Бөтә яңылыҡтар

Пограничниктар көнө

#Һаҡмар_конкурс_АйратСирбаевҠәҙерле дуҫтар! Аҡйондоҙ Ғәниеваның сираттағы хикәйәһен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ. "Пограничниктар көнө" тип аталған өр-яңы мажаралы хикәйәһендә һеҙ кисә генә һалдат булған егеттәрҙең ҡыҙыҡлы хәлдәргә тарыуы тураһында уҡып белерһегеҙ. Ҡәҙерле дуҫтар! Конкурс шарттарына ҡарағанда, әле конкурс тамамланырға тейеш ине. Әммә илдә барған һуңғы хәл-ваҡиғаларға бәйле һәм һеҙҙең һорауҙарығыҙ буйынса уның ваҡытын оҙайтырға ҡарар иттек. Яҫтыҡ аҫтында йәшереп һаҡлаған ижадығыҙ булһа, рәхим итегеҙ! Һеҙҙән уҡымлы һәм ҡыҙыҡлы әҫәрҙәр көтөп ҡалабыҙ.

Урам буйлап күңелле йырлашып, ҡосаҡлашып тигәндәй үтеп барған егеттәрҙең береһе Күстәнә тамағында урынлашҡан иң ситтәге өйгә йүнәлде.
-Ҡайҙа киттең, Зариф?-тип ҡысҡырҙы Шәһит.
-Әйҙә-әйҙә атлауыңды бел, - тип артынан икенсе береһе төрткәс, Шәһит тә өйгә табан ыңғайланы.
Семәрле ҡапҡалы ҙур ғына йорт алдына инделәр. Ихатала ҡаҙ бәпкәләре күңелле быстырлаша. Улар янында алан-йолан ҡаранып бейегән ата ҡаҙ уҫал ыҫылдап егеттәргә ҡаршы ынтылды. Йүгерә-атлай тупһаға менделәр. Ата ҡаҙ еңеүсе рәүешендә башын ғорур ҡайҡайтып ебәреп, ҡаңғылдай-ҡаңғылдай бәпкәләре янына йүнәлде, унан муйынын дуғаландырып инәлегенә маҡтанғандай итте лә, күҙен аҡайтып егеттәргә һағайып ҡарап тора башланы. «Яҡынлап ҡарағыҙ, кәрәгегеҙҙе алырһығыҙ!"-тигәнде ҡуйыуы ине ахырыһы. «Быныһы ла тас пограничник»,- тип үҙ алдына мығырланы Марат.
Ул арала булмай, йорт ишеге асылып китте лә, инәй кешенең көр генә тауышы яңғыраны:
-Инегеҙ, инегеҙ, уландар!
Ауыл егеттәре был саҡырыуҙы шулай булырға тейеш һымаҡ ҡабул итеп, һәләтләп өҫтәл тирәләй ҡунаҡланылар. Аптыраңҡырап торған Шәһит тә ситтән генә булһа ла табынға яҡынланы. Күрше райондан хеҙмәттәш дуҫына тип сик ғәскәрҙәре көнө алдынан килеп төшкән егет үҙҙәре генә ҡырға сығып байрам итербеҙ, һөйләшеп, әрмеләге мажараларҙы иҫләп ултырырбыҙ тип уйлағайны ла... Былар тәү башлап оло ғына инәйҙең өйөнә инделәр. Әллә берәй улы сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткәнме икән?- тип баш ватты Шәһит. Улай тиһәң, хәбәрҙәре һис тә генә ул турала түгел. Инәй йәһәтләп сәй ҙә яһай башланы. Егеттәрҙең «мәйе» лә ипләп кенә өҫтәлгә ҡунаҡланы.
- Йә, егеттәр, байрам менән!- тип Зариф алдындағын ялпайтып та ҡуйҙы. Инәй кеткелдәтә көлөп:
- Әйҙә-әйҙә итенән, картуфынан етешеп ултырығыҙ, - тип ихласлап һыйлай башланы. Үҙе егеттәрҙән һәр кемеһен төпсөп һорашырға ла өлгөрҙө. Батыр ҡайтманмы? Үткән йыл инеп сыҡҡайны. Теге үрге ос Рәмил менән Фәтихтең бер өс йыл күренгәне юҡ, ҡайта алмайҙарҙыр, эш кешеләре бит. Бына Зариф улым маладис, йыл да инеп хәлде белеп тора,- тип маҡтап алырға ла онотманы. - Әле бөгөн кискә тиклем килеүселәр булыр әле, моғайын, - тип ҡуйҙы.
Инәйҙең тәмле сәйенән берәр каса һемергәс, егеттәр рәхмәттәр әйтеп өҫтәл янынан тороша ла башланы.
-Ярай, рәхмәт, Миңнурый инәй! Быныһы һиңә байрам бүләге тип, ҡулына сәскәле яулыҡ тотторорға ла өлгөрҙө Зариф. Инәйҙең ҡәнәғәт кеткелдәтеп көлөүе аҫтында сығып киттеләр.
Юлдары Һаҡмар аръяғындағы Алтынса тауы аҫтына ине егеттәрҙең.
Йылға буйында усаҡ яғып, шешлек ҡыҙҙырып, әрме мәҙәктәрен иҫкә төшөрөп оҙаҡ ҡына күңелләнеп ултырғандан һуң ҡайтырға сыҡтылар. Иллә-мәгәр, баяғы инәй тураһында иҫкә төшөрөүсе лә, уны һөйләүсе лә булманы. Ҡайтыр юлда яр буйындағы өйгә еткәс, Шәһиттең түҙемлеге тамам бөттө.
- Йә, әйтһәгеҙ әйтегеҙ ҙә, был инәйҙең кем икәнлеген. Әйтмәһәгеҙ, урынымдан бер аҙым да шылмайым, - тип ҡулын бөйөрөнә таянды. Быны ишеткән егеттәр уға ҡарап: "Тсссс!"- тип бармаҡтарын ирендәренә терәнеләр ҙә, көлөшә-көлөшә йәһәтләп ситкә тайҙылар. Аптыраған Шәһиткә уларҙың артынан эйәрмәйенсә сара ҡалманы. Байтаҡ ара үтеп, мәктәп аръяғындағы Хан тауына менгәс кенә, егеттәр яңынан һүҙ башланы.
- Шунан, беҙҙең ауыл һиңә был тауҙан һәйбәт күренәме?
- Эйе, ус төбөндәге кеүек.
- Улайһа, тыңла! Анаауы аҫылмалы баҫманан ары киткән юлды күрәһеңме? Шул юлдан Алтынса тауы буйлап ике саҡрым да бармайһың, Йәркәй ауылына барып етәһең. Йәркәй ауылы балалары 4-се кластан алып беҙҙең ауылға йөрөп уҡый. Йөрөп уҡыуҙары бер эш, кис етһә, егеттәре беҙҙең ауылға клубҡа ла киләләр, ҡыҙҙар күҙләргә. Беҙ ҙә унда барабыҙ, әлбиттә. Үҙең беләһең, күрше-тирә ауылдарға йөрөп ҡыҙҙар күҙләү - борондан ҡалған йола. Иллә-мәгәр, төнгө ауылдың егеттәр ҡулында икәнен аңлайһыңдыр, ҡустым. Шәһит хеҙмәттәше Зарифтан бер айға ғына кесе, шуға ла шаяртып «ҡустым» тип өндәшеүе.
- Шулааай, - тип дауам итте Зариф. - Был хәл беҙ өҫтәл аҫтынан йәйәү йөрөгән саҡтарҙа булған. Күрше ауыл егеттәре нимәһе менәндер беҙҙекеләрҙең зитына ныҡ тейгән. Үсте алырға була, ошондай йәмле бер кистә беҙҙең Монаш егеттәре шул Йәркәйҙәрҙе туҡмап ҡайтарырға һүҙ беректергән. Үҙең күреп тораһың, уларҙың йөрөгән юлы ус төбөндәгеләй күренеп тора. Иң уңайлы урынды һайлап, Миңнурый инәйҙең өйө эргәһендә йыйылғандар былар. Йәркәйҙәрҙе көткән арала үҙ-ара һөйләшеп, план ҡороп алғандар. Аҫылмалы күперҙән сығып был яҡҡа ыңғайлауҙарына, анааауы картуфлыҡтар буйындағы тарыраҡ урында тотоп алып түпәләргә булған уйҙары .
Шәһит дуҫы күрһәткән яҡҡа ҡараны. Ысынлап та, аңғармаҫтан тотоп алып бәргесләргә уңайлы урын. Бер яҡтан текә йылға яры, икенсе яҡтан баҡсалар.
- Тик егеттәр үҙҙәре менән бергә Йәркәйҙәрҙе тағы ла берәүҙең көтөп торғанын белмәгән. Баяғы Миңнурый инәйебеҙ сығышы менән шул ауылдан булып, ғүмер буйы «Минең Йәркәйем» тип йәшәне. Егеттәрҙең планын ихата эсенән ишетеп торған инәй, тыуған ауылының егеттәрен ҡотҡарырға ҡарар ҡылған. Төнгө тынлыҡта ней, тауыш әллә ҡайҙа яңғырай бит ул. Йәркәйҙәрҙең тау яғынан күренеп, аҫылмалы баҫмаға яҡынлай башлауы булған, Миңнурый инәйебеҙ ҡысҡыра ла башлаған: «Килмәгеҙ, килмәгеееееҙ! Бында һигеҙ егет һеҙҙе туҡмарға тип көтөп тораааа! Ҡайтығыыыыыҙ, кире боролоғооооҙ!» Инәйҙең тауышын ишеткән егеттәр баҫманан сыҡмаған, аръяҡтан кире әйләнеп ҡайтып киткәндәр. Инде генә һуғышырға ҡулдары ҡысып торған егеттәрҙең йәне көйгән, әлбиттә. Фәррәх ағай таяғын алып, инәйҙең урамы эсенә һелтәп ебәргән ыңғайы: «Ууух, пограничник!!!» - тип ҡысҡырған . Шунан алып инәйебеҙ «Пограничник» ҡушаматын йөрөтә.
Шәһит күҙ алдына килеп баҫҡан күренештән тәгәрәп ятып күҙҙәренән йәштәр сыҡҡансы көлөп, бер аҙ тынысланғас: «Улай булғас, ул нишләп һеҙҙе ҡыуып сығармай, ҡунаҡ итеп ултыра?» - тип һорарлыҡ хәлгә килде.
- Уныһы айырым тарих, ҡустым, - тип көлөмһөрәне Зариф. Был инәйҙең шунан һуңмылыр, әллә өйөнөң ситтә ултырыуы касафатынанмылыр, беҙҙең төндәге бөтә мажараны ла энәһенән-ебенә тиклем белә торған ғәҙәте бар. Бына әгәр ҙә беҙ бөгөн төндә берәй эш боҙһаҡ, әйтәйек күрше-тирәнең баҡса ҡоймаһынан берәй штакетникты һурып алһаҡ, йә һындырһаҡ, иртәгә таңдан эп-эсвижей генә мәғлүмәт көтөү ҡыуғанда уҡ барса халыҡҡа билдәле буласаҡ . Бына үткәндә беҙҙең Күстәнә йылғаһы кисеүендә күрше Айгүл ауылы егеттәренең матайы боҙолған ине, этешеп сығарышып ебәрҙек. Егеттәрҙе беләһең, саҡ ҡына һүҙгә лә әтәсләнергә торған холҡ бар бөтәбеҙҙә лә, араһында эләгешеп тә алдыҡ. Нисәлә ҡайтып ятҡанымды үҙем дә белмәйем, әммә иртәнсәк Миңнурый инәйҙең беҙҙең төнгө мажараны түкмә-сәсмәй генә әсәйемә һөйләп ултырған тауышына уянып киттем. Шунан әйт һин, пограничник түгел тип. Дөйөм генә лә һөйләмәй бит ул, хатта күрше ауылдағы егеттәрҙең дә исем-шәрифтәрен дөрөҫ әйтә, уларҙың ҡайһыныһын мин үҙем дә белмәйем . Иллә-мәгәр, шуныһы ла бар, күрше-күләнгә зыяның теймәһә, нимә ҡыланһаң да ярай, бер кем дә белмәйәсәк.
- Дөрөҫөн генә әйткәндә, инәйҙең өйө ситтә булғас ней, шешлек бешерергә утынын да сәлдерәбеҙ, дөмбәҫләшкәндә штакетниктарын да һурып алабыҙ, бесәнлегендә тәмәке тартып ятып, бесәне лә янып китә яҙҙы бер мәлде. Кемдең эше икәнлеген дә белде инәй, әммә кенә ҡыуып үсләшеп йөрөмәне. Шул яғынан ҡарағанда, шәп кеше ул, Миңнурый инәйебеҙ!
- Беҙҙең ауыл мәрәкәсел бит ул,-тип һүҙгә ҡушылды Рәүеф. - Бер йылды егеттәр ошо 28 майҙа байрам итеп йөрөгәндәр ҙә, инәйҙе: «Байрам менән!» - тип шаяртҡандар. Инәйебеҙ уларға рәхмәт әйткәс кенә: «Ниндәй байрам һуң ул?» - тип һорай ҡуйған. «Һуң, инәй, пограничниктар көнө лә инде!» - тип яуаплаған егеттәрҙең тетмәһе тетелгән тиҙәр былай.
- Шуның менән бөттө тип уйлайһыңмы? Бөтмәй торһон, көтөп тор! Киләһе йылына инәйҙе тағы шаяртырға булғандар. Яңы ғына әрменән ҡайтҡан йәш кенә асыҡ-ярыҡ бер егетте әлеге өйгә индереп ебәргәндәр. «Бар, инеп байрам менән ҡотлап сыҡ Миңнурый инәйҙе. Ҡотлаусыларҙы һыйлап сығара ул», - тип ҡотортҡандар. Уны-быны уйламаған егет барып инеп, байрам менән ҡотлап ташлаған. Миңнурый инәй ҙә хәлде аңлаған. Ул да ҡыҙыҡ кеше, туҡта, был минең менән булышыусыларҙы ҡылайым әле, тип уйлап, егетебеҙҙе өҫтәл янына ултыртып тороп, ҡунаҡ иткән! Етмәһә, бер ярты ла тотторған әле… Тышта көтөп тороусылар туҡмалып сығырға тейеш егеттең ауыҙы ҡолағына етеп килеп сығыуын күреп, хайран ҡалғандар. Шулайтып инәйебеҙ был юлы ла алдына сығармаған егеттәрҙе… Аҙаҡ ғәҙәткә инеп китте, байрам һайын ҡотлайбыҙ.
Шәһит туҡтауһыҙ көлөүҙән саҡ тынысланып, йәшләнгән күҙҙәрен ҡулының һырты менән һөртә-һөртә: «Ну, егеттәр, ғүмерҙә лә онотолмаҫлыҡ байрам яһанығыҙ миңә. Монашҡа килмәһәм, шундай мәрәкәсел ауылдың барлығын да белмәҫ инем, рәхмәт инде», - тип һәр береһенә ҡул бирҙе. «Һаубуллашайыҡ, таң һыҙыла, Миңнурый инәйебеҙ шәйләп ҡалмаҫ борон һыҙҙыҡ был тирәнән»,- тип көлә-көлә тауҙан төшә башланы.
…Шаярышып төшөп килгән егеттәр ҡапыл ғына тыҡрыҡ эргәһендә пәйҙә булған Миңнурый инәйҙе күреп, стенаға төкөгәндәй шып туҡтанылар.
-Кистән ала башмағым ҡайтмағайны, күренмәне шул тау яғында? - тигән булды инәй.
-Эээ, ней, унда, ней, әәәәә, юҡ-юҡ, бер ниндәй ҙә башмаҡ күренмәне,- тип сәбәләнгән Шәһиткә ҡарап тағы көлөшә башланылар. Ул арала булмай, Миңнурый инәй тағы һүҙ ҡушты:
-Атаҡ, Нурғәле, һин бит пограничник түгел. Нимә ҡарап йөрөйһөң был егеттәр менән? Алдап йөрөйһөңмө әллә, минең дә байрамым тип? Шулай тине лә: «Алаҡай, алаҡай, һәү-һәү!!!», тип ҡысҡыра-ҡысҡыра өйө яғына ыңғайланы.
Аптырауҙан күҙҙәре маңлайҙарына менгән егеттәр һүҙһеҙ генә Нурғәлегә боролдо. Ысынлап та, ҡайҙан килеп ҡушылды һуң әле уларға Нурик? Бәй, аръяҡҡа сығып барғанда: «Байрам менән!»-тип өндәшкәйне, үҙҙәре менән алды ла киттеләр ҙә баһа! Уның пограничник булмағанлығы иҫтәренә лә төшмәгән! Вәт һиңә пограничник! Үҙенең байрамы түгел икәнде белә тороп, нишләп эйәргән ул, ә ? Йоҙроҡтар йомарланып инде генә эләгешергә әҙер торған егеттәрҙең аңына Нурғәленең: «Тыуған көн бит минең, егеттәр! Һеҙҙең байрамда тыуғанмын, шуға ғына…»- тигән һүҙҙәре саҡ барып етте. Һыуындылар. Ғәфү иттеләр.
–Ярай, тыуған көнөң булмаһа, иҙмәң иҙелә ине. Бөгөн беҙҙең күңел иркен, йәшә, дуҫ!- тип таралыштылар.
Шәһит үҙенең ошондай дәртле лә, мәрәкәсел дә, сәмсел дә, мурт һүҙле, ихлас күңелле кешеләр йәшәгән ауылда дуҫы булыуға ҡыуанып, ҡайтырға сыҡты. Хатта Нурғәлене ғәфү итеүҙәренә лә шатланды. Зариф менән ихлас ҡосаҡлашҡандан һуң:
-Рәхмәт дуҫ! Тиҙ генә онотмаҫмын инде бындағы мажараларҙы, юлда иҫемә төшөп, көлөүҙән «Кәзә»мдең рулен ысҡындырып ебәрмәһәм булды, - тип мәрәкәләне лә матайына менеп юлға сыҡты. Артынан Миңнурый инәйҙең аталығы ғына оҙон муйынын һуҙып, ҡанаттарын елпеп бер аҙ йүгерә бирҙе лә, үҙенең ғәйрәте менән маҡтанған кеүек ҡаңғылдап тороп ҡалды…
Аҡйондоҙ Ғәниева.
Читайте нас: