кенә,
Иркәләп ҡарай күҙгә.
Үҙ телендә ниҙер һөйләп,
Ҡушыла беҙҙең һүҙгә.
Бәләкәсен ҡосаҡлаһаң,
Үсегеп китә ағай.
Икеһен тиң яратҡанды
Бәләкәй шул, аңламай.
Көнө буйы мәз киләләр,
Шаяралар ҡотороп,
Йүгереп йөрөп эш боҙалар,
Берен бере уҙҙырып.
Йүгерәләр талпынышып
Әйтерһең дә күбәләк.
Әсәй, атай янда булһа,
Донъялары түңәрәк.

Эй Хоҙайым, улдарымды
Ярҙамыңдан ташлама.
Уларҙың бит тормош юлы
Яңы ғына башлана.

Дүрт күҙ араһында үҫһен,
Кескәй генә улдарым
Бәхет, тәүфиҡ бир уларға,
Гел уң булһын юлдары.

Эй Хоҙайым, рәхмәт һиңә
Әсә бәхете өсөн.
Балаларҙы үҫтереүгә
Булһын һаулыҡ һәм көсөм.

Әйтсе, һалдат

Нимә өсөн бирҙеләр миҙалды?
Ниндәй батырлыҡтар ҡылғайның?
Әйтсе, һалдат,әрме сафтарында
Ҡайһы тарафтарҙа булғайның?

Өндәшмәне...өнһөҙ ҡалды һалдат.
Әйтерһең дә уйҙар буталды,
Әйтерһең дә теле тотлоҡто ла ,
Әйтерһең дә һүҙҙәр юғалды.

"Армияла хеҙмәт тә итмәгәс
Егет кеше егет буламы?
Һау - сәләмәт егет әйтегеҙсе
Армиянан ҡасып ҡаламы?

Ҡайтырмын да, матур форма кейеп,
Ауыл урамынан үтермен
Армиянан ҡасҡан егеттәрҙең
Танауҙарына бер сиртермен".

Селпәрәмә килде хыялдары...
Эләкте ул Чечня еренә.
Тыныс тормош, ауыл урамдары
Бары төштәрендә куренә.

Ҡаты булды ул көн бигерәк алыш,
Бер туҡтауһыҙ өҫкә ут яуҙы.
Аяҡтары ҡапыл сәнсеп һыҙлап,
Иҫен юйҙы, ергә ул ауҙы.

Цинк табутта ҡайтты күп һалдаттар,
Матур форма кейеп үтмәне.
Армиянан ҡайтҡан егеттәрҙең
Танауҙарына бер сиртмәне.

Матур форма кейеп ауылынан
Үтте һалдат ҡултыҡ таяҡта.
Күпме яра ҡалды күңелендә,
Ә бер яра ҡалды аяҡта.

Нимә өсөн бирҙеләр миҙалды?
Ниндәй батырлыҡтар ҡылғайның?
Әйтсе, һалдат, әрме сафтарында
Ҡайһы тарафтарҙа булғайның?

Өндәшмәне...өнһөҙ ҡалды һалдат
Әйтерһең дә уйҙар буталды,
Әйтерһең дә теле тотлоҡто ла,
Әйтерһең дә һүҙҙәр юғалды.
Ильнара Акбулатова
Читайте нас: