Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ете ҡыҙым буласаҡ Әсәй…

#Һаҡмар_конкурс_АйратСирбаев Ҡәҙерле дуҫтар! Ҡаршы алығыҙ: Мөғлифә Урал ҡыҙы Аралбаева.Мөғлифә Урал ҡыҙы сығышы менән Беренсе Этҡол ауылынан. Әле Өфө ҡалаһында йәшәй. Беҙгә ул "Ете ҡыҙым буласаҡ Әсәй..." хикәйәһен тәҡдим итә.

Мин ҡәртәсәйемде - атайымдың әсәһен (беҙҙә атайыңдың әсәһен шулай тип әйтәләр) бөтөнләй белмәйем һәм күреү һәм аралашыу насибы үкенескә ҡаршы теймәне. Ҡәртәсәйем мин донъяға килгәнсе үк вафат булған. Күршебеҙҙә ҡәртәсәйемде яҡшы белгән Гәүһәр инәй йәшәй торғайны. Бала сағымда мине күргән һайын:
- Уххх һин аны... ҡойоп ҡуйған Шәкирә әбей! Шул хәтлем дә оҡшарһың икән... атлап килеүеңә хәтлем, -- тей торған ине.
Атайым (хәҙер мәрхүм инде) ҡәртәсәйем тураһында күп һөйләне, тик яҡшы яҡтан ғына һәр ваҡыт иҫкә ала ине. Атайым һөйләгәндәрҙән сығып ҡәртәсәйем һәм атайым тураһында хикәйә яҙырға батырсылыҡ иттем. Атайымдың исеме үҙгәртеп алынған. Ете ҡыҙым буласаҡ Әсәй… тип атала. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнала. Һеҙҙең хөкөмгә тәҡдим итәм.

-Әсәй, әсәй… тип шыбырлап, - улының ипләп кенә ҡулына ҡағылыуына Шәкирә әбей әкрен генә күҙҙәрен асты.
-Һыуһаманыңмы әсәй? Әллә ашатып алайыммы?
-Юҡ балаҡайым, һуңынан. Әлегә ашағым килмәй.
- Ҡана әсәй, яҫтығыңды рәтләп һалайым тип Шәкирә әбейҙе ипләп кенә күтәреп ултырып яҫтығын ҡабартып һалды, юрғанын йәтешләп япты Ғәзиз.
- Ярай улайһа әсәй, мин әҙерәк тышта эш менән булайым, ә һин ял ит йәме тип әкрен генә баҫып сығып китте.
Эй улғынам, улғынам… бәхетеңде генә өйөп бирһен инде Хоҙай, рәхмәтенән ташламаһын бер үк тип Ғәзизе артынан моңһоу ғына ҡарап ҡалды Шәкирә әбей. Белә Шәкирә әбей-күп ҡалманы уға был яҡты донъяларҙа йәшәргә… Әле бер ай тирәһе түшәктә ята. Дәә…. бар ине заманалар. Теттереп донъя көттө, таҙалыҡ, тәртип яратты һәр нәмәлә, колхоз эшенән ҡурҡманы, ниндәй эшкә ҡушһалар-шунда сыҡты. Кейәүгә сығыу бәхете теймәне инде. Ҡалайтаһың заманаһы шундай булды. Ҡәһәрле һуғыш арҡаһында ғына күпме аҫыл ир-егеттәр яуҙа ятып ҡалды. Аллаға шөкөр ошо берҙән-бер улы Ғәзизе – бар йыуанысы, бар шатлығы Шәкирәнең. Тик бына ҡартайған көнөндә ауырыны шул. Ҡалайтаһың… Аллаһы тәғәлә шулай ҡушҡандыр. Яратҡан бәндәһенә һынауын биреп торор тейҙәр ине ололар элек. Әйткәндәй булмаһын, улы матур итеп ҡарай, тәрбиәләй, ауыр һүҙ әйтмәй. Исмаһам бер генә тапҡыр булһа ла уфтанғанын ишетһәсе. Өнө лә юҡ, тыны ла. Һәүетемсә генә донъя эштәре менән булышып, әсәһе эргәһенән китешмәй Ғәзизе.
Шул саҡ Шәкирәнең уйҙарын бүлеп ишеккә кемдер туҡылдатты.
Туҡ..туҡ…
-Хужалар өйҙәме, этегеҙ бәйҙәме… тип һәр ваҡыттағыса шаяртып, тыпылдата баҫып Гәүһәр әхирәте килеп инде.
- Шәкирә әхирәт хәлеңде беләһем килгәйне. Эй ни хәлдәрҙәһең… шунан һауығып буламы?
-Ятам инде… көнөм бөткәнсә. Нишләйһең инде - тип моңһоу ғына яуапланы Шәкирә.
-Эй әхирәт, ҡайғырма йәнкәйем минең. Һинең менән беҙ икәү әле һабантуйҙарҙа сәхнәләрҙе әллә нисәмә дер һелкетеп бейербеҙ әле… - тип бар хәленсә әхирәтенең күңелен күтәрергә тырышты Гәүһәр әбей.
- Бейербеҙ, бейербеҙ… тип йылмайҙы Шәкирә. Ә үҙенең ике сикәһенән көмөштәй ялтырап күҙ йәштәре ағып төштө.
- Китеп барһам улымдың өйләнгәнен күрмәйем инде - тип тағын көрһөнөп ҡуйҙы.
- Ейән-ейәнсәрҙәремде һөйөргә ине…
-Кит инде әхирәткәйем… Күрерһең дә, һөйөрһөң дә. Улың өсөн ҡайғырма. Ғәзизең бер ҡасан да, бер ҡайҙа юғалып ҡалмаҫ. Күренеп тора булыр бала биләүҙән тигән боронғолар. Ҡана һыуһағанһыңдыр сәй ҡуйып ебәрәйем, - тип йылдам ғына ырғып тороп баҡырсаға һыу ҡойоп газды тоҡандырып та ебәрҙе Гәүһәр. Баҡырса ҡайнап сығыуға хуш еҫле мәтрүшкә, кипкән ҡарағат япраҡтарын һалып сәйнүккә сәй бешерергә ҡуйҙы.
-Иҫләйһеңме әхирәт.. - тип һүҙен дауам итте Гәүһәр.
-Анау йылы яҙ бигерәк иртә килде. Апрель урталарында уҡ өйөңдө ҡар һыуы менән рәхәтләнеп йыуғайныҡ. Өмә иткән инең… Ғәлимә, Бүләкбикә булды. Өйөңдө йыуып бөткәс, табындан һуң йәш саҡтарҙы иҫкә алып йырлашып та ултырғайныҡ. Шул йылды бит май башындан уҡ көндәр йәй көнө кеүек йылы торҙо. Бала-саға тау башынан ҡараңғы төшмәйенсә ҡайтмай ине. Рәхәтләнеп уйнап - арманһыҙ булып ҡайтып инерҙәр ине. Сәсеүҙе лә бит калхуз районда беренселәрҙән булып тамамланы. Шулай булмайса ней көндәлек бирелгән норманы ғына әллә нисә тапҡыр арттырып үтәй инек.
- Эй, әхирәт булды күңелле ваҡыттар. Үкенмәйем: йәшәнек тә, эшләнек тә, уйнап-көлдөк тә. Һиңә рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә. Ғүмереңде, һаулығыңды бирһен хоҙайым. Ризамын барыһына ла, - тип моңһоу ғына йылмайҙы Шәкирә.
-Ҡуй сәле әхирәт моңайма… Әйҙә сәй эсеп ал. Бал да һалайым сәйеңә. Тирләп-бешеп йоҡларһың. Юҡҡа меней тир менән сир сыға тимәйҙәр бит. Һауығырһың Алла бирһә. Бирешмәҫһен.
-Рәхмәт Гәүһәр сәйеңә. Һауығыуға килгәндә…. әллә инде белмәйем…
Шәкирә әхирәтенең бер нисек тә хәлен еңеләйтә алмаҫына көсһөҙлөгөнәнме, бергә гөрләтеп эшләгән һәм йәшәгән йылдар хәтирәләренәнме Гәүһәрҙең үҙенең дә күңеле тулып әрнеп илар сиккә етте. Бына-бына түгелергә торған йәштәрен күрһәтмәҫкә теләп:
-Ярай әхирәткәй, ҡайтайым мин. Бабай ҡоро-һары утынға тип урманға сығып киткән ине, ҡайтыуына аш йүнәтәйем. Иртәгә тағын килермен, ә һин ял ит-көс йый йәме…
Гәүһәр әхирәте сығып киткәс, Шәкирә әбей ҡабаттан уйҙары менән улының бала сағына әйләнеп ҡайтты…

Йәйге салт аяҙ төн… Күктә түңәрәк ай йылмая. Йым-йым итеп йондоҙҙар емелдәшә. Август айы булғанғалыр-күпләп бер бер артлы йондоҙҙар атыла. Тирә-яҡ көндөҙгөләй яҡты. Улы менән икәүләшеп колхоздың ат көтөүен көтәләр. Ҡайһы бер аттар шым ғына керт-керт үлән уртлай, ҡайһылары ята… Ара-тирә генә өйөр айғыры бында мин хужа, мине онотмағыҙ тигәндәй бышҡырып-бышҡырып ала. Ә биш йәшлек Ғәзизе ҡыҙыҡһынып күк йөҙөндәге йондоҙҙарҙы күҙәтә.
-Әсәй,әсәй…анау сүмескә оҡшаған теҙелеп торған йондоҙҙарҙы күрәһеңме?
-Эйе күрәм улым…
-Ул йондоҙҙар нишләп улай теҙелеп торғандар ул?
-Улым ул йондоҙҙар Етегән йондоҙо тип атала.Ете йондоҙ-ете ҡыҙ.
-Ә нишләп ете йондоҙ-ете ҡыҙ ул?
-Элек бер байҙың ете ҡыҙы булған. Ул ҡыҙҙар уйнап-көлөп урманда йөрөгәндә бер дейеүгә тап булалар. Шул дейеүҙән ҡасҡан саҡта, күккә күтәрелеп йондоҙға әүереләләр ҙә инде улым.
Ғәзизе өнһөҙ генә бер килке күккә текләп ултырҙы. Шунан тауышында иламһырау сағылып:
-Эй бахыр ғына ғына ҡыҙҙар. Улар миңә бик йәл. Ана моңайышып ҡына беҙгә күктән ҡарайҙар… Әсәй.. (бер мәл улының ҡапыл күҙҙәре осҡонланып китте) минең ҙурайғас ете ҡыҙым буласаҡ. Ишетәһеңме әсәй ете ҡыҙым… мин ҡыҙҙарымды бер кемдән дә ҡыйырһыттырмаясаҡмын, хатта дейеүҙән дә.
-Алла бирһә улым булыр, булыр ете ҡыҙың… йә ете улың. Матур итеп донъя көтөрһөң. Шәкирә улын ҡосағына ҡыҫып һаҡ ҡына маңлайынан үпте.

...Ғәзизенә ете-һигеҙ йәш тирәһе булғандыр. Өй эштәренән бушаған ваҡыттарында утынлыҡҡа инеп таҡ та тоҡ килә ине. Уйнаһын улым, бала саҡ бер мәл генә килә тип Шәкирә артыҡ иғтибар ҙа итмәне. Бер көн Ғәзизе йүгереп килеп шундай ҡыуаныс менән:
-Әсәй ҡара әле бысаҡ эшләнем: икмәк телергә, картуф әрсергә була.
Улы ҡулында килештереп эшләнгән бәләкәй генә бысаҡ тотоп тора ине.
-Эй, балаҡайғынам, ниндәй ярҙамсым үҫеп килә минең! Аҡыллымды минең! Ҡалай матур итеп эшләгәнһең! - Шәкирә улының арҡаһынан тупылдатып һөйөп алды. Ә Ғәзизе эшләгән эшенән ҡәнәғәт булып, башын юғары күтәреп, ололарса тупылдатып баҫып ҡабат утынлыҡҡа йүнәлде…

Иң тәүге эше бысаҡ эшләү булһа-артабан тимер сана эшләү, сана табанлау кеүек тимер-томор эштәрен һә тигәнсе башҡарып ҡуя ине. Хатта саңғы эшләү кеүек эш тә ситтә ҡалманы. Ҡар яуғансы көтөү көтөшөргә ярҙам итте. Шунлыҡтан мәктәпкә лә тиҫтерҙәренән ҡалыңҡырап һуңлап бара ине. Уҡыу ныҡлап теймәне инде … ҡалайтаһың. Иртә ир ҡорона инде улҡайы. Үҙе кеүек эшкә әрһеҙ, талымһыҙ булып үҫте.
-Әсәй, яратҡан күлдәгең һәм яулыҡтарың да кибеп сыҡҡан… тип һөйләнеп, кер ҡосаҡлап инеп килгән Ғәзизе Шәкирә әбейҙең уйҙарын бүлде.
-Эй,балам,рәхмәт инде.
-Ашап алабыҙмы әсәй?
-Юҡ ашағым килмәй, үҙең асыҡҡанһыңдыр ашап ал балам.
-Әллә ҡоротлап һурпа эсәһеңме?
-Юҡ балаҡайым, анау ауыртыуҙы баҫа торған дарыуҙы бир ҙә… тип яуапланы улының һорауына Шәкирә әбей, һыҙланыуын йөҙөнә сығармаҫҡа тырышып.
-Ярай, әсәй, һин ял ит. Мин колхоздың гаражына барып киләм. Йомошом бар ине. Һыуһаһаң мына эсергә һыу, - тип тулы һыулы стаканды Шәкирә әбейҙең эргәһендәге өҫтәлгә ултыртып улы сығып китте.
Һаҡ ҡына баҫып Ғәзиз ҡайтып инде. Әсәһе йоҡлай. Йөҙөндә йылмайыу.
-Әсәй, әсәй…
Яуап булмағас Ғәзиз тауышын күтәренкерәп тағы ла өндәште.
-Әсәй... Ашап алабыҙмы?
Тик был юлы Ғәзиздең һорауына Шәкирә өндәшмәне. Барыһына ла риза, улына мәңге рәхмәтле булып Шәкирә әбейҙең күҙҙәре мәңгелеккә йомолғайны…
Мөғлифә Аралбаева.
Читайте нас: