Бөтә яңылыҡтар

Ә

#Һаҡмар_конкурс_АйратСирбаевҠәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ — Гөлсәсәк Балхина-Исхакова.Гөлсәсәк сығышы менән Сыңғыҙ ауылынан. Әле Чесноковка ҡасабаһында башҡорт теленән уҡыта. Был конкурсантыбыҙ һеҙҙең иғтибарығыҙға "Ҡайтаһылар килә бала саҡҡа..." исемле шиғырын тәҡдим итә.

Ҡайтаһылар килә ялан аяҡ бала саҡҡа,
Ғәмһеҙ бала сағым иленә.
Сабый саҡта бөтә нәмә йәмле,
Бөтә нәмә тәмле күренә.
Ҡайтаһылар килә, бер ваҡытҡа ғына
Урындыҡта сәйҙәр эсергә.
Йәп-йәш атай, йәп- йәш кенә әсәй,
Бәләкәс кенә ҡустым-һеңлемә.
Ҡайтаһылар килә, бала саҡҡа,
Киҫәтергә, яҙмыш һынауҙары булырын.
Алдан ғына белеп булмай икән,
Йә уңырын, йәки туңырын...
Ҡайтаһылар килә ялбыр сәсле,
Ялан аяҡ сабый иленә,
Күсәбәлә уйнап үҫкән саҡҡа,
Бәпкә үлән үҫкән еремә.
Ҡайтаһылар килә шаулы урамыма,
Күршеләрҙә үҫкән бал(а)ларға,
Һауалағы болоттарға ҡарап,
Йәшел урамымда ятырға.
Бала саҡҡа ҡайтып булмаһа ла,
Ҡайтам, шөкөр, атай-әсәйемдең янына,
Йөрәгемде моңдар урап ала башлай,
Һеҙ янымда ғына минең булғанда.
Гөлсәсәк Балхина-Исхакова.
Читайте нас: