Юл эсендә аптырап тороп ҡалдым
«Башҡорт теле» китабын ҡосаҡлап...
Күҙҙәремдән әсе йәштәр тама,
Телһеҙ ҡалдым әллә ысынлап?
Әйтер өсөн асҡан ауыҙымды
Яттар килеп яба һалдылар,
Өндәшмә, тип, әйтер һүҙҙәремде
Ауыҙымдан тартып алдылар...
Бөгөн килеп, телкәйемде ҡырҡып,
Балаҡайым өсөн булған дәресемде,
Башҡа фәндәр өсөн алдылар.
Асырғанып ҡысҡырһам да ниңә
Тауышҡайым сыҡмай һис кенә?..
Килер әле заманалар, тиеп,
Булыр әле, тиеп, яҡты көн,
Ышандырған булып үҙебеҙҙе,
Алданабыҙ, шулай, ник бөгөн?
Бөгөн башламаһаҡ көрәшеүҙе,
Маңҡорт балалар үҫер, тел белмәй,
Илен, һыуын белмәй, үткәнен дә,
Үҙ телендә хәбәр һөйләмәй...
Үҙ еремдә, үҙ илемдә йәшәп,
Өйрәтәйек ғәзиз балаларҙы
Башҡорт телен ныҡлап аңларға!
Өйрәтәйек әле, телебеҙгә,
Һөйләһендәр сабый балаҡайҙар,
Үҙ ерендә башҡорт телендә!
Ап-аҡ нурға батҡан ошо залда
Имән янындағы ҡайын кеүек,
Йәштәребеҙ ултыра һыйынып.
Нескә моңға тулған йөрәктәре
Баштар әйләнерлек бәхеттән,
Күҙҙәрегеҙ күҙгә һөйөп баға,
Һеҙҙең шатлыҡ ашҡан бейеккә!
Беҙ ҙә килдек, һеҙҙе ҡотларға, тип,
Бергәләшеп, изге теләктәрҙе теләргә.
Аша, тиҙәр,тиҙерәк күктәргә!
Артылаһы үрҙәр бейек булһалар ҙа,
Юлдарығыҙ булһын уң ғына!
Шалтырамай торһон һауыт-һаба,
Сылтыраһын, бәпестәрҙең сыңлы тауышы,
Шатландырып ҡына атһын таңдар,
Булмаһындар һис бер яңлышы!
Ҡулды ҡулдан ысҡындырмай ғына,
Бирешмәйсә һис бер елдәргә,
Атлағыҙсы тормош юлдарынан
Һыр бирмәйсә һис бер кемдәргә!
Көстәр бирһен һеҙгә һөйөүегеҙ,
Ҡулын бирһен, ауыр саҡтарҙа,
Парлы ғүмер булһын мәңгелеккә,
Аша, тиҙәр, тиҙерәк күктәргә,
Әйҙәгеҙсе, кейәү-кәләшкәйгә
Иң изге теләктәр теләргә!
Гөлсәсәк Балхина-Исхакова.